Уҫы (Өфө йылғаһы ҡушылдығы)
Уҫы | |
Ҡайҙа ҡоя | Ҡариҙел |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Чернояс, Куянсак һәм Багышлы[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 964 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 126 km |
Уҫы — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан буйлап аға. Өфөһының уң ҡушылдығы, йылға тамағынан 74 км өҫтәрәк урынлашҡан. Йылға оҙонлоғо 126 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 964 км²[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡариҙел районы Нәғретдин һәм Верхнеусинский ауылдарынан 5 километрға көньяҡтараҡ баш ала. Төньяҡтан көньяҡҡа табан Ҡариҙел һәм Мишкә райондары сигенән, Благовещен районының Уҫы-Степановка, Ежовка, Бедеева Поляна, Быково, Арҡауыл һ. б. ауылдары аша аға һәм Түбәнге Иҙәк ауылы янында Ҡар иҙелгә ҡоя. Йылғаның дөйөм ағып төшөүе — 109,7 м. Туҡланыуы — ҡатнаш, ҡарҙар ирегәндә йылға таша. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу тотоноуы — 80 м³/с. Йылғаның максималь тәрәнлеге — 1,5 м, уртаса тәрәнлеге — 0,7 м, уртаса киңлеге — 12 м. Ағым тиҙлеге — 0,2 м/с.
Йылға бассейны, аргиллит, ангидрит, гипс, доломит, эзбизташ, өфө ярусы таш тоҙо һәм юғары пермдең көнгөр ярусынан торған Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында һәм Ағиҙел буйы тигеҙһеҙ-тулҡынлы тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Асыҡ карбонат (юғарғы өлөшөндә) һәм сульфат ябыҡ карсты (һыуға иреүсән тау тоҡомдары) үҫешкән. Ландшафтында ҡара-һоро, һоро урман тупрағы, киң япраҡлы урмандар үҫә. Ҡушылдыҡтары: уңы — Бағышла, һулы — Седяшка.
Себерҙә лә Уса исемле ҙур йылға бар. Шор телендә Уса (У-Суғ) Күк йылғаһы йәки күк белемен буйһондороусы йылға тигәнде аңлата. Тағы бер тәржемә бар: У — көслө, Суғ — йылға. Бәлки, Урал буйҙарына күсеп килгән ҡәбиләләр Усы исемен бында ла ҡушҡандыр тип фаразларға ла була.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Өфө йылғаһы, Павловка һыуһаҡлағысынан Шакша ҡала тибындағы ҡасабаның һыу үлсәү посына тиклем урынлашҡан, йылғаның бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама[1].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://rus.bashenc.ru/ 2020 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Уҫы йылғаһының төп ҡушылдыҡтар
- Благовещен районы сайтында Уҫы йылғаһы тураһында 2021 йыл 7 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 «Река Уса» — информация об объекте в Государственном водном реестре