Уйылды (күл)
Уйылды | |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
---|---|
Бассейн майҙаны | 144 км² |
Период обновления воды | 19 Йыл[1] |
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 273 метр |
Периметр | 117 километр |
Оҙонлоҡ | 135 километр |
Киңлек | 9 километр |
Вертикаль тәрәнлеге | 40 метр |
Майҙан | 68,1 км² |
Күләме | 1014 cubic hectometre |
![]() |
Уйылды (рус. Увильды́[2]) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы, Ҡарабаш, Ҡыштым ҡала округтарындағы күл.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уйылды рекреацион йәһәттән артыҡ көсөргәнешкә дусар, уның ярҙарында барлығы 78 шифахана, ял базалары, балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары һәм шәхси коттедждар бик күп.
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса күлдең һыуйыйғыс бассейнының майҙаны 196[3] км², әммә майҙаны 140 км² тигән мәғлүмәттәр ҙә бар[4] Уйылды — Көньяҡ Уралдың бер нисә бик үтәҙек һыулы күлдәренең береһе.
Күлдең төньяҡ ярында Рипус тимер юл станцияһы урынлашҡан[5]
1975 йылда Арғужа һыуһаҡлағысына һыу ағыҙыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1975 йылда ҡоролоҡ арҡаһында Силәбе өлкәһендә һыу етмәй башлай, шул арҡала Уйылдынан һыу ағыҙырға Арғужа һыуһаҡлағысына канал ҡаҙыла. Ҡоролоҡ осоронда Уйылдыла һыу 4 метрға төшә[6] һәм ул 2006 йылда, 31 йылдан ғына элекке кимәленә күтәрелә[7][8]
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVIII быуат сығанаҡтарында урыҫ телендә ошондай версиялар осрай: Увелди, Увельди, Уелды, Увелги, шулай уҡ башҡортса әйтелеш тә килтерелә — Уелдекуль, Уелдекул. Топоним ике башҡорт һүҙенән: «уйылды» һәм «күл» һүҙҙәренән тороуы күренә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал. Күл, ысынлап та, соҡорға уйылып төшкән кеүек тәьҫир ҙә ҡалдыра — ярҙары бейек, яр ситенән үк тәрән һыулы[9].
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/EUR-52
- ↑ Лист карты N-41-14-А. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
- ↑ Государственный водный реестр. Увильды. textual.ru. Минприроды России (29 марта 2009)
- ↑ Озеро Увильды. — Информация об ООПТ на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»)
- ↑ Публичная кадастровая карта на официальном сайте Росреестра
- ↑ График уровня воды (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2009)
- ↑ Татьяна Ишукова: «Я, когда слышу фразу „глобальное потепление“, начинаю нервничать. Ну глупости это!» / Уралпрессинформ, 15.01.2006 (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2009)
- ↑ Санаторий Увильды (Тикшерелеү көнө: 6 август 2009)
- ↑ Шувалов Н. И. Увильды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Справочная статья. Озеро Увильды
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.