Эстәлеккә күсергә

Һуна өйрәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һүна өйрәк
Һуна өйрәк
Ата (уң яҡта) һәм инә Һуна өйрәк
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anas platyrhynchos Linnaeus, 1758

Төрҙәре
  • A. p. conboschas
  • A. p. diazi
  • A. p. domesticus
  • A. p. platyrhynchos
Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 141504

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175063
NCBI  8839
EOL  1047918
Anas platyrhynchos

Һуна өйрәк (лат. Anas platyrhynchos) ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Был билдәле һәм киң таралған ҡырағай өйрәк.[1] Ата һуна өйрәктең оҙонлоғо 62 см тирәһе, инәнеке - 57 см тирәһе, ауырлығы 1 – 1,5 кг-ға етә.[2] Ата өйрәктең башы һәм муйыны йәшел, боғағы һәм түше ҡыҙғылт-көрән, арҡаһы һәм ҡорһаҡ яны һоро төҫтә (арҡыры таптар менән). Инә өйрәктең төҫө ҡыҙғылт-көрән һәм ҡарараҡ таптар менән ҡапланған. Ҡорһағы һорғолт-көрән (булы таптар менән). Ата һәм инә өйрәктең ҡанаты күкһел-фиолет булып ялтырап тора.

Ҡайһы ваҡыт ҡышларға йылы яҡҡа осмайҙар. Аҙ тоҙло йәки сөсө һыуҙарҙа йәшәй. Һуңғы ваҡытта байтаҡ ҡоштар ҙур ҡалалар тирәһендәге туңмаған һыуһаҡлағыстарҙа ҡышлайҙар.[3] Һуна өйрәккә кәсеп һунар һәм спорт һунары объекты булып тора.[4][5] . Һуна өйрәктән селекция ярҙамында әлеге выҡытта киң таралған өй өйрәктәре породаларын сығарғандар, ҡалғандары мускус өйрәгенән.[6][7]

Беренсе тапҡыр һуна өйрәкте 1758 йылда швед табибы һәм натуралисы Кард Линней «Тәбиғәт системалары» баҫылмаһында фәнни рәүештә тасурилаған. Линней яңылыш ата өйрәкте Anas boscas төрөнә («A. rectricibus intermediis (maris) recurvatis, rostro recto»), ә инә өйрәкте Anas platyrhynchos төрөнә («A. macula alari purpurea utrinque nigra albaque, pectore rufescente») индергән.[8][9]

Ҙур ныҡ кәүҙәле, ҙур башлы һәм ҡыҫҡаҡ ҡойроҡло һыу ҡошо. Оҙонлоғо 51 – 62 см., ҡанат йәйеме 80 – 100 см, ата өйрәктең ҡанаты 27,5 - 30,6 см, инәнеке 25,2 – 28,5 см, ауырлығы 0.75 – 1.5 кг.[6] Томшоғо киң, яҫы, ситендә мөгөҙсә пластиналар ныҡ үҫешкән. Ата һәм инә өйрәктең томшоғо төҫтәре менән айрыла. Ата өйрәктең (күгәлдең) нәҫел ҡалдырыу периодында томшоҡ төбө охра-оливка төсөндә, осонда – ҡуйы охра төҫө йәки һары, иң осонда яҫы ҡара «тырнаҡ» бар. Үҫеп ҙурайған һуна өйрәктәрҙең томшоҡ төҫө оливка төҫөнән алып ҡара-һоро була (сите оранжевый), әммә ҡайһы берҙә бөтөнләй оранжевый була ала. Инә өйрәктең томшоҡ төбөндә тиктәлә бер-нисә бәләкәс ҡара таптар була.[10]

  1. Фридер Зауер. Птицы обитатели озёр, болот и рек. — М.: АСТ, Астрель, 2002. — С. 108—109. — 287 с. — ISBN 5-17-011412-5
  2. Mullarney, Killian; Svensson, Lars; Zetterström, Dan; Grant Peter J. (1999) Birds of Europe. — Princeton University Press. ISBN 978-0-691-05054-6, p. 56
  3. Фридман В. С., Ерёмкин Г. С. Урбанизация «диких» видов птиц в контексте эволюции урболандшафта. Биологический факультет МГУ, Москва, 2008
  4. Утиные. Кряква // Древо познания : коллекционный журнал. — Marshall Cavendish, 2002.
  5. Герман В. Е. Охота на пернатую дичь. — М.: Эра, 2005. — 352 с. — (Охотник, рыболов). — ISBN 5-87624-012-5
  6. 6,0 6,1 Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2001. — С. 62—63.
  7. П. Френсис. Птицы. Полная иллюстрированная энциклопедия. — М.: АСТ — Дорлинг Киндерсли, 2008. — 512 с. — (Дорлинг Киндерсли). — ISBN 978-5-17-053424-1
  8. Carolus Linnaeus. Systema naturae per regna tria naturae, secundum classes, ordines, genera, species, cum characteribus, differentiis, synonymis, locis. Tomus I. Editio decima, reformata. — Holmiae (Laurentii Salvii), 1758. — P. 125, 127.
  9. Carolus Linnaeus. Systema naturae (оригинал). Biodiversity Heritage Library. Проверено 8 декабря 2009.
  10. В. И. Лысенко. Том 5 — Птицы. Вып. 3 — Гусеобразные // Фауна Украины. — Киев: Наукова думка, 1991. — С. 102—114.