Михайловка ауыл Советы (Архангел районы)
Михайловка ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Архангел районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 ноябрь 2008 |
Михайловка ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһының Архангел районы составындағы һәм 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль һәм муниципаль берәмек. Инйәр ауыл Советы менән берләштерелә. 1981 йылда Харьковка ауылы бөтөрөлә һәм иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлана (Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 1981 йылдың 14 сентябрендәге 6-2/327-се һанлы «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленешенең иҫәп мәғлүмәттәренән ҡайһы бер тораҡ пункттарын алып ташлау тураһындағы» Указы[1]).
2005 йылда Березники һәм Северюхинский ҡасабалары бөтөрөлә (Закон «Тораҡ пункттарын булдырыу, берләштереү, бөтөрөү һәм уның статусын үҙгәртеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 20 июль, 2005 йыл N 211-з)
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 1-се статьяһында түбәндәге юлдар бар[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:«Инйәр» атамаһын һаҡлап, Инйәр һәм Михайловка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Валентиновка ауылында урынлаштырырға.
Михайловка ауыл Советының Үрге Ләмәҙ, Үрге Фроловка, Михайловка, Йәркәй ауылдарын Инйәр ауыл Советы составына индерергә.
Инйәр ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Михайловка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;
Михайловка ауыл Советы 2008 йылға Аҙау һәм Инйәр ауыл Советтары, Иглин районы һәм Силәбе өлкәһе менән сиктәш була[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОБ ИСКЛЮЧЕНИИ НЕКОТОРЫХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ ИЗ УЧЕТНЫХ ДАННЫХ ПО АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМУ ДЕЛЕНИЮ БАШКИРСКОЙ АССР
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 № 126-з (ред. от 19.11.2008) «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |