Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баныу Вәлиева
Бану Валеева.jpg
Тыуған ваҡыты:

14 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Шәмбалыҡсы ауылы, Ҡазан губернаһы[1]

Вафат ваҡыты:

24 февраль 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (88 йәш)

Вафат урыны:

Өфө, Башҡортостан

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1955 || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1949 ||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (14 декабрь 1914 йыл — 24 февраль 2003 йыл) — йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1947) халыҡ артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баныу Нурғәле ҡыҙы Вәлиева 1914 йылдың 14 декабрендә Ҡазан губернаһы[2] Шәм-Балыҡсы ауылында тыуған.

1928 йылда П. Чайковский исемендеге Мәскәү консерваторияһында уҡый. 1932 йылда, консерватория тамамлап, Өфөгә эшкә килә.Ошо йылда асылған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тәүге солисткаһы була.

Баныу Вәлиева репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, композиторҙар әҫәрҙәре, лирик, патриотик йырҙар, көнбайыш классик музыка әҫәрҙәре бар.

1942 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, 1947 йылда БАССР-ҙың халыҡ артисы, 1949 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған, 1955 йылда РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә.

Танылған йырсы 1969 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө сәнғәт институтында уҡыта.

Баныу Вәлиева 2003 йылдың 24 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]