Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы
Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 август 1931[1] |
Тыуған урыны | Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 7 ноябрь 2006[1] (75 йәш) |
Һөнәр төрө | йырсы |
Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы (15 август 1931 йыл — 7 ноябрь 2006 йыл) — халыҡ йырсыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иншар Әхмәҙулла улы Солтанбаев 1931 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған.
Атаһы ла, әсәһе лә йырға маһир кешеләр була. Атаһынан күргән уҡ юнған, тигәндәй, бәләкәй Иншар Иҫәнғолда ете йәшендә үк күмәк кеше араһында йырлай. Арба өҫтөндә «Урал» йырын башҡара ул. Иншарҙың йырҙарҙы махсус өйрәнергә ваҡыты ла, форсаты ла булмай, хәтерем яҡшы ине, йырҙарҙы ишетһәм, шундуҡ отоп ала инем, тип һөйләгән ул Юлай Ғәйнетдиновҡа биргән интервьюһында. 1954 йылда Өфөлә һуғыштан һуң тәүге тапҡыр үткәрелгән фестивалдә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ була.
Шул уҡ йылда урман хужалығы өлкәһендә эшләр өсөн Өфөгә уҡырға килә, әммә ул уҡыу йортонда әлеге бүлек ябылған булып сыға. Иншар ауылына кире ҡайтмай, авиация заводы янында һөнәрселек училищеһында уҡый, уны ҡыҙыл диплломға тамамлай һәм заводта 1956 йылға тиклем эшләй. Әсәһе ауырып китеү сәбәпле ауылға ҡайтырға тура килә, урмансы булып эшләй. Үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Район етәкселәре һәләтле егетте уҡырға барырға өгөтләйҙәр. Бик күп кеше араһынан Иншар Солтанбаевты һайлап Мәскәүгә ебәрәләр, әммә музыкаль белеме булмағас, уға Мәскәүҙәге консерватория янындағы училищела 2 йыл уҡырға ҡушалар. Егет Өфөгә ҡайта һәм бында Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Техникумды тамамлай алмай, сөнки көсөргәнешле күнегеүҙәрҙән һуң тауышы «ултыра»[2].
Иҫәнғолда мәктәптә йыр уҡытыусыһы булып эшләй, артабан Әбйәлилдә тормош ҡороп, урмансы булып хеҙмәт итә. 1968 йылдан алып Әбйәлил районы Асҡар ауыл музыка мәктәбендә, 1971 йылдан — Ейәнсура район мәҙәниәт йорто директоры (һәм ойоштороусыһы), 1974—1991 йылдарҙа һәм 1994—1996 йылдарҙа Әбйәлил район ҡулланыусылар союзының әҙерләү контораһында эшләгән.
Матур тембрлы тауышҡа, әҫәрҙең музыкаль драматик образын төшөнөү һәләтенә эйә булған. Репертуарында — «Бейеш», «Буранбай», «Каруанһарай», «Сибай», «Урал» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙары. Мәҫәлән, «Сибай» башҡорт халыҡ йырын ҡурайҙа башҡарыусылар араһында Иншар Солтанбаевтың оҫта уйнауы менән һоҡланмау мөмкин булмаған[3]
Ҡаҙаныштары
1957 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале, Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Мәскәү, Өфө; икеһе лә — 1972, республика ауыл үҙешмәкәр сәнғәт (1961), В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған үҙешмәкәр сәнғәт (1970) смотрҙары, үҙешмәкәр сәнғәт (1972), БАССР ҡулланыусылар кооперацияһы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары (1981; бөтәһе лә — Өфө) фестивалдәре лауреаты[4].
1999 йылда Әбйәлил районы Байым ауылында уның исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы булдырылған.
Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы 2006 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ YouTube сайтында Видео Хазина. Султанбаев Иншар
- ↑ Шәһиәхмәттең «Сибай» йырын ҡурайҙа башҡарыусылар һәм йырлаусылар
- ↑ Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Хазина. Султанбаев Иншар
- Солтанбаев Иншар - Буранбай
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 август 2021)
- Шәһиәхмәттең «Сибай» йырын ҡурайҙа башҡарыусылар һәм йырлаусылар