Өшөрә (йылға)
Өшөрә | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 11 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Оло Инйәр |
· Урынлашыуы | 1 км - һул ярҙа |
· Координаталар | 54°13′46″ с. ш. 57°29′46″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
Район | Белорет районы |
РДҺР | 10010200612111100019591 |
Өшөрә (рус. Ушуря, Шура) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Елмерҙәк һыртынан башланған тау йылғаһы. Ул Белорет районының Уҫманғәле ауылы аша үтеп, Оло Инйәр йылғаһына ҡоя. Ҡушылдығы — Ноҡат йылғаһы. Ул Өшөрәнең тамағына килеп етеп, Уҫманғәле ауылы эргәһендә ҡоя.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҫманғәле ауылы ҡарттары йылғаның атамаһын «өшөү» һүҙе менән бәйләй ине. Имеш, ҡыш берәү шул йылға буйынан ҡайтып килгәндә бик туңған да, теше-тешкә теймәй, «өшөтә» тип әйтәһе урынға «өшөрә» тип әйткән имеш, ти. Шунан бирле йылғаны ла «Өшөрә» тип атап йөрөй башлағандар. Ғәрәп теленән ингән Ғәшүрә тигән исемдән булыуы ла ихтимал.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама бассейны округына инә, сығанаҡ башынан алып тамағына тиклем Эҫем һыу хужалығы участкаһы, Ағиҙел йылға бассейны тармағы. Кама йылғаһының йылға бассейнын инә[1].
Һыу ресурстары федераль агентлығы РФ территорияһының һыу хужалығын районлаштырыу геоинформацион системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда,[1]:
- Дәүләт һыу реестрындағы һыу объекты коды — 10010200612111100019591
- Гидрологик өйрәнелгәнлеге буйынса коды (ГИ) — 111101959
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГИ буйынса том номеры — 11
- ГИ буйынса сығарыу— 1
Йылға исеме менән бәйле ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шағирә Гүзәл Ситдиҡова Байыҡ сәсән иҫтәлегенә «Киске Өфө» гәзите үткәргән сәсәндәр бәйгеһендә үҙенә Өшөрә ҡушаматы алғайны (бәйге аноним рәүештә барҙы). Һуңынан ҡушаматты ул тыуған ауылының йылғаларының береһенә — Өшөрәгә бағышлап алғанын әйтте. «Айытҡужа һәм Өшөрә әйтеше» булып ул гәзиттең бер нисә һанында баҫылып сыҡты. Һөҙөмтәлә шағирә бәйгенең Гран-приһына лайыҡ булды[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Государственный водный реестр РФ: Шура . Архивировано 22 август 2012 года.
- ↑ http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2619
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- НИК Башкирская энциклопедия. Уҫманғәле 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- С.Ғарипова. БАТЫР ТӨБӘГЕНДӘ БЕР КӨН, ЙӘҒНИ САЛАУАТ ЕРЕНДӘГЕ БАЙРАМ ТӘЬҪОРАТТАРЫ. — «Киске Өфө», 29 июнь, 2015