Уҡбалыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Уҡбалыҡ
Acipenser ruthenus Prague Vltava 1.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Acipenser ruthenus Linnaeus, 1758

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 VU ru.svg en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 227
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   161079
NCBI   7906
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
 төр юғала 
Төр тураһында мәғлүмәт
Уҡбалыҡ

ИПЭЭ РАН сайтында

Уҡбалыҡ (рус. Стерлядь, лат. Acipenser ruthenus)— мәрсен (бикре) һымаҡ балыҡтар ғаиләһендәге (семейство осетровых) йылға балығы; Бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бик ҡиммәтле аулау балығы[1].

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡара, Азов, Каспий диңгеҙҙәре йылға бассейнында, илебеҙҙең Европа өлөшөндәге һәм Көнбайыш Себерҙәге төрлө йылғаларҙа тереклек итә. Башҡортостандың Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел Дим йылғаларында йәшәй.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтә.

Был балыҡтарҙың тәңкәһеҙ. Оҙонса кәүҙәләре 5 буй рәт ромб һөйәк пластиналары бар: бер рәт арҡанан, икешәр рәт ян-яҡтан һәм ҡорһаҡтан үтә.

Баштарының алғы өлөшөндә оҙон томшоҡ — рострум һуҙылған. Ауыҙҙары томшоғоның аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Ауыҙы аҫтында суҡлы мыйыҡсалары бар.

Шул томшоҡтары менән мәрсендәр аҙыҡ эҙләп һыу төбөндә ҡаҙына, унда йәшеренгән һәр төрлө умыртҡаһыҙ хайуандарҙы табып ашай.

Уҡбалыҡтың оҙонлоғо 125 см-ға, ауырлығы 16 кг-ға етергә мөмкин. Ғәҙәттә, Башҡортостанда иң ҙуры 35—45 см, ауырлығы 1 кг самаһы булғандары осрай.

Арҡаһының төҫө ҡуйы һоро, һорғолт көрән, ҡорһағы аҡ төҫтә. Мороно осло. Ауыҙы аҫҡы, ҙур түгел, суҡлы мыйыҡсалары бар. Ҡойроҡ йөҙгөсө симметрик түгел.

Бөтә мәрсендәрҙең дә ите бик юғары сифатлы һәм улар ныҡ ҡиммәтле ҡара төҫтәге ыуылдырыҡ бирә.

Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға был балыҡ балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла уны аулау ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрсендәрҙең сөсө һыуҙа йәшәй торған төрө. Күберәк һыу төбөндәге хайуандар менән туҡлана.

Көҙгөлөккә (сентәбрҙа) йылғаның тәрән урындарына, соҡорҙарға йыйылып яталар. Ҡышты шулай, туҡланмайынса хәрәкәтһеҙ тиерлек ятыуҙа үткәрәләр.

Ғүмер оҙонлоҡтары 22-30 йыл тирәһе.

Төп сикләүсе сәбәптәр — йылғаларҙың ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән бысраныуы; йылғаларҙың һайығыуы, браконьерҙар.

Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Енси яҡтан ата балыҡтар 3—7, инә балыҡтар — 5—12 йәштә өлгөрә. 2—3 йылға 1 тапҡыр апр.—июндә ыуылдырыҡ сәсә.

Ыуылдырығын 7—15 м тәрәнлектә ваҡ ҡырсынташ-ҡомдан торған грунттың көслө ағымлы участкаларында һала.

Үрсеме — 100 мең ыуылдырыҡ. 22 йылға тиклем йәшәй.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡбалыҡ бөжәк, ҡарышлауыҡ, ҡорттар, ҡусҡарҙар, балыҡ ыуылдырығы, моллюскылар, һөлөктәр, һирәкләп һыу үҫемлектәре (башлыса йәйгеһен) менән туҡлана.

Башҡортостан Республикаһында Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымдарында (Мәләүез ҡалаһына тиклем) һәм уның ҡушылдыҡтарында (Дим Ағиҙел, Эҫем, Өршәк йылғалары) йәшәй.

Статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының һәм РФ-тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]