Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d] һәм педагогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы (рус. Канбекова Римма Валиевна; 29 ғинуар 1947 йыл) — педагог‑методист. Педагогия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы 1947 йылдың 29 ғинуарында БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылында тыуа. Атаһы һуғыштан 1946 йылда ҡайта һәм ғаиләһе өсөн йәшәү урыны итеп Стәрлетамаҡ ҡалаһын һайлай. Унда Римма 14-се урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына уҡырға инә. Римма Вәли ҡыҙы 1969 йылда университетты тамамлап, өс йыл Өфө нефть институтында уҡыта. Һуңынан иренең йүнәлтмәһе буйынса алыҫ Алтай крайына күсенеп китә. 1973 йылдың ғинуарынан алып Төмән индустриаль институтында, декабренән — Камень‑на‑Оби ҡалаһында 11‑се тулы булмаған урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй[1] 1975 йылда ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡайта, Римма Вәли ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына эшкә урынлаша. 1976 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтында башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләү буйынса яңы факультет асыла, Римма Вәли ҡыҙын «Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы» кафедраһының өлкән уҡытыусыһы вазифаһына тәҡдим итәләр. Ул буласаҡ башланғыс класс уҡытыусыларын математиканан уҡыта һәм бер үк ваҡытта башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләү менән бәйле ғилми эш менән шөғөлләнә башлай[1].

1986 йылда был йүнәлеш буйынса Ҡазан дәүләт педагогия институтының педагогика кафедраһына уҡырға инә һәм 1990 йылда «Башланғыс класс уҡытыусыһының һөнәри әҙерлеген арттырыу» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1990 йылдан алып 2009 йылға тиклем «Математика, тәбиғәт белеме һәм уларҙы уҡытыу методикаһы» кафедраһын етәкләй, 1991 йылда доцент ғилми исемен ала. 2003 йылда Мәскәүҙә М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында «Башланғыс мәктәп өсөн киң профилле уҡытыусы әҙерләү» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (Ғилми консультанты — Е.А. Леванова, ә яҡлауҙа тәүге оппоненты — билдәле ғалим Г.М. Коджаспирова)[1][2]. 2010 йылда профессор исемен ала. Уның етәкселегендә 4 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, халыҡ мәғарифының күп кенә өлкәләрендә эшләүсе юғары квалификациялы белгестәр әҙерләнгән[3].

Фәнни тикшеренеүҙәре башланғыс мәктәп уҡытыусыһын математика әҙерләү проблемаларына арналған. Ул баҫтырып сығарған эштәр исемлеге 200 атаманан тора, шуларҙан 7 монография, 10 уҡыу әсбабы[4], «Начальная школа», «Высшее образование в России», «Математика», «Первое сентября», «Среднее профессиональное образование», «Современные наукоёмкие технологии», «Современные проблемы науки и образования», «Мир науки, культуры и образования» һәм башҡа баҫмаларҙа донъя күргән 30-ға яҡын ғилми мәҡәлә авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе (Мәскәү ҡалаһы, 1993 йыл); РФ почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре билдәһе (Мәскәү ҡалаһы, 2002 йыл).

Төп баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Подготовка учителя широкого профиля для начальной школы. – Стерлитамак: Стерлитамак. гос. пед. ин-т, 2002. – 232 с.

Модернизация профессиональной подготовки учителя начальных классов. – М.: МПГУ, 2003. – 204 с.

Модель профессиональной подготовки будущего педагога в дидактической системе с элементами открытого образования. – Стерлитамак: Стерлитамак. филиал БашГУ, 2013. – 208 с.

Формирование логических умений у будущих педагогов начальной школы. – Стерлитамак: Стерлитамак. филиал БашГУ, 2014. – 156 с.

Моделирование образовательной среды вуза для профессионально-личностного становления студентов. – Воронеж: ВГПУ; Москва: Наука: информ; 2015. – 154 с.

Синергетический подход к моделированию образовательной среды вуза для профессионально-личностного становления студента. – Стерлитамак: Стерлитамак. филиал БашГУ, 2015. – 159 с.

Энциклопедический словарь по психолого-педагогической инноватике М.: Логос, 2019. – 504 с. (В соавторстве).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]