Соҡалаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соҡалаҡ
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Өфө һәм Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 6 km
Карта
 Соҡалаҡ Викимилектә

Соҡалаҡ — Өфө ҡалаһындағы кескәй йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы башҡорт телендәге «соҡа» (бәләкәй йырын) һүҙенә -лаҡ аффиксы ҡушып яһалған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 — Ағиҙел йылғаһы, 2 — Ҡариҙел йылғаһы, 3 — Дим йылғаһы, 3А — Димдең иҫке үҙәне, 4 — Соҡалаҡ йылғаһы, 5 — Шөғөр йылғаһы

Кремль ҡәлғәһен нигеҙләгәндә Соҡалаҡ нығытманың көнсығыш сиге буйлап үткән була. Кремль Соҡалаҡтың Ағиҙелгә ҡойған ерендәге уң ярында бейек морондоң көньяҡ ситен биләп тора. Көньяҡ башня Соҡалаҡ, шулай уҡ Никола башняһы тип тә йөрөтөлә.

Ҡала киңәйгәс, Соҡалаҡ уның эсенә инеп ҡала. П. И. Рычковтың яҙмаһында әйтелгәненсә, «һигеҙ ҙур һәм тәрән йырындың береһе буйлап ҡала арҡылы йылғасыҡ аға, ул Соҡалаҡ тип йөрөтөлә». Соҡалаҡтың һул ярында хеҙмәттәге кешеләрҙең посадтары билдәлелек ала.

Артабан был тирәлә биш ауыл барлыҡҡа килә: Глумилин, Дубов һәм өс Новиковка. Бер Новиковка әле лә бар, ул Ботаника баҡсаһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура факультеты корпустары тирәһендә урынлашҡан.

Элек йылға буйлап ағас ағыҙғандар, унда һыу тирмәне эшләп ултырған, бәрҙе балығы (һыу ятҡылығының таҙалыҡ кимәле күрһәткесе) үрсегән, ә тамағында балыҡ менән сауҙа итеүселәр балыҡ (мәрсен, сөгә, ҡорман, һыла, ҡырпа) тулы һеүәндәр тотҡан[2].

Хәҙер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соҡалаҡ йылғаһы ярына 24 урам төшә: уң яҡтан — 17, һулдан — 7. Ҡалала Соҡалаҡ тыҡрығы һәм Соҡалаҡ урамы бар.

Әлеге ваҡытта йылғаның киңлеге — уртаса 1-2 м, тәрәнлеге — 20-40 см, оҙонлоғо — 6 км самаһы. Йырҙаһы ҡала төҙөлгәндә үҙгәрә. Әле Өфө «Нур» татар дәүләт театры артында йылға ер өҫтөнә сыға, Салауат Юлаев проспекты һалынған Соҡалаҡ йырыны буйлап аға. 2007 йылда йылғаның көньяҡ өлөшө бер нисә урында ер аҫты торбаһына йәшерелә.

Экологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соҡалаҡ айырыуса ныҡ бысраҡ йылғаға әйләнгән. Экологик хәле үтә киҫкен. Унда Өфө заводтары һәм фабрикаларының ҡалдыҡ һыуҙары ағыҙыла. Йылға Ағиҙел һыуын да ныҡ бысрата.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]