Алабуға (күл, Ҡыҙыл Армия районы)
Алабуға | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Красноармейск районы |
Алабуға (рус. Ала́буга) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алабуға — Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл, өлкәләге өс Алабуғаның береһе.
Күлдең көньяҡ ярында атамаһын күлдән алған ҙур ауыл - Алабуға. Төньяҡ һәм көнбайыш өлөшөндә — йәйләүҙәр.
Төньяҡ-көнсығыш ярын буйлап Бродокалмак — Алабуға — Тәрәнкүл автомобиль юлы үтә [2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уртаса тәрәнлеге — 2 м, иң тәрән урыны — 3 метр.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 173 метр.
- Минераллылығы — 0,694 г/л.
- Майҙаны — 7,4 км² [3].
- Оҙонлоғо - 3,4 км.
- Киңлеге - 2,6 км.
- Һыуйыйғыс майҙаны: 8,1 км².
- Һыу күләме - 20 300 000 м³.
- Сығанаҡтары юҡ, аҡмай торған күл.
- Һыуы сөсө
- Төбө - ләмле, урыны менән ҡомло.
- Тоҙлолоғо - 0,7 г/л [4].
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яр буйҙары тотош ҡамыш менән ҡапланған.
Күлдә алабуға һәм аҡ сабаҡ тереклек итә [5].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһе географы, топонимисы, үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Алабуға атамаһының килеп сығышын былай тип аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[6].[7]
Күл атамаһы, тимәк, алабуға тигән балыҡ атамаһынан йәки Алабуға тигән боронғо башҡорт андронимынан алынған булыуы ихтимал.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ АЛАБУГА (У ПОСЕЛКА АЛАБУГА)
- ↑ АЛАБУГА (У ПОСЕЛКА АЛАБУГА)
- ↑ Озеро Алабуга
- ↑ АЛАБУГА (У ПОСЕЛКА АЛАБУГА)
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |