Иҙәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҙәк (Оло Иҙәк)
Характеристика
Оҙонлоғо 72 км
Бассейн 704 км²
Һыу ағымы
Тамағы Ҡариҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 71 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°56′25″ с. ш. 56°20′48″ в. д.
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан Республикаһы

Иҙәк (Оло Иҙәк)[1][2]Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһының Благовещен һәм Өфө райондары[3] биләмәләрендә аға. Йылға оҙонлоғо 72 км[4]. Һыу бассейны майҙаны — 704 км²[4].

Булат ауылынан көньяҡ-көнсығышта башлана[5]. Убалы, урыны менән йүкә һәм ҡарама үҫкән ерҙәр буйлап көньяҡҡа ҡарай аға[5]. Яңы Надеждин ауылы эргәһендә — быуылған[5]. Артабан көньяҡ-көнсығышҡа борола, Благовещен районының Каменная Поляна һәм Трошкин ауылдары аша ағып үтә, ҙур йүкә-уҫаҡ урманының көнсығыш сите буйлап бара[5]. Ильина Поляна ауылын үткәс яңынан көньяҡҡа борола[5]. Иң түбәнге ағымында көньяҡ-көнсығышҡа 0,4 м/с тиҙлек менән йүнәлә[2]. Йылға Ҡариҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 71 км өҫтәрәк ҡушыла[4].

Кесе Огрязь тамағынан түбәндәрәк киңлеге 5 метр һәм тәрәнлеге 1 метр; Турышлынан түбәндәрәк — ярашлы рәүештә 38 һәм 0,8 метр[5].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҙәк йылғаһының атамаһы (Башҡортостанда Дим йылғаһының уң ҡушылдығы һәм Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районындағы кеүек үк), гидроним, моғайын, башҡорт телендәге уҙәк «уйһыу урын», «тар үҙәк» һүҙҙәренә барып тоташа[6].

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡушылдыҡтары тәртип буйынса тамағынан башына ҡарай һынап бирелгән.

- 25 км: Кесе Иҙәк[5] (һул)

- Казмышла[5] (уң)

- 50 км: Кесе Огрязь[5] (уң)

- 52 км: Огрязь[5] (уң) - Һалҡын Шишмә[5] (һул)

- Коршинка[5] (һул)

- Петлиха[5] (һул)

- Иҙәк[7] (уң)

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыҠариҙел йылғаһы, Павловка һыуһаҡлағысынан Шаҡша биҫтәһендәге һыу үлсәү постына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[8].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [8]:

- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201212111100024015

- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102401

- Бассейн коды — 10.01.02.012

- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11

- ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:ГКГН
  2. 2,0 2,1 Лист карты N-40-41 Уфа. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
  3. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  4. 4,0 4,1 4,2 «Изяк (Большой Изяк)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 Лист карты N-40-29 Ильина Поляна. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
  6. С.М. Стрельников Географические название Оренбургской области — Изд. 2-е, дополн. и исправл.. — Кувандык: Изд-во С.М. Стрельникова, 2002. — Б. 54.
  7. Лист карты N-40-28 Благовещенск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
  8. 8,0 8,1 РФ һыу реестры: Иҙәк (Оло Иҙәк).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]