Алабуға (күл, Кәҫле районы)
Алабуға | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Алабуға - рус. Алабуга - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл, өлкәләге бер үк исемдәге өс күлдең береһе.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алабуға - Силәбе өлкәһе Кәҫле районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан күл. Кәҫле ҡалаһынан 5 км көнсығыштараҡ ята.
Координаттары: 55°54′3″N 60°54′40″E [2]
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һыу көҙгөһө майҙаны 8,76 км² (диңгеҙ кимәленән абс.бейеклеге 233,2 м булғанда);
- Уртаса тәрәнлеге - 2,9 м, макс. 5,1 м
- Һыу массаһы күләме - 25,4 млн м³.
- Һыуйыйғыс майҙаны өлөшләтә һаҙмырт, уның майҙаны 33,8 км²,
- Күлдән ҙур булмаған йылға ағып сыға, ул Ҡараболаҡ йылғаһына төшә.
- Һыуы сөсө.
Оло Кәҫле күле менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.
Күл соҡоро эрозия-тектоник сығышлы.
Ихтиофаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күл ихтиофаунаһында 8 урындағы һәм 4 яраҡлаштырылған төр балыҡ тереклек итә; күпселеге сабаҡ, алабуға, карп үрсей.
Радиоактивлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Маяҡ» химкомбинаты радиацион аварияһынан һуң (1957), радиоактив болот үткәндә, һыу ятҡылығына 175 Ku радионуклид яуа. 1999 йылда күлдә 5-6 Ku радионуклид була, шуларҙың 0,6-1,2 Ku бысраныуы - һыуҙа. Балыҡтың нурланыу (Sz буйынса) удел активлығы 84 Бк/кг тәшкил итә (хәүефһеҙ радиация кимәле) [3].
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһе географы, топонимисы, Алабуға атамаһының килеп сығышын былай тип аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[4].[5]
Күл атамаһы башҡорт телендәге алабуға тигән балыҡ атамаһынан алынғаны шик тыуҙырмай.
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Алабуга 2019 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Озеро Алабуга
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Озеро Алабуга 2019 йыл 2 июль архивланған.
- Озёра Южного Урала
- Алабуга (Касли)
![]() |
Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |