Эйхенвальд Антон Александрович
Эйхенвальд Антон Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 13 май 1875 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 октябрь 1952 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | композитор |
Эйхенвальд Антон Александрович (13 май 1875 йыл — 1952 йыл) — композитор, дирижёр, фольклорсы. 1933 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1945) һәм һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Александрович Эйхенвальд 1875 йылдың 13 майында Мәскәүҙә тыуған. Атаһы Айхенвальд Александр Федорович[1] Художество академияһы рәссамы, фотограф була, әсәһе Ида Ивановна Айхенвальд (ҡыҙ фамилияһы Папендик) — арфасы, Мәскәү консерваторияһы профессоры.
Мәскәүҙә Антон Александрович гимназияла, унан һуң Һынлы сәнғәт, әүәләү һәм төҙөлөш сәнғәте училищеһында уҡый.
Тәүге музыка дәрестәрен әсәһе бирә, артабан Н. С. Кленовскийҙа (гармония), С. И. Танеевта (контрапункт), Н. А. Римский-Корсаковта (инструментовка) уҡый.
1892 йылдан Мәскәүҙә Н. С. Кленовскийҙың музыка кластарында уҡыта һәм музыкаль фольклор йыйыу менән шөғөлләнә.
1893 йылдан Ҡазан операһында хормейстер булып эшләй. Лингвист-ориенталист Н. Ф. Катанов менән этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша.
Артабанғы эш урындары: Һарытауҙа опера хормейстеры (1894—1895), Түбәнге Новгородта (1901—1903, 1910), Ҡазанда (1907—1909), Тифлиста (1910), Баҡыла (1910, 1911), Һарытауҙа һәм башҡа ҡалаларҙа опера труппаларының дирижёры, антрепренёры.
1917 йылдан Красноярск ҡалаһының Халыҡ консерваторияһында һәм театрында эшләй. 1922 йылдан — Дәүләт музыка фәне институтының ғилми хеҙмәткәре (фольклор), 1934—1937 йылда — Төркмән ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре (Ашхабад).
1924—1926 йылда опера һәм симфоник дирижёр булараҡ — Францияла, Бельгияла, 1927—1928 йылдарҙа Швейцарияла гастролдә йөрөй. Парижда уның «Жар-птица» балет-пантомимаһының премьераһы була (1925).
Төрлө йылдарҙа Ҡазан, Тифлис, Харьков, Одесса, Пермь, Һарытау, Өфө, Куйбышев, Ашхабад һәм башҡа ҡалаларҙың музыка училищеларында уҡыта.
1937 йылда А. Эйхенвальд — Ҡазан музыка фольклоры кабинетының мөдире. Башҡорт һәм татар музыка ижады өлгөләрен йыя. Фонографҡа 60-тан ашыу халыҡ йырын яҙып ала. Ләкин тиҙҙән эштән ҡыуыла һәм «фашланған халыҡ дошманы» тип иғлан ителә.
Һарытауҙа опера һәм балет театрын асыуҙа ҡатнаша.
30-сы йылдар башында БАССР Мәғариф халыҡ комиссариаты Антон Александровичты Өфөгә саҡыра. Өфөлә А. Эйхенвальд Башҡорт дәүләт опера театрын асыуҙа ҡатнаша, «Мәргән» легенда-героик операһын (М. Буранғолов либреттоһы), «Ашҡаҙар» драматик операһын яҙа.
1944 йылдан ул — СССР Совет композиторҙары союзының Куйбышев бүлексәһе рәйесе. Куйбышев опера һәм балет театрының дирижёры (1948—1949).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Эйхенвальд Волга буйы һәм Урта Азия халыҡтарының 4000 самаһы халыҡ көйөн яҙып ала.
«Ёлочка, или Зима» (1913, Одесса), «Жар-птица» (1925, Париж), «Всадники» (1947) балеттары.
Биш музыкаль комедия, шул иҫәптән «Табачный капитан» (1942).
Романстар, йырҙар, ике башҡорт маршы, башҡорт темаларына квартет.
«Степь» (1928, Һамар), «Мәргән» (1940, Өфө), «Ашҡаҙар» (1944, Өфө), «Солнечный камень» (Ғ. Туҡай әкиәте буйынса, 1946).
Кантаталар — Төркмәнстандың 10 йыллығы (1934), Башҡортостандың 25 йыллығы (1944).
Сюиталар, увертюралар, 4 ҡыллы квартет, скрипка, виолончель өсөн пьесалар, 50 романс һәм йыр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миловидова Н. С. Композиторы в истории музыкальной культуры Самарского края: учеб. пособие. — Самара: Самар. гос. акад. культуры и искусств, 2014. — С. 24—39. — 278 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-88293-323-3
- Славный юбилей (К 75-летию А. А. Эйхенвальда) // Советская музыка. — 1950. — № 7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эйхенвальд Антон Александрович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Ирина Бакке. Музыка в годы войны // Ватандаш : журнал.
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/es/65915/%D0%AD%D0%B9%D1%85%D0%B5%D0%BD%D0%B2%D0%B0%D0%BB%D1%8C%D0%B4
- Российская Еврейская энциклопедия
- 13 майҙа тыуғандар
- 1875 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 18 октябрҙә вафат булғандар
- 1952 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- XIX быуат дирижёрҙары
- XX быуат дирижёрҙары
- Рәсәй дирижёрҙары
- Рәсәй империяһы дирижёрҙары
- СССР дирижёрҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Башҡорт фольклорсылары
- XIX быуат композиторҙары
- Башҡортостан композиторҙары
- Рәсәй композиторҙары
- Рәсәй империяһы композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Өфө музыканттары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Шәхестәр:Ҡазан
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР Композиторҙар союзы ағзалары