Миркәй (күл)
Миркәй | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Миркәй (рус. Мыркай - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миркәй күле Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районында урынлашҡан. Күл эргәһендә Шумово һәм Шибаново ауылдары урынлашҡан.
Силәбегә тиклем ара – 45 км, Ҡурғанға — 240 км, Мейәскә – 14 км алыҫлыҡта.
Географик координаттары: 55°23′56″N 61°53′41″E [2]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл оҙонса түңәрәк һыҙатланышлы, оҙонлоғо 3,5 км, киңлеге 2,5 км. Һыу көҙгөһө майҙаны – 6,8 км². Иң тәрән урыны 5 м., уртаса тәрәнлек - 4-5 метр.
Яры тигеҙлектәргә хас; төбө ҡомло - ҡырсынташлы, ҡайһы бер урында ләмле.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп фараз буйынса күл атамаһы (башҡ. Миркәй) тигән ир-ат исеменән килеп сыҡҡан, был исемде иркәләп әйтеү формаһы, башҡорттарҙа киң таралған булған. [3][4].[5].
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл йыш ҡына ныҡ һайығып торғанлыҡтан, уны ҡамыш баҫҡан. Күл ярҙарында ҡуйы муйыллыҡтар үҫә. Әйткәндәй, муйылдарҙың ҡараһы ғына түгел, ҡыҙыл менән һарыһы ла осрай[2]
Күлдә табан, карп, алабуға һәм ротан тереклек итә[6]. Ҡоштарҙан аҡсарлаҡ - иң күбе; көйөлдө, ҡаҙҙар, өйрәктәр, аҡҡоштар, мөншөгөр, торна, ҡашҡабаш, сүрәгәй, ҡылғойроҡ, Һуна өйрәк осрай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Озеро Мыркай 2019 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Мыркай, озеро (html) (недоступная ссылка — история). Краеведческий портал Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. Мыркай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Мыркай
- ↑ Озеро Мыркай (html). Туристский портал tyr74.ru. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>
- Река Караси [2] 2019 йыл 24 март архивланған.
- * Озеро Мыркай (html). Сайт Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 26 май 2012 года. 2012 йыл 28 август архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7