Эстәлеккә күсергә

Әғләмов Нәғим Харислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әғләмов Нәғим Харислам улы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-latn" does not exist.
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 август 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Оло Шаҙы ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Яр Саллы, Татарстан Республикаһы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе

Әғләмов Нәғим Харислам улы (15 август 1932 йыл — 24 декабрь 2008 йыл) — төҙөлөш новаторы, монтажсы. 1958—1992 йылдарҙа «Гидромонтаж» тресының Зәй монтажсылар участкаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973).

Нәғим Харислам улы Әғләмов 1932 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ы Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуған.

1951—1958 йылдарҙа]] Чита өлкәһе сәнәғәт предприятиеларында, Силәбе һәм Өфө ҡалаларында эшләй. 1958 йылдан, 30 йылдан ашыу «Гидромонтаж» тресының Зәй монтаж участкаһында (1987 йылдан — «Спецатоммонтаж» тресының Яр Саллы участкаһы), монтажсы, монтажсылар бригадиры була.

Павловка ГЭС-ы (Башҡортостан), Зәй ГРЭС-ы (төп корпус, мазут хужалығы, быуа плотина), 1964 йылдан — Нижнекамск ҡалаһы сәнәғәт предприятиелары: нефть химияһы комбинаты корпустары, шина заводы цехтары, һыу ебәре ҡоролмалары һәм башҡа төҙөлөштәрҙә эшләй.

1970 йылдан Яр Саллы ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Әғләмов бригадаһы бер нисә объектта: йорттар төҙөү комбинаты, бетон заводы, 500 автомобилгә иҫәпләнгән автобаза, пресс-рам заводы һәм "КамАЗ"дың термогальваник корпусында монтаж эштәрен башҡарҙы — иҙән һәм фундамент өсөн армирланған каркастар эшләне.

1977—1982 йылдарҙа Түбәнге Кама ГЭС-ын төҙөгәндә, Әғләмов бригадаһы бетон йәйеүҙә 1 мм-ға тиклем теүәллек менән 25-30-тонналыҡ 300-ҙән ашыу блок етештерә; 500 т-ға тиклем йөк күтәреү мөмкинлегенә эйә 2 козловый кранды монтажлай, һәм норматив мөҙҙәте 3 тапҡырға ҡыҫҡартыла.

Ауыр йөк ташыусы автомобилдәр етештереүсе Кама заводтары комплексының тәүге сиратын төҙөгәндә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1977 йылдың 15 апрель Указы менән йөк ташыусы автомобилдәр етештереүсе Кама заводтары комплексының беренсе сиратын төҙөгәндә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн Әғләмов Нәғим Харислам улына, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1985—1987 йылдарҙа — Хоабинь ҡалаһында (Вьетнам) гидроузел төҙөлөшөндә монтаж буйынса инструктор.

1992 йылдан алып хаҡлы ялда, Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. 2008 йылдың 24 декабрендә шунда вафат була.

Социалистик Хеҙмәт Геройҙары — пенсионерҙарҙың, өлкән йәштә булғандарын күҙ уңында тотоп — Татарстан Республикаһы Пенсия фонды идаралығы Яр Саллы ҡалаһында күсмә хеҙмәтләндереү ойоштора. Шулай уҡ Идаралыҡта, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын саҡырып, йыл һайын традицион сәй эсеү ойошторола.[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт билдәһе» ордендары һәм миҙалдар
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973).
  • Яр Саллы ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
  1. Добрые традиции(недоступная ссылка с 13-09-2015 (3349  дня))