В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты
В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты (В. Н. Каразин исемендәге ХМУ) | |
Исеме |
Харківський національний університет імені В. Н. Каразіна |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
V.N. Karazin Kharkiv National University, Kharkiv National University, Kharkiv University, University of Kharkiv |
Элекке исеме |
Харьков император университеты, Харьков дәүләт университеты |
Девиз |
Cognoscere docere erudire |
Асылған йылы |
1804 (уставҡа ҡул ҡуйыу, студенттарҙы тәү тапҡыр 1805 йылда ҡабул итәләр) |
Үҙгәртеп ҡоролған |
Теоретик белемдәр академияһы, ХИНО |
Үҙгәртеп ҡоролған йылы |
1920, 1933 |
Тип |
университет |
ректор | |
Студенттар |
15630 |
Докторҙар |
390 |
Профессорҙар |
390 |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
пл. Свободы, 4 (главный корпус) |
Сайт | |
Наградалары |
В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты (укр. Харківський національний університет імені В. Н. Каразіна) — Көнсығыш Европаның иң боронғо унивеситеттарының береһе, рәсми рәүештә 1805 йылдың 17 (29) ғинуарында асылған.
1936 йылдан А. М. Горький исемен йөрөтөп, 1999 йылдан В. Н. Каразин исемен йөрөтә.
Университет тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Харьков университеты Уставы 1804 йылда раҫланған һәм 17 (29) ғинуар 1805 йылдың уның рәсми асылыуы булды. Харьков университеты нигеҙләнеүендә ҙур өлөштө В. Н. Каразин индерә. Ул ваҡытта Харьков әһәмиәтһеҙ губерна ҡалаһы булған, һәм бары тик Каразиндың иҫ киткес әүҙемлеге маҡсатын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Ул урындағы халыҡты ярҙам итергә өгөтләп, университеттың матди базаһын төҙөй, уның өсөн губернатор һәм вице-губернаторыҙың ҡаҙна йорттары тапшырылды. 1907 йылда Харьковта Каразинға һәйкәл асылған, күп тапҡырҙар урынын алмаштырылған; 2004 йылдан ул университет бинаһы алдында тора.
1803 йылда Харьков уҡытыу округының беренсе бағыусыһы граф Северин Потоцкий. Ул Харьков университеты өсөн тулыһынса профессор составын йыя, ул үҙәк уҡыу йорто булып китә. Харьков университетының үҫешендә Харьков епископы Христофор (Сулима) ярҙамы ҙур. Университет базаһында Харьков губернаһында барлыҡҡа килгән беренсе ваҡытлы баҫма — "Харьков аҙналығы" сыға башлай(1812).
Тәүге осорҙа университет дүрт йүнәлештә эшләй: физика һәм математика фәндәре, тел фәндәре, әхлаҡи һәм сәйәси фәндәр, табип һәм медицина фәндәре һәм 25 кафедраны үҙ эсенә ала. Табип һәм медицина фәндәре бүлеге унда уҡырға теләүселәр булмау сәбәпле, 1811 йылда ғына асылған[1]. 1805 йылда Университетҡа 57 кеше уҡырға инде: ҡаҙна хаҡына уҡыусы — 40 кеше, барыһы да тиерлек Харьков коллегиум һәм Белгород семинарияһы уҡыусылары. Студенттар беренсе курста дөйөм фәндәр курсын тыңларға, ә һуңынан инде теләгән һөнәрен һайларға тейеш була.
1807 йылда зоология кабинеты ойошторолған, хәҙер ул университеттың Тәбиғәт музейы. Музейҙың беренсе ҡараусыһы ботаника профессоры Ф. А. Делавинь була. 1816 йылдан музейҙы студент В. М. Черняев ҡарай, һуңынан ул ботаника профессоры булып китә. 1826-1838 йылдарҙа - профессор И. А. Криницкий, һуңынан физиология профессоры И. О Калиниченко, ботаника профессоры В. М. Черняев, зоология профессоры А. В. Черный һ.б. етәкселек итә[2].
1835 йылда университетта 263 студент була инде. Беренсе йөҙ йыл эсендә тамамлаусыларҙың күп өлөшөн юристар һәм табиптар тәшкил итә.
1921 йылда Харьков университетының медицина факультеты нигеҙендә Харьков медицина институты булдырыла.
1936 йылда университетҡа шул йылды үлгән Максим Горький исеме бирелә.
Эшмәкәрлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет эшмәкәрлеге менән ике Нобель премияһы лауреаттары эше бәйле:
- И. И. Мечников (медицина, 1908)
- Л. Д. Ландау (физика, 1962)
- Саймон Кузнец (иҡтисад, 1971[3][4][5][6][7][8], бәлки, хаталы, документаль көйө Харьков коммерция институтында уҡыуы иҫбатланған[9][10][11][12][13][14]).
Университет төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Харьков Император университеты — ул ваҡыттағы малороссияла иң боронғо классик университет һәм хәҙерге Украина биләмәләрендә Львов университетынан һуң икенсе була.
