Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы
Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 8 март 1949 (74 йәш) |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] |
Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8 март 1949 йыл) — ғалим-хирург, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы Алсынбаев БАССР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуған.
1977 йыл - БДМИ‑ны тамамлағандан һуң “Глуховская” шифаханаһының бүлек мөдире.
1981 йылдан алып Благовещен үҙәк район хәстәханаһының баш табип урынбаҫары.
1986 йылдан — Сибай үҙәк ҡала хәстәханаһының баш табибы.
1990 йылдан — Өфөнөң Ленин районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире,.
1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының сектор мөдире.
1993 йылдан — Өфөнөң 21‑се ҡала хәстәханаһының баш табибы.
1995 йылдан башлап “Иммунопрепарат” предприятиеһының генераль директоры (бер үк ваҡытта 1999 йылдан алып лаборатория мөдире).
2010 йылдан — директорҙың беренсе урынбаҫары.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни хеҙмәттәре иммуномодулләүсе препараттарҙың тән бешеү,эренле шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау тәьҫирен өйрәнеүгә арналған.
Алсынбаев М.М. ҡатнашлығында үҙенсәлекле яңы иммуноглобулиндар эшләнә, ҡан препараттарын (лейкоцитар интерферон, церулоплазмин һ.б.) етештереү технологияһы камиллаштырыла.
220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 31 уйлап табыу авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999)
- Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995).
- Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иммунные основы патогенеза, иммунодиагностика и иммунотерапия при аллергической патологии легких. Уфа, 1999 (авторҙ.); Основы иммунных и иммунонаправленных методов терапии и профилактики. Уфа, 2000 (авторҙаш) [1]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы. 2019 йыл 1 апрель архивланған.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы. 2019 йыл 1 апрель архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- На страже жизни и здоровья людей (к 65-летию видного ученого и организатора здравоохранения Махамата Алсынбаева)[1]