Фәтихова Эльвира Миҙхәт ҡыҙы
Фәтихова Эльвира Миҙхәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 август 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәтихова Эльвира Миҙхәт ҡыҙы (15 август 1971 йыл) — йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәтихова Эльвира Миҙхәт ҡыҙы 1971 йылдың 15 авгусында Өфөлә тыуған. 1992 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1997 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, профессор Рәйсә Ғәлимуллина класы)[2]. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң башта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, бер үк ваҡытта 1999—2007 йылдарҙа Төркиәлә Анкара опера һәм балет театры, 2003—05 йылдарҙа Сплит ҡалаһында Хорватия милли театры солисы була. Һирәк осрай торған матур тембрлы тауышына кантилена хас, сағыу сәхнә һөйкөмлөлөгө һәм артистизм менән айырылып тора; башҡарыу сәнғәтенә сәхнә образын тәрән уйлап ижад итеп һүрәтләү хас. Австралияла Сидней опера театры, Ҡытайҙың «Гонконг филармония», Австрияла Зальцбург ҡалаһының Ландестеатры сәхнәләрендә йырлай. Д.Гавин, И.Кенни, М. Льюис, Б.Мартин, Р.Ла Спина, Л.Регаццо менән сығыш яһай. Рәсәй һәм Австрия, Германия, Италия, Португалия, Төркиә илдәре буйлап гастролдәрҙә була. 1997 йылда Өфөлә үткән вокалистарҙың Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика асыҡ конкурсы лауреаты, унда Гран‑при яулай. 2002 йылда Германияның Дрезден ҡалаһында үткән Халыҡ-ара итальян операһы вокаль конкурсы дипломанты[1].
Төрлө телдәрҙә — итальян, француз, немец телдәрендә йырлай. Төркиәлә төрөк телен өйрәнә, инглиз телендә иркен һөйләшә[2].
Репертуары һәм төп партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп партиялары: Нарина («Дон Паскуале», Г.Доницетти; дебют, 1997), Виолетта («Травиата», Дж. Верди), Розина («Севилья цирюльнигы» —"Севильский цирюльник", Дж. Россини), Марфа («Батша кәләше» — «Царская невеста», Н. А. Римский‑Корсаков), Нәркәс («Нәркәс», Х. Ф.Әхмәтов) һ.б. Концерт репертуарында И. С. Бах, В. А. Моцарт, К. Орфтың вокаль әҫәрҙәре.