Тоҙ-Аҡкүл
Тоҙ-Аҡкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Тоҙ-Аҡкүл рус. Таузаткуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Уйылға районындағы күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең Уйылға районында, Оло Шумаков ауылынан 3 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Координаттары: 54°25'55"N 61°53'23"E [2]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең иң тоҙло күлдәренең береһе[3]
Күл соҡоро - "һауыты" - һыу йыуып барлыҡҡа килгән.
Һыу көҙгөһө майҙаны 14,5 км²; иң тәрән урыны 0,45 метр, уртасаһы - 0,28 м; һыу массаһы күләме - 4 млн м³. Һыуйыйғыс майҙаны - 159 км².
Ярҙары һөҙәк, төньяҡ өлөшө - һаҙлыҡлы. Төбө тигеҙ, ләмле.
Тоҙ-Аҡкүлдең һыуы аҡмай, бик ҡаты. Тоҙ-Аҡкүл һыуы ныҡ минераллашҡан (120—200 г/л), тоҙ ултырмалары күп. Шул арҡала һыуы ла ағарып күренә, әммә үтәҙек. Яуым-төшөмдән туйына[4].
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуы хужалыҡ маҡсаттарында ҡулланылмай. Әммә Тоҙ-Аҡкүл шифалы минераль батҡағы менән дан тота, тип яҙа Силәбе өлкәһе сайттары [3]
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл урман-дала үҫемлектәре менән уратылған. Ныҡ тоҙло булыуы арҡаһында һыуында үҫемлектәре юҡ.
Ихтиофауна йәһәтенән, Төмән ғилми тикшеренеүселәренең мәғлүмәттәре иғтибарға лайыҡ. Улар 2010 йылда Урал һәм Көнбайыш Себер күлдәрендә ҡыҫала кеүектәрҙе өйрәнгәндәр һәм Тоҙ-Аҡкүлде лә күҙәткәндәр. Йыл ныҡ ҡоро килеүе һөҙөмтәһендә күл ныҡ һайыҡҡан һәм тоҙ концентрацияһы артҡан. Һөҙөмтәһен ғалимдар"Экология" журналында баҫып сығарған: Тоҙ-Аҡкүлдәге ҡыҫала һымаҡтарҙың башҡа күлдәргә ҡарағанда вағыраҡ булыуын билдәләнгән:" Нами неоднократно была отмечена обратная зависимость роста рачков от общей минерализации водоемов. Наименьшими размерами отличались рачки из наиболее минерализованного оз. Таузаткуль, отнесенного к IV группе.[5]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә ХVIII быуаттағы сығанаҡтарҙа күл атамаһы Тузат-Куль тип яҙып алыныуын билдәләй, башҡорттар үҙҙәре Тозак-Куль («белое, соленое озеро» или Ак-Куль — «белое озеро (тоз — «соль», ак — «белый», куль — «озеро»)) тип атауын яҙа. Йәғни, атама тоҙло аҡ күл тигәндән сығып бирелгән[6].[7]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Таузаткуль
- ↑ 3,0 3,1 Край голубых озёр
- ↑ Озеро Таузаткуль
- ↑ Е. Г. Бойко, Л. И. Литвиненко, К. В. Куцанов, М. А. Габдуллин. Особенности биологии артемии в озерах Урала и Западной Сибири - "Экология", 2012, № 4 - с. 308-316 (УДК 576.62(285.2)(571.1)[osobennosti-biologii-artemii-v-ozerah-urala-i-zapadnoy-sibiri]
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Е. Г. Бойко, Л. И. Литвиненко, К. В. Куцанов, М. А. Габдуллин. Особенности биологии артемии в озерах Урала и Западной Сибири - "Экология", 2012, № 4 - с. 308-316 (УДК 576.62(285.2)(571.1)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>
- Край голубых озёр [2]