Әшә (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әшә
Флаг[d]
Flag of Asha (Chelyabinsk oblast) (2007).pngCoat of Arms of Asha (Chelyabinsk oblast).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1898
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәге Ашинское городское поселение[d][1] һәм Әшә районы
Административ-территориаль берәмек Ашинское городское поселение[d]
Халыҡ һаны 29 692 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 140 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Майҙан 32,4 км²
Почта индексы 456010
Рәсми сайт asha-gp.ru
Урындағы телефон коды 35159
Commons-logo.svg Әшә Викимилектә

Әшә — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә Әшә районында урынлашҡан ҡала. Әшә районы административ үҙәге[3].

Ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятие: Әшә металлургия заводы[4].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала өлкәнең көбайышындағы иң ситке өлөшөндә, Башҡортостан Республикаһы сигендә нигеҙләнгән. Ул Ҡаратау итәгендә, Эҫем йылғаһы буйында (Ағиҙелгә ҡойған йылға), Силәбе ҡалаһынан 377 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ошо урында Эҫемгә Әшә йылғаһы килеп ҡушыла.

Куйбышев тимер юлының Мәскәү — Силәбе һыҙатында урынлашҡан Әшә станцияһы.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы буйынса ике фараз йәшәй. Береһе топонимды «аша» һүҙе менән бәйләй, йәнәһе, тауҙар аша аҡҡан йылғаға Аша (Әшә) атамаһы бирелгән[5]. Икенсе фараз атаманы шулай уҡ башҡорт һүҙе — асы (әсе) менән бәйләй, йылға башта документтарҙа Асы тип яҙып алынған булған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала 1898 йылда Әшә-Балашово суйын иретеү заводы төҙөү айҡанлы барлыҡҡа килә, 1933 йылдың 20 июненән — ҡала, 1963 йылдың 1 февраленән — өлкәгә буйһоноулы ҡала. Ҡала көнө июлдең өсөнсө шәмбеһендә үткәрелә. 1998 йылда ҡаланың 100 йыллығын билдәләнеләр.

2012 йылда ҡала янында Уралда тәүге тапҡыр дикобраз теше табылған, уны яҡынса 120 мең йыл элек йәшәгән тип иҫәпләп сығарғандар. Элек бында ул йәнлек бер ҡасан да йәшәмәгән тип һаналған[6].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[7] ҡалаһы араһында [8] 375-се урында була

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уртаса климат. Йылына уртаса 577 мм яуым-төшөм була. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы 19,3 ° C, иң һалҡыны — ғинуар, уртаса температураһы −13,7 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 5,8 9,2 14,3 30,9 36,2 38,3 38,6 38,5 33,4 26,8 14,7 5,0 38,6
Уртаса максимум, °C −9,5 −7,7 −0,4 11,0 20,1 24,6 25,5 22,8 16,8 7,7 −1,7 −6,7 8,6
Уртаса температура, °C −13,7 −12,6 −5,8 5,2 13,1 18,0 19,3 16,5 10,9 3,6 −4,8 −10,4 3,4
Уртаса минимум, °C −18,5 −17,8 −11,2 0,2 6,6 11,8 13,5 11,0 6,2 0,3 −8,1 −14,6 −1,6
Абсолют минимум, °C −48,5 −43,5 −34,4 −29,7 −9,7 −1,2 1,4 −0,6 −6,8 −25,6 −35,1 −45 −48,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 45 37 26 34 37 58 61 60 53 62 53 51 577
Сығанаҡ: Погода и климат

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әшә заводтары: Әшә металлургия заводы, яҡтылыҡ техникаһы (электроарматура), урман-химия комбинаты (1932 йылда төҙөлгән), төҙөлөш материалдары етештерелә. Леспромхоз 2004 йылда ябылған.

1990-сы йылдарға тиклем тар колеялы тимер юл эшләп килгән, ул ағас сығарыуға тәғәйенләнгән булған[9].

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙан ҡала үҙәге күренеше
Көҙгө Йүкәле Урман

Ҡалала индустриаль техникум, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты филиалы, тәбиғәт музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм музей-күргәҙмә үҙәге бар[10].

«Металлург» футбол клубы эшләй. Әшәнән йыраҡ түгел Атъегәрҙәк тау курорты урынлашҡан, Йүкәле Тау — Силәбе өлкәһенең ҡурсыулы тәбиғәт объекты тип иғлан ителгән

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Телевидение (эфир)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Россия 1 — 4 ТВК
  • Первый канал (Россия) — 9 ТВК
  • РЕН ТВ — 12 ТВК
  • НТВ — 23 ТВК
  • Матч ТВ — 26 ТВК
  • Пятый канал (Россия) — 28 ТВК
  • ОТВ (Силәбе) — 38 ТВК

Радио тапшырыуҙары (FM)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 99,8 FM — Радио Дача
  • 101,8 FM — Love Radio
  • 103,2 FM — Авторадио

Пресса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әшәлә 1930 йылдың 3 октябренән «Стальная искра», 2000 йылдан «Заводская газета», 1991 йылдың 18 апреленән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Пёстрый мир» гәзиттәре сығып килә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
  4. Башҡортостан энциклопедияһы — Әшә-Балашов заводы (Тикшерелгән 27 февраль 2019)
  5. Неизвестная Әшә
  6. На Урале найден зуб древнего дикобраза, которому более 120 тысяч лет. Вечерняя Москва (12 января 2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 ғинуар 2013. 2 февраль 2013 тикшерелгән.
  7. с учётом городов Крыма
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  9. Узкоколейные железные дороги Челябинской области // infojd.ru
  10. г. Әшә Ашинский муниципальный район Силәбе и города Силәбеой области // chelindustry.ru  (Тикшерелгән 28 декабрь 2009)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]