Оло Кәҫле
Оло Кәҫле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Оло Кәҫле Викимилектә |
Оло Кәҫле (Оло Кәһте) (рус. Большие Касли - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры Шәкүров Р.З. башҡ. Кәҫле атамаһы (диалек. Кәһте) "кәҫ" һүҙенән килеп сыҡҡан тип фараз итә [1]. (башҡ. Ҡаҙлы тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекерҙәр ҙә бар [2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәҫле районының көнбайыш өлөшөндә , Кәҫле ҡалаһы янында урынлашҡан. Оло Кәҫле күле тирәләй бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы күлдәр күп: бында Кирете, Һуңкүл, Оло һәм Кесе Киҫегәс, Оло Алакүл, Алабуға, Ҡотташы һәм Кесе Кәҫле урынлашҡан [3].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Кәҫле күле ағымлы, тар ғына ҡылымыҡтары аша Оло Киҫегәс һәм Кирете күлдәре менән, киң булмаған яһалма каналдар аша - Ирташ һәм Алабуға күлдәре менән тоташа, һәм Кәҫле күлдәре каскадының бер быуыны булып тора.
Күлдә ошондай балыҡтар: суртан, алабуға, сабаҡ, табан, этеш, шамбы, рипус, алабалыҡ, ҡарабалыҡ һәм башҡалар тереклек итә.
Ярҙары һөҙәк, тәпәш, бер төҫлөпәк, аҙ йырғыланған. Оло Кәҫле күле һыуйыйғысы рельефы убалы-ҡырлалы, үҫемлектәр донъяһы көньяҡ тайга ярымзонаһына ҡарай, унда ҡайын һәм ҡарағай өҫтөнлөк итә. Һыу күләме яҡынса 120 миллион куб. м тәшкил итә. Һыуы сөсө, кислородҡа бай, гидрокарбанат-кальцийлы типҡа ҡарай. Күл һыуында микроэлементтар комплексы бар, фосфор миҡдары юғары, шуға бәйле йәйге осорҙа һыу өҫтө йәшелләнә - фитопланктон ныҡ үрсей. Һыуҙың минераллашыуы - 160-180 мг/л. Һыу сифатына тәбиғи һәм антропоген факторҙар (хужалыҡ-көнкүреш һыуҙарын тейешенсә таҙартмау) йоғонтоһо көслө [4].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Шәкүр Рәшит. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө:Китап, 2012. — 240 бит.
15ВИ 978-5-295-05479-2
- Матвеев А. К. «Топонимия Урала». Учебное пособие - Свердловск, 1985
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шәкүр Рәшит. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө:Китап, 2012. — 240 бит. 15ВИ 978-5-295-05479-2
- ↑ Матвеев А. К. «Топонимия Урала». Учебное пособие - Свердловск, 1985 г
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- ↑ Касли Большие