- Университеттан барлыҡ ваҡыт эсендә йөҙ меңдән артыҡ кеше уҡып сыҡҡан[15].
- Беренсе йылдарҙа студенттар әҙ булған, сөнки уҡытыусылар латин телендә уҡытҡан, ә халыҡ училище студенттары латин телен өйрәнмәгән[1].
- Беренсе сығарылыш 1808 йылда үтте. 57 кешенән тик 26 кеше тамамлай[1].
- Барлыҡ Рәсәй университеттарында кеүек үк, ҡатын-ҡыҙҙарға бында уҡыу рөхсәт ителмәгән[1].
- Университет нигеҙендә XIX быуатта өс институт асылған: 1811 — педагогик, 1839 — ветеринария, 1840-сы — медицина институттары.
QS World University Rankings тикшеренеүҙәре буйынса, Каразин университеты 2014 йылда доньяның иң яҡшы 500 университеттары исемлегенә инде[16].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- университет Харьковский университет // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Багалей Д. Опыт истории Харьковского университета, тт. 1 — 2, X. 1893—1904;
- Багалей Д., Сумцов М., Бузескул В. Краткий очерк истории Харьковского Университета за первые сто лет его существования. X. 1905;
- Любарский И. В. Воспоминания о Харьковском университете 1850—1855 гг. // Исторический вестник, 1890. — Т. 45. — № 8. — С. 373—393. 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
- Короткі нариси з іст. Х. Д. У. 1805—1904, ч. І. X. 1940;
- Харьковский Государственный Університет им. А. Горького за 150 лет, X. 1955;
- Куда пропал Сталин с башни Харьковского университета? 2016 йыл 12 март архивланған.
- Кравченко В. В. Україна, Імперія, Росія (вибрані статті з модерної історії та історіографії). — К., 2011. — 544 с. 2015 йыл 21 февраль архивланған. Університет для України 2015 йыл 21 февраль архивланған.
Сығанаҡтар һәм һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Н. Т. Дьяченко. Улицы и площади Харькова (Из истории города). — 2-е, испр. и доп. — Харьков: Прапор, 1966. — 280 с. — 30 000 экз.
- ↑ История музея ХНУ
- ↑ Goldthwaite, Richard; Abramovitz M. (1986).
- ↑ Weyl, E. Glen. Simon Kuznets: Cautious Empiricist of the Eastern European Jewish Diaspora (PDF) 8. Harvard University Society of Fellows; Toulouse School of Economics (2007). Дата обращения: 4 февраль 2012. Архивировано 23 июнь 2013 года. 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Харківський національний університет імені В.Н. Каразіна. Про університет. Історична довідка . Дата обращения: 3 апрель 2014. Архивировано 23 июнь 2013 года.
- ↑ Perlman Mark. Schumpeter and Schools of Economic Thoughts // Ökonomie in Theorie und Praxis: Festschrift für Helmut Frisch. — German. — Springer, 2001. — P. 286. — ISBN 3540422404.
- ↑ Pressman Steven. Fifty Major Economists. — Routledge, 2006. — P. 181. — ISBN 0415366488.
- ↑ Simon Kuznetz. Jewish Economies: Development and Migration in America and Beyond. — Transaction Publishers, 2011. — Vol. I. — P. xix. — ISBN 1412842115.
- ↑ Московкин В. М. Неизвестный Семён Кузнец: учёба в Харькове // Universitates. – 2010. – № 1. – С. 52-65.PDF
- ↑ Московкин В. Неизвестный Семён Кузнец. Переписка с родственниками и архивно-исторические изыскания // Дайджест Е : газета. — апрель 2010. — В. 4 (129).
- ↑ Московкин В. До пересечения границы // Поиск : газета. — 15 января 2010. — В. 1-2 (1075-1076).
- ↑ В Харькове увековечат нобелевского лауреата Саймона Кузнеца
- ↑ В Харькове ещё один нобелевский лауреат
- ↑ Белгородский исследователь Владимир Московкин, исходя из документов, подтверждающих обучение Кузнеца в Харьковском коммерческом институте, делает вывод, что в университете тот параллельно учиться не мог. См. ссылки выше, а также Московкин В. М., Михайличенко Д. Ю. Экономическая система д-ра Шумпетера, излагаемая и критикуемая Саймоном Кузнецом. Харьков, 2013. 2013 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ Справка. Газета «Время регионов Харьковщины» № 5 (208), 30 января 2010, стр.7
- ↑ Харьковский национальный университет имени В. Н. Каразина вошел в 500 лучших университетов мира
- http://www.yourcompass.org/ua/ratings/compas_2009/all.php 2011 йыл 5 октябрь архивланған.
- Дзеркало тижня № 11 (640) 24 — 30 березня 2007
- University Ranking in Ukraine // Webometrics Ranking of World Universities.
- http://www.yourcompass.org/ua/ratings/compas_2009/branch/ 2010 йыл 19 май архивланған.
- http://www.nbuv.gov.ua/rating/ratings_uni/index.html 2010 йыл 5 август архивланған.
- http://svtyr.narod.ru/rektor.html