Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы
Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы | ||||||
Тыуған көнө | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||
Ил | ||||||
Эшләгән урыны |
Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты | |||||
Альма-матер | ||||||
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы | |||||
Ғилми исеме |
профессор | |||||
Награда һәм премиялары |
| |||||
Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы (15 август 1937 йыл, Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылы) — башҡорт СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-механик, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991) һәм вице-президенты (1991).
Техник фәндәре докторы (1984), профессор (1986), РФ (1997)[1] һәм БАССР-ҙың (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1970), Почётлы нефтсе (2002).
«Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры (1978—2015), «Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының ғилми етәксеһе (2015 йылдан).
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө нефть институты (1958).
Карьера үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаборант, инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, проекттың баш инженеры, НИИтранснефть секторы етәксеһе (1957—1970); лаборатория мөдире, бүлек мөдире, ВНИИСПТнефть директор урынбаҫары (1970 й.), директоры (1978 й.).
2002—2015 йылдарҙа «Энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының вице-президенты.
Фәнни, инженерлыҡ һәм уҡытыу эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инженер һәм фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше: нефть һәм нефть продукттарын магистраль үткәргес торба аша транспортлау системаһының ышаныслылығын тәьмин итеү.
Үткәргес торба системаһында күп фазалы мөхит механикаһы, аралыҡ конструкцияларының үткәреү һәләтенә күсеш процестары һәм баҫымлы күренештәр йоғонтоһо, газ-шыйыҡ ҡатышмаһын һурҙырып ағыҙыуҙың хәүефһеҙ технологияларын эшләү, металл конструкцияларын тутығыуҙан һаҡлау дәрәжәһен күтәреү технологияһы һәм ысулдары өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр ойоштороу инициаторы һәм етәксеһе.
Удар тулҡындарҙың таралыуын, цилиндр тышсаның һәм металл структураһының көсөргәнешле-деформацияланған торошон тикшереүгә өлөш индерә, шулар нигеҙендә принципиаль яңы технологиялар булдырыла. Торба үткәргес транспорты объекттарында шартлау энергияһын ижади маҡсатта файҙаланыу идеяһын тәҡдим итә.
Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын тәьмин итеү проблемалары буйынса фәнни мәктәп булдыра. Уның уҡыусылары араһында 40-тан ашыу фән кандидаты һәм докторҙары бар. Уҡыусылары менән берлектә, шартлатҡыс матдәләр ҡулланып, принципиаль яңы технологик процестар һәм техник саралар булдырған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе.
РФ фән етәкселәре Гильдияһы советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советының яуаплы сәркәтибе, нефть һәм газ сәнәғәтендә металдарҙы тутығыуҙан һаҡлау буйынса Халыҡ-ара ассоциация президенты (1990), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының «ЭНТАс» экологик фәнни-техник ассоциацияһы президенты, «ИПТЭР» дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы диссертация яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе.
«Рәсәй-Һиндостан» дуҫлыҡ Йәмғиәтенең вице-президенты, уның төбәктәрҙәге үҙәк етәкселәре советы президенты, «Башҡортостан-Һиндостан» дуҫлығы Йәмғиәтенең рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Министрҙар Советы премияһы (1983),
- РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2004)[2],
- Академик И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1981, 2002)
- Дуҫлыҡ ордены (2004),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971),
- миҙалдар,
- Фән һәм техника буйынса дәүләт комитеты дипломы (1980),
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]800-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 145 РФ патенттары бирелгән[3].
- Старение труб нефтепроводов. М.: Наука, 1995 (авторҙаш).
- Трещиностойкость металла труб нефтепроводов. М.: Недра, 2002 (авторҙаш).
- Безопасность длительно эксплуатируемых магистральных нефтепроводов. М.: ООО «Недра-Бизнесцентр», 2003.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента РФ от 25 августа 1997 N 926 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников акционерных обществ, предприятий, учреждений и организаций топливно-энергетического комплекса»
- ↑ Постановление Правительства РФ от 02 марта 2005 N 109 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2004 года в области науки и техники»
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — Гумеров Асгат Галимьянович
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Проблемы гидродинамики, надежности и прочности в современном трубопроводном транспорте // Тезисы докладов научного семинара, посвященного 60-летию со дня рождения и 40-летию научной деятельности заслуженного деятеля науки РФ, академика АН РБ, д. т. н., профессора Гумерова А. Г. — Уфа: Транстэк, 1997.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.
- Инженеры Урала: Энциклопедия. — Екатеринбург: Уральский рабочий, 2001.
- Башҡорт энциклопедияһы. 7. томда. — Т. 2: В-Ж. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2006.
- Профиль на сайте Академии наук Республики Башкортостан
- 15 августа тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары