Ирташ (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирташ
Рәсем
Күлдән аҡҡан йылғалар Тинес
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 227 метр
Оҙонлоҡ 14 km
Киңлек 5 km
Вертикаль тәрәнлеге 16 метр
Майҙан 53,5 км²
Вид в ночное время
Панорамный вид
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Карта
 Ирташ Викимилектә

Ирташ (рус. Иртя́ш[2]) — Рәсәй Силәбе өлкәһенең Кәҫле һәм Озёрск ҡалалары янындағы һыу һаҡлағыс — күл. Күл тулыһынса тиерлек ошо ҡалалар биләмәләренә инә, бары көньяҡ-көнбайыштағы ҙур булмаған өлөшө генә Ҡыштым ҡала округына инә[3][4]

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирташ күле

Атама йөкмәткеһе, яңғырашы яғынан да башҡорт телендәге «ир» йәки «ер» һәм «таш» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип билдәләргә кәрәк, сөнки, ысынлап та, күлдең яры, төбө ташлы. Күл шулай уҡ Иртәй, Иртәкәй, Иртүк тигән ирҙәр исеменән булыуы ла ихтимал тигән фараздар бар[5].

Рычков Пётр Иванович үҙенең «Топография Оренбургская» тигән китабында Иреляшъ тигән вариантты ла яҙа [6]..

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса күл бассейны майҙаны 53,5 км² тәшкил итә [7], икенсе сығанаҡтарҙа — 61,8 км². Иң тәрән урыны 18,6 м, уртаса тәрәнлеге — 7,5 м. Ирташ күленә Оло Ҡыштым һәм Бүкәйән йылғалары ҡоя. Кәҫле яғынан күлгә һыу Ҡорғолаҡ (рус. Исток йылғаһынан, шулай уҡ Оло Кәҫле ҡаҙылған каналынан килә. Ирташтан бер йылға - Тинес, Иҫәтйылғаһының уң ҡушылдығы, ағып сыға [8]

Күлдә балыҡ бик күп (этеш,алтын табан, ҡарабалыҡ, шамбы, алабуға, сабаҡ, суртан, опто). Акклиматизацияланған карп, ҡорман, алабалыҡ, пелядь (сабаҡ төрө), судак тереклек итә [8].

Һыу үҫемлектәренән йәшел ҡамыш, екән, күрән ҡамыш, ҡыяҡлы ҡамыш, томбойоҡ осрай Рычков,.

Утрауҙары бар. Төбө ләмле, урыны менән ҡом һәм ҡырсынташ. Ташлы, хатта таш теҙмәләре урындары осрай [8].

Рычков Пётр Иванович үҙенең «Топография Оренбургская» тигән китабындағы «Знатные озера в Башкирии» тигән бүлектә былай тип яҙа:

Иреляшъ, отъ предупомянутаго Уялея разстоянїемъ отъ пятнатцати до дватцати верстъ, по длинѣ верстъ на тритцать, а шириной верстъ на десять, отъ котораго вышла рѣка Теча. Острововъ на немъ счисляютъ до дватцати, лѣсу на берегахъ онаго всякаго множество. На степной сторонѣ на берегу того о́зера въ Мякотинской волости находится старинной валъ, такой высокой, что въ нѣкоторыхъ мѣстахъ саженей до четырехъ, а ровъ въ глубину сажени полторы.

[9]

Был күл атамаһы Иредяш яҙылышында монах Долматовскийҙың Мәскәүгә яҙылған хатында телгә алына:

...в горе по вершине Уфы, Чадены и Яику реки... и домницы, и ямы в том месте есть... На ту гору проложены дороги великие. Теми дорогами ездят многие башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд. Есть и город каменный на берегу озера Иредяша в полднище пути, и башни великие и палаты каменные, башкирцы его скрывают, а так же некто служилый человек видел на острове Иртяш – озера этот город в саморостном камени. Вокруг него ров, а за тем городом сделаны домницы исстари, видны плавильная руда и шлак. В длину городище 100 сажень, а поперек 50 сажень” [10]

Күл акваторияһында елкәнле кәмәләр уҙышы үткәрелә, халыҡ-ара елкән спорты ISAF категорияһындағылар ҙа була озера.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Лист карты N-41-2. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1988 г.
  3. А. В. Измайлова. Иртяш. — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России» [1](недоступная ссылка)
  4. Иртяш // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008. Т. 2. — Д—И. — С. 618—619. — ISBN 978-5-88771-072-3
  5. Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. Рычков Пётр Иванович.1762, с. 218—219
  7. Государственный водный реестр. Иртяш. textual.ru. Минприроды России (29 марта 2009). Проверено 20 декабря 2018.
  8. 8,0 8,1 8,2 Иртяш // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008. Т. 2. — Д—И. — С. 618—619. — ISBN 978-5-88771-072-3
  9. Рычков, 1762, с. 218—219
  10. Псянчин А.В. Башкортостан на старых картах. Уфа.2001. С.26. - Из письма монаха Долматовского Успенского монастыря в Москву. 1668 г.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.
  • Фото озера Иртяш
  • Фото Иртяш (Озёрск)