Квашнин Анатолий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Квашнин Анатолий Васильевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Фамилия Квашнин[d]
Тыуған көнө 15 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР[d], Өфө
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Военная академия Генерального штаба Вооружённых сил Российской Федерации[d]
Военная орденов Ленина и Октябрьской Революции, Краснознамённая академия бронетанковых войск имени Маршала Советского Союза Р. Я. Малиновского[d]
Курганский государственный университет[d]
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d] һәм социология фәндәре кандидаты[d]
Хәрби звание генерал[d]
Һуғыш/алыш Первая чеченская война[d] һәм Вторая чеченская война[d]
Commons-logo.svg Квашнин Анатолий Васильевич Викимилектә
Адыгея һәм Кубань райондары башлыҡтарының хәрби сборында, 9-сы мотоуҡсылардивизияһы, 1996. Майкоп. Уртала Адыгея Республикаһы Президенты Джаримов, Аслан Алиевич, уңдараҡ генералдар: СКВО ғәскәрҙәре Командующийы А. В. Квашнин, уның урынбаҫарҙары В. Г. Казанцев, Л.Шатворян, А. Дорофеев.

Анато́лий Васи́льевич Квашни́н (15 август 1946, Өфө, хәҙер Башҡортостан) — Рәсәй дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫары (19972004), Себер Федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле (20042010).

Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999 год), армия генералы (1997 год), Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы төп дәүләт кәңәшсеһе (2004 год), хәрби фәндәр докторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Васильевич Квашнин РСФСР Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан) Өфө ҡалаһында 1946 йылдың 15 авгусында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа.

1960 йылдан Ҡурған өлкәһенең Мишкин районы Кирово ауылында йәшәй.

1964 йылда Ҡурған өлкәһенең Далматово ҡалаһындағы 1-се урта мәктәпте тамамлай.

1964 йылда Ҡурған машиналар эшләү институтының автотрактор факультетына уҡырға инә. Институтта уҡыған осоронда велосипед спорты менән шөғөлләнә, өлкә һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Институттың хәрби кафедраһында һәм 1968 йылдың июль-авгусында Урал хәрби округының мотоуҡсылар дивизияһы базаһында үткәрелгән лагерь сборында хәрби әҙерлек курсын үҙләштерә. Ошонда ул хәрби ант бирә, ә 1969 йылдың 22 майында Ҡурған машиналар эшләү институтының 5-се курс студенты А. В. Квашнинға СССР оборона министры приказы менән «инженер-лейтенант» хәрби званиеһы бирелә. 1969 йылда Ҡурған машиналар эшләү институтының автотрактор факультетын «Автомобиль транспорты» һөнәре буйынса «инженер-механик» дипломын алып тамамлай.

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурған машиналар эшләү институтын (1969 й.), Советтар Союзы Маршалы Р. Я. Малиновский исемендәге бронетанк ғәскәрҙәре Хәрби академияһын отличие менән (1976 й.), СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби академияһын отличие менән (1989 й.) тамамлай. Социология фәндәре кандидаты, хәрби фәндәр докторы, Рәсәй ракета-артиллерия фәне академияһының ағза-корреспонденты.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1969 йыл, июль — ике йылға Совет Армияһына саҡырыла. 1969 йылдың авгусында лейтенант А. В. Квашнин Дүшәнбе ҡалаһына Төркөстан хәрби округының 201-се мотоуҡсылар дивизияһына килә, унда 401-се танк полкына танк ротаһы командирының техник часть буйынса урынбаҫары итеп төғөйенләнә. 1969 йылдың 26 декабрендә танк ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә.
  • 1971 йыл — рапорты буйынса (үҙ теләге менән) хәрби хеҙмәтен дауам итә, Совет Армияһының офицер кадрҙар составына индерелә, танк ротаһы командирының техник часть буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Төркөстан хәрби округы).
  • 1973 йыл, август — Советтар Союзы Маршалы Р. Я. Малиновский исемендәге бронетанк ғәскәрҙәре Хәрби академияһына уҡырға йүнәлтелә, 1976 йылда отличие менән тамамлай.
  • 1976 йыл, июнь — 1978 йыл — 18-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһының 360-сы танк полкы штабы начальнигы—командир урынбаҫары, Страж-под-Ральскем ҡалаһы, Чехословакия.
  • 1978 йыл, август — 1981 йыл — 360-сы танк полкы командиры.
  • 1981 йыл, февраль — 1982 йыл — Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө 28-се армия коропусының 31-се танк дивизияһы штабы начальнигы—командир урынбаҫары.
  • 1982 йыл, июль — 1987 йыл — Урта Азия хәрби округының 78-се танк дивизияһы командиры (Аягуз ҡалаһы, Ҡаҙаҡ ССР-ының Семипалатинск өлкәһе).
  • 1987—1989 йылдар — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби академияһы тыңлаусыһы, 1989 йылда отличие менән тамамлай.
  • 1989 йыл, июль — 1992 год — 28-се армия командующийының беренсе урынбаҫары (дөйөм ғәскәри) (Гродно, Белорус хәрби округы).
  • 1998 йыл, 16 май — июль — Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең 7-се Ҡыҙыл байраҡлы танк армияһы командующийы, Борисов ҡалаһы.
  • 1992 йыл, август — 1995 йыл — урынбаҫар, 1993 йылдың февраленән — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш оператив идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары.
  • 1994 йыл, 20 декабрь — 1995 йыл, 31 ғинуар — Чечен республикаһында Рәсәй ғәскәрҙәренең Берләштерелгән төркөмө командующийы.
  • 1995 йыл, февраль — Төньяҡ Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы.
  • 1997 йыл, 23 май — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, 1997 йылдың 19 июненән[1] — Генераль штаб начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫары.
  • 1997 йылдың 25 ноябренән — Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән армия генералы хәрби званиеһы бирелә.
  • 2004 йыл, 19 июль — Генераль штаб начальнигы вазифаһынан бушатыла, Рәсәй Федерацияһы Оборона министры ҡарамағына күсерелә.
  • 2004 йыл, сентябрь — запасҡа сығарыла.
  • 2011 йылдың 15 авгусынан отставкала.

Граждан хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби званиелары[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • инженер-лейтенант (22 май 1969 й.)
  • өлкән лейтенант-инженер (август 1971 й.)
  • капитан (октябрь 1974 й.)
  • майор (октябрь 1977й.)
  • подполковник (февраль 1980 й.)
  • полковник (июнь 1982 й.)
  • генерал-майор (октябрь 1984 й.)
  • генерал-лейтенант (18 февраля 1993 й.)
  • генерал-полковник (февраль 1995 й.)
  • армия генералы (25 ноября 1997 й.)

Айырмалыҡ билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР һәм Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт иткән осоронда А. В. Квашнин түбәндәге дәүләт, ведомство һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнә:[5]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (27 октябрь,1999 йыл, «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 505)
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә (14 сентябрь, 2010 йыл)
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, III дәрәжә (19 июль, 2004 йыл) — илдең оборона һәләтен нығытыуҙағы оло хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн [6][7].
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, IV дәрәжә
  • Александр Невский ордены (3 октябрь, 2016 йыл — Илдең оборона һәләтен нығытыуҙағы оло хеҙмәте, ижтимағи эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне һәм ветерандарҙы социаль яҡлау буйынса ҙур эш башҡарғаны һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләгәне өсөн[8])
  • Батырлыҡ ордены
  • Почёт ордены (21 август, 2006 йыл) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙағы хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн[9][10]
  • «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордены, III дәрәжә (8 ғинуар, 1980 йыл)
  • «Мәскәүҙең 850 йылллығы хөрмәтенә» миҙалы
  • Медаль «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • «Хәрби батырлыҡ өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә» юбилей миҙалы (апрель, 1970 йыл)
  • «СССР Ҡораллы Көстәре ветераны» миҙалы
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы
  • «1999 йылдың 12 июнендә Босния-Косово ҡалаһынан нейзильберҙан яһалған марш-бросокта ҡатнашыусыға» миҙалы, № 1 (2000 йыл, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы)[11]
  • Хәрби Батырлыҡ өсөнРәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы" миҙалы, 1-се дәрәжә
  • «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡанҙ өсөн» ике миҙал
  • «Инженер тәьминәте бурыстарын үтәгәндә күрһәткән тырышлығы өсөн» миҙалы
  • Изге кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2000 й.)[12].
  • «Ерҙәге изгелекте арттырғаны өсөн» Николай Чудотворец ордены (Халыҡ-ара премиялар фонды[13])
  • Рәхмәтле дағестан халҡынан уның исеме көмөш менән һырлап яҙылған кавказ ҡылысы

Сит ил наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почётлы легион ордены офицеры (Франция, 2004 йыл)[14].
  • Югославия йондоҙо ордены, 1-се дәрәжә (Сербия һәм Черногория, 1999 йыл)

Званиелары, чиндары, дәрәжәләре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәрби звание — армия генералы (2011 йылдың 12 авгусынан отставкала).
  • Класлы чин — Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы дәүләт кәңәшсеһе, 1-се класлы (2004 йыл)
  • Хәрби фәндәр докторы (2004 йыл)
  • Социология фәндәре кандидаты (1997 йыл)
  • Махачкала ҡалаһының Почетлы гражданины (2000)[15]
  • Рәсәй Ракета һәм артиллерия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты

Баһалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Генерал-полковник, Рәсәй Геройы Геннадий Трошев «Минең һуғышым. Окоп генералының чечен көндәлеге» тигән хәтирәләрендә А. В. Квашниндың хәрби оҫталығына юғары баһа бирә.
  • Шул уҡ ваҡытта Беренсе чечен компанияһы ваҡытында Грозныйҙы штурмлау менән бәйле ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе Рәсәй ғәскәрҙәренең еңелеүен, личный составты һәм техниканы уғата күп юғалтыуҙы Квашниндың исеме менән бәйләй.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Квашнин, граждан юғары уҡыу йорттары эргәһендәге хәрби кафедраларҙы тамамлаусылар араһында СССР Ҡораллы Көстәре/Рәсәй Ҡораллы Көстәре тарихында, армия вазифаларының танк взводы командирынан Генераль штаб начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫарына тиклемге бөтә баҫҡыстарын үтеп, иң юғары карьера үҫешенә өлгәшә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. В. Квашнин дворян Квашниндар нәҫеленән..

  • Атаһы — Квашнин Василий Иосифович, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1941 йылдан үҙ яҙмышын армия менән бәйләй, 1973 йылдан подполковник званиеһында запасҡа сығарыла.
  • Әсәһе — Квашнина Любовь Петровна, эшсе ғаиләһендә тыуа. Ире хеҙмәт иткән урында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләй.
  • Ҡатыны — Квашнина Наталья Петровна, Курган өлкәһенең Кирово ауылында тыуа. 2000—2002 йылдарҙа «Дәүләт инвестиция корпорация»һы (Госинкор) ФДУП-ының хәрби- сәнәғәт предприятиелары менән эшләү буйынса департаментында начальник урынбаҫары булып эшләй. В 2002—2007 йылдарҙа «Оранта» страховкалау компанияһы" ЯСЙ-һының үҫеш буйынса генераль директор урынбаҫары һәм «Промрегионсвязь» пенсия фондының генераль директоры урынбаҫары вазифаларында эшләй. В 2007—2009 йылдарҙа — «Норильск никель» НПФ-һының Себер филиалында бизнесты үҫтереү буйынса департамент управляющийы. 2010 йылдан — «СИБИРЬ» төбәк-ара коммерция булмаған төҙөүселәр ойошмаһы"ның коммерция булмаған партнерлыҡты үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары һәм властың дәүләт органдары менән бергә эшләү буйынса вице-президенты.
    • Өлкән улы — Квашнин Александр Анатольевич, 1973 йылдың 1 апрелендә Дүшәнбелә тыуа. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәттә булғандан һуң автоуҙыштар менән мауығып китә. 1998 йылда УАЗдарҙа автокроста ҡатнаша. Автокросс буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы.
    • Кесе улы — Квашнин Сергей Анатольевич, 1975 йылдың 12 июнендә тыуа. Автоуҙышсы, ProtechMSport — ЦСКА командаһы өсөн сығыш яһай. Нелли Квашнинаға өйләнгән, улдары — Квашнин Григорий Сергеевич.

Әлеге ваҡытта Анатолий и Наталья Квашниндар Новосибирск ҡалаһында йәшәй. Ике улы һәм ейәндәре Мәскәүҙә йәшәй.[16]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Указ Президента Российской Федерации «О Квашнине А. В.» от 19 июня 1997 г. № 629
  2. Члены Совета Безопасности Российской Федерации с момента его создания
  3. В России образована Ассоциация малой и региональной авиации «Авиасоюз» — AEX.RU
  4. Информация не полная, указаны только известные даты присвоения воинских званий.
  5. Награды А. В. Квашнина (JPEG). Sammler.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 октябрь 2012. 24 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 19 июля 2004 г. № 911
  7. Накануне ухода глава государства наградил Анатолия Квашнина орденом
  8. Квашнин Анатолий Васильевич
  9. Указ Президента Российской Федерации от 21 августа 2006 г. № 904
  10. Владимир Путин наградил орденом Почёта полномочного представителя Президента в Сибирском федеральном округе Анатолия Квашнина. Соответствующий указ размещен на официальном сайте Кремля.
  11. Медаль «Участнику марш-броска 12 июня 1999 г. Босния-Косово»
  12. Награды Патриарха военным и политикам
  13. Квашнин Анатолий Васильевич. Биография.
  14. Анатолий Квашнин награждён орденом Почётного легиона
  15. Российские генералы стали почётными гражданами Махачкалы
  16. Видные российские военачальники: Анатолий Квашнин (К 70-летию Героя России) // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф