Ҡуҫағаҙы
Ҡуҫағаҙы | |
---|---|
башҡ. Ҡуҫағаҙы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 15 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Инйәр |
· Урынлашыуы | Инйәр тамағынан 106 км алыҫлыҡта уң ярынан ҡушыла |
· Координаталар | 54°23′23″ с. ш. 57°27′37″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
Район | Белорет районы |
РДҺР | 10010200612111100019775 |
Ҡуҫағаҙы — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы, Инйәр төбәге[1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының уң ярына тамағынан 106 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атама ике һүҙҙән - "ҡуҫа" һәм "ғаҙы" тигән һүҙҙәрҙән тора. Силәбе өлкәһендә Ҡуҫа тигән ҡала ла, Ҡуһа тигән йылға ла бар. 1990-сы йылдарҙа урыҫса Куса тип аталған был топонимдың сығышы асыҡланған: Ҡуһа – башҡорттарҙың диалект һөйләшендә «ҡамыш» тигәнде аңлата. Тимәк, Ҡуһа – ҡамышлы йылға тигән мәғәнә бирә, тип яҙған тел белгесе М.Ғ. Усманова [2]. Ҡуһа һәм ҡуҫа - диалект кимәлендә генә айырыла. Ҡаланың атамаһы үҙе урынлашҡан йылға исеменән килеп сыҡҡан. Белорет районында "ҡаҙы (ғаҙы)" тип бәләкәйерәк йылғалар аталған, шул уҡ сингармонизм законына буһоноп, ул нәҙек рәүешкә лә ингеләй - Татлы ауылының Кергеҙе йылғаһы, Көйөргәҙе, мәҫәлән. "Ҡаҙы-ғаҙы" ҡушылған атамалар йыш осрай: Ауырғазы, Ҡыйғаҙы һәм башҡалар [3]
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019775
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101977
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ М.Г.Усманова. «Имя отчей земли», Уфа, Китап, 1994
- ↑ Р. Хәлилов. Инештәргә бай икән 2016 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Ҡуҫағаҙы .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.