Эстәлеккә күсергә

Ҡытаутамаҡ ҡала округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатаутамаҡ ҡала округы
Ҡала округы
Герб
Флаг
Ил

 Рәсәй[1]

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Административ үҙәк

Ҡатаутамаҡ

Включает

11 тораҡ пункт

Халҡы (2019)

24 922 чел. 

Халыҡ тығыҙлығың

36,9 чел/км²

Майҙан

675 км² 

Административ үҙәгенең координаталары
54°56′00″ с. ш. 58°10′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

MSK+-3 (UTC)

Автомобиль коды

74, 174

Код ОКТМО

75 755 000

Ҡытаутамаҡ ҡала округы (Ер)
Точка


Ҡытаутамаҡ ҡала о́кругы — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге муниципаль берәмек.

Ҡытаутамаҡ ҡалаһы — административ үҙәге.

Ҡала Көньяҡ Уралдың тау битләүендә Ҡатай йылғаһының Йүрүҙән йылғаһына ҡойған урынында, Силәбенән 260 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан[2]. Ҡала уртаһында убалар күп. Ҡытаутамаҡҡа Башташ тау һырттары терәлеп тамамлана.

Ҡатай гидронимы был төбәктә йәшәгән Ҡатай ырыуы биләмәләре булғанын күрһәтә.

Усть-Катав (Ҡатайтамаҡ) станцияһы аша Транссебер магистрале, ