Эстәлеккә күсергә

Алабуға (күл, Ҡарабаш)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алабуға
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Ҡарабаш
Карта

Алабуға - рус. Алабуга - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл

Алабуға - Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округына ҡараған, Ҡарабаш ҡалаһынан һәм Уйылды күленән йыраҡ түгел урынлашҡан һыу ятҡылығы [1]

Силәбегә тиклем араһы — 100 км, Екатеринбургҡа — 180 км, Ҡыштымға – 30 км, Ҡарабашҡа — 13 км.

Координаттары: 55°32′5″N 60°21′38″E

Силәбе өлкәһендә Алабуға атамалы 3 күл бар. Уларҙың береһе - Кәҫле, икенсеһе - Ҡыҙыл Армия районында.

Был мәҡәләләгеһе Ҡарабаш ҡалаһы янында урынлашҡан, ул ҙур түгел. Көнбайыштан көнсығышҡа табан - 600 метрға, төньяҡтан көньяҡҡа — 400 метрға һуҙылған.

  • Һыу көҙгөһө майҙаны – 25 гектар.
  • Тәрәнлеге – 5-7 метр, иң тәрән урыны 9 метрға етә.
  • Төбө өлөшләтә ташлы, өлөшләтә ләмле.
  • Үтәҙеклеге - 1,5–2 метр.
  • Һыуы сөсө.

Ярында тораҡ пункттар юҡ.

Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Алабуға атамаһының килеп сығыуы былай аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[2].[3]

Күл атамаһы, шулай итеп, алабуға тигән балыҡ атамаһынан алынған.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлде ҡатнаш урмандар уратҡан. Ярҙары һаҙлыҡлы, һыу үләндәре үҫә. Урмандарында емеш-еләк, бәшмәк күп.

Һыу ятҡылыҡғын һыла, аҡ амур, алабалыҡ, ҡарабалыҡ, карп ебәреп торола. Экзотик төрҙәрҙән бикре, уҡбалыҡ үрсетелә. Ҡәҙимге төрҙәрҙән сабаҡ, алабуға, суртан тереклек итә.

Балыҡ тотоу түләүле.

  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит
  1. Алабуга
  2. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]