Рычков Пётр Иванович
Пётр Иванович Рычко́в | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
15 октябрь 1777 (65 йәш) |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе |
география, крайҙы өйрәнеү |
Эшләгән урыны | |
Уҡыусылары |
Рычков Иван Петрович, Рычков Николай Петрович |
Ниндәй өлкәлә танылған |
тарихсы, географ, иҡтисадсы |
Рычков Пётр Иванович (1 октябрь 1712 йыл — 15 октябрь 1777 йыл) — тарихсы, географ, иҡтисадсы. Санкт-Петербург Фәндәр һәм художество академияһының мөхбир ағзаһы (Санкт‑Петербург, 1759). Коллегия советнигы (1751). Сауҙагәр. Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады һәм этнографияһы буйынса энциклопедик хеҙмәт һаналған «Ырымбур губернаһы топографияһы»ның авторы. Ул хәҙерге Өфө территорияһындағы боронғо ҡала, бөгөнгө Башҡортостандың Шишмә районындағы кәшәнәләр тураһында бик күп риүәйәттәр йыя, Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында иң тәүге мәҡәлә уның тарафынан яҙыла.
Пётр Иванович Рычков башҡорттарҙың юҡҡа сыға барыуы тураһында мәғлүмәт ҡалдырған. Уның яҙмалары нигеҙендә Александр Сергеевич Пушкин «Капитан ҡыҙы» тарихи романын яҙа.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Иванович Рычков 1712 йылдын 1 октябрендә Архангелогород губернаһыныӊ Вологда ҡалаһында сауҙагәр ғаиләһендә тыуа. 1720 йылда ғаилә лат. Мәскәүгә күсә, Пётр сит телдәрҙе өйрәнә.
1730—1732 Ямбург (хәҙерге Ленинград өлкәһе Кингисепп ҡалаһы) һәм Жабин быяла заводтары идаралығында эшләй.
1733—34 йылдарҙа Санкт-Петербург таможняһы тәржемәсеһе һәм бухгалтер ярҙамсыһы,
Ырымбур экспедицияһында (1734—1744) ҡатнашыусы.
1744—60 йылдарҙа Ырымбур губерна канцелярияһы хеҙмәткәре.
1751 йылдан Коллегия советнигы.
1759 йылда — Фәндәр һәм художество академияһыныӊ мөхбир ағзаһы (С. Петербург), Пётр Иванович Рычков — рустар араһында беренсе Санкт-Петербург ФА ағза-корреспонденты.
1769 йылдан алып Баш Ырымбур тоҙ эштәре идараһы етәксеһе.
Ирекле иҡтисад йәмғиәте (1765) һәм Мәскәү унниверситеты эргәһендәге Ирекле Рәсәй йыйылышы ағзаһы.
1777 йылдан Себер һәм Ҡазан заводтарының Баш идараһы канцелярияһы начальнигы.
65 йәшендә, 1777 йылдын 15 октябрендә Екатеринбургта вафат була. Ырымбур губернаһыныҙ Спас ауылында ерләнгән (Хәҙерге Татарстандыӊ Бөгөлмә районы) ерләнгән. Ошо ауылда урынлашҡан Рычков Пётр Иванович имениеһынан Петер Симон Паллас үҙенең экспедицияларын эҙерләй.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, төбәкте колониялаштырыу, башҡорт ихтилалдары, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихын, башҡорттарҙың шәжәрәләрен, хужалығын, көнкүрешен, ырыу-ҡәбилә ҡоролошон, төбәктең тәбиғәт ресурстарын өйрәнгән. 60 ҡа яҡын фәнни хеҙмәт яҙған.
- «Ырымбур топографияһы, йәғни коллежский советник һәм император фәндәр академияһының мөхбире Петр Рычков яҙған Ырымбур губернаһын ентекле һүрәтләү» (1762)
- «Лексикон йәки Ырымбур губернаһының топографик һүҙлеге» («Лексикон или Словарь топографической Оренбургской губернии»; 1776, баҫылмаған)
Пётр Рычков Һөйәнтүҙ тураһында:
"Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды. "[1] .
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2012 йыл Ырымбур өлкәһендә «Рычков йылы» тип үтте[2].
- Cеверный районында уның йорто төҙөкләндерелде[3][4].
- 2012 йылда"Оренбургская книга" нәшриәте менән 4 томлы «Жизнь и деятельность П. И. Рычкова» китап сыкарылды[5]
- 2012 йылдын августа уның 300-йыллыҡ тыуыу билдәләп Ырымбур тимер юл вокзалы алдында һәйкәл ҡуйылды[6].
- 2013 йылда уның иҫтәлегенә Ырымбур дәүләт университеты алдында икенсе һәйкәл ҡуйылды[7][8][9].
- Ырымбурҙа Совет урамында, Валерий Чкалов һәйкәле янында ул йәшәғән йорто һаҡланған.[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рычков П. И. История Оренбургская: 1730—1750. Ырымбур, 1896.
- ↑ Оренбургский Ломоносов(недоступная ссылка)
- ↑ Cеверный районында уның йорто төҙөкләндерелде
- ↑ Cеверный районында уның йорто төҙөкләндерелде 2021 йыл 26 август архивланған.
- ↑ 2012 йылда "Оренбургская книга" нәшриәте менән 4 томлы «Жизнь и деятельность П. И. Рычкова» китап сыкарылды 2017 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ В Оренбурге открылся памятник Петру Рычкову
- ↑ 2013 йылда уның иҫтәлегенә Ырымбур дәүләт университеты алдында икенсе һәйкәл ҡуйылды 2017 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ 2013 йылда уның иҫтәлегенә Ырымбур дәүләт университеты алдында икенсе һәйкәл ҡуйылды 2014 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ 2013 йылда уның иҫтәлегенә Ырымбур дәүләт университеты алдында икенсе һәйкәл ҡуйылды 2014 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Ырымбурҙа Совет урамында, Валерий Чкалов һәйкәле янында ул йәшәғән йорто һаҡланған(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Витевский. Неплюев и Оренбургский край. — Вып. II.
- Пекарский. Сношения Петра Ивановича Рычкова с академией наук в XVIII столетии. — СПб., 1866.
- Пекарский. Жизнь Петра Ивановича Рычкова и его литературная деятельность // Сборник статей, читанных во втором отделении академии наук. — 1869. — Т. II.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рычков Пётр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- Рычков Пётр Иванович «Силәбе» энциклопедияһында
- 1 октябрҙә тыуғандар
- 1712 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Вологдала тыуғандар
- 15 октябрҙә вафат булғандар
- 1777 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Крайҙы өйрәнеүселәр
- Рәсәй империяһы географтары
- Санкт-Петербург ФА мөхбир ағзалары
- Башҡорттар тураһында яҙған башҡа милләт (ил) шәхестәре