Свеженцев Илья Фёдорович
Свеженцев Илья Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 29 июль 1910 |
Тыуған урыны | Липовчик[d], Щигровский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 1985 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Донецк, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Илья Федорович Свеженцев (29 июль 1910 йыл — 7 сентябрь 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар эскадроны командирының ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илья Федорович Свеженцев 1910 йылдың 29 июлендә Липовчик ауылында (хәҙер — Совет районы Курск өлкәһе) Совет районы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. 1947 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. белеме — башланғыс. Донецк ҡалаһындағы (Украина) теүәл машиналар эшләү заводында станочниктар бригадиры булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияға — 1942 йылдан. Шул уҡ йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
60-сы кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты Илья Свеженец алғы отряд составында 1945 йылдың 18 ғинуарында Томашув ҡалаһы тирәһендә (Польша) Пилица йылғаһы аша сыға. Отряд йылғаның уң ярында плацдармды яулап ала, дошмандың күп һанлы контратакаларын кире ҡаға. Әлеге бәрелештә гвардия өлкән сержанты Свеженцвтың етәкселеге аҫтындағы яугирҙар бер пехота взводын, ике пулемёт һәм дүрт миномет расчетын тар-мар итә. Беренсе дошман траншеяһы ике йөҙ метр дауамында яулап алына. 1945 йылдың 30 ғинуарында Варта йылғаһының уң яр ярындағы плацдармды тотоп ҡалыу өсөн алышта Свеженцев шәхсән үҙе тиҫтәнән ашыу фашисты дөмөктөрә. Яралана, әммә яу яланын ташлап китмәй.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Свеженцев Илья ФедоровичСоветтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң гвардия старшинаһы И. Ф. Свеженцев демобилизациялана. Донецк ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, шунда 1985 йылдың 7 сентябрендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройыының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (06.04.1945)
- Ленин ордены
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- 3-сө дәрәжә Дан ордены
- миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. Ф. Свеженцевтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Золотые Звёзды курян. — Воронеж: Центрально-Чернозёмное кн. изд-во, 1966.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илья Фёдорович Свеженцев . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июнь 2014.
- 29 июлдә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Курск губернаһында тыуғандар
- 7 сентябрҙә вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы