Иван Франко исемендәге Львов милли университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иван Франко исемендәге Львов милли университеты
(И. Франко ис. ЛМУ)

Львов университетының баш корпусы (Галиция сеймының элекке бинаһы)
Исеме

Львівський національний університет імені Івана Франка

Халыҡ-ара исеме

Ivan Franko National University of L'viv

Элекке исеме

Львов университеты

Девиз

Раtriae dесоri сіvibus еduсаndis

Асылған йылы

1661

Ректор

Владимир Мельник

Юридик адресы

Украина Украина, 79000, Львов, Университет ур., 1

Сайт

http://www.lnu.edu.ua

Иван Франко исемендәге Львов милли университеты (укр. Львівський національний університет імені Івана ФранкаЛьвівський національний університет імені Івана Франка) — Көнсығыш европаның иң боронғо университеттарының береһе һәм Украинаның иң боронғо университеты.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1661 йылдың 20 ғинуарында Польша короле Ян II Казимир указы менән 1608 йылда барлыҡҡа килгән иезуит коллегияһына академия статусын һәм «университет титулы» тапшырыла, был дата университеттың нигеҙләнеү ваҡыты тип һанала. Академия һәм университеттың хоҡуҡтарын рәсми раҫлау 1758—1759 йылдарҙа үтә.

Баш корпус архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Львов университетының төп корпусы (Университет урамы, 1) 18771881 йылдарҙа төҙөлгән (архитекторы Ю. Хохбергер). Башта унда Галиция һәм Лодомерия Край сеймы урынлашҡан. Бинаның алғы яғы бағаналы мөһабәт портик һәм лоджия, ингән яҡтан аллегорик «Эш» һәм «Мәғариф» төркөмдәре, аттиканан «Галиция, Висла һәм Днестр» төркәмдәре менән биҙәлгән (скульпторы Т. Ригер). 1920 йылда бина Ян Казимирҙың Львов университетына тапшырылды.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997/1998 уҡыу йылында көндөҙгө формала 11 649 студент уҡыған, шул иҫәптән: 2980 — сығымдарҙы тулыһынса ҡаплау, ситтән тороп уҡыу формаһында — 3680, уларҙың 2543 студенттар —түләүле көйө. Тулы уҡыу курсы 5 йыл дауам иткән. Университетта 112 кафедра бар, уларҙың дүртәүһе 2001 йылда асылған. Фәнни кадрҙар әҙерләүҙең төп формаһы булып аспирантура тора, 1997/1998 уҡыу йылында гуманитар һәм тәбиғи фәндәр йүнәлешендә 89 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләнгән, аспирантурала көндөҙгө бүлектә 505 кеше, ситтән тороп — 206 кеше белем алған.

Рейтинг[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2008 йыл — украин эш менән тәьмин итеүселәр баһаһы буйынса 4 урында[1].
  • 2012 йылда «Webometrics» 2011 йыл 26 июнь архивланған. донъя университеттары рейтингында Иван Франко исемендәге Львов милли университеты Украина юғары уҡыу йорттары араһында алтынсы урында булып, 2105 урынды алған[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]