Тоҙ (Инйәр ҡушылдығы)
Тоҙ | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 13 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Инйәр |
· Урынлашыуы | Уң яҡ яр буйлап 115 км |
· Координаталар | 54°22′12″ с. ш. 57°32′59″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010200612111100019737 |
Тоҙ йылғаһы — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы йылға. Йылғаның тамағы Инйәр йылғаһының уң яғына ағымы буйынса 115-се саҡрымда урынлашҡан. Оҙонлоғо 13 км.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҙ йылғаһы данлыҡлы Асы шифаханаһы урынлашҡан Асы ауылының уртаһынан ағып ята. Ул ныҡ тоҙло. Борондан бында илдең бик йыраҡ өлкәләренән дә дауаланырға килгәндәр. Һыуын шифалы ванналар өсөн файҙаланалар, ярындағы батҡағы ла бик шифалы, тик уны ҙур йөк машиналары менән ташып бөткәндәр тиерлек [1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҙ йылғаһын ауыл халҡы "асы" тип, ауылға ла шул исемде биргән. Әйтергә кәрәк, Асы ауылында Тоҙ йылғаһынан башҡа ла минераль сығанаҡтар күп, уларҙың һәр береһенең тәме лә, тоҙлолоғо ла башҡа.Тоҙ йылғаһының һыуын борондан быуын һыҙланыуҙан файҙаланғандар, Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан яугирҙәр шунда килеп шифа тапҡан.
Тоҙ һатыуҙа булмаған мәлдәрҙә, бигерәк тә һуғыш ваҡытында ошо һыуҙы ҡайнатып, таш тоҙ эшләп алғандар.
Асының шифалы һыуҙары тураһында беренсе булып академик Ф. Н. Чернышев (1889 йыл) мәғлүмәт биргән. Ике йылдан Белорет хастаханаһы табибы Эрман һыуҙы тикшертергә Берлин университетына ебәргән (1901 йыл). Химик составы буйынса ул Германиялағы Киссенгок сығанаҡтарына яҡын тип табылған.
«Ассинская» тигән исем менән һыу шешәләргә тултырып һатылған[2]. Хәҙер Асы минераль сығанаҡтары федераль кимәлдәге гидрогеологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған [3].
1999 йылда Асы минераль сығанаҡтары нигеҙендә «Асы» шифахана комплексы төҙөлгән [2]. Шифахана 2001 йылда асылған.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019737
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101973
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Геологические памятники природы России. М., «Лориен», 1998. — 200 с. // сс. 85-91..
- ↑ 2,0 2,1 Санаторий «Ассы»(недоступная ссылка)
- ↑ Геологические памятники природы России. М., «Лориен», 1998. — 200 с. // сс. 85-91.
- ↑ 4,0 4,1 Государственный водный реестр РФ: Тоз . Архивировано 22 август 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).
- Азамат Байымов. “Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһе. - "Башҡортостан", 2012, 13 октябрь
- Целебная деревня Ассы [1]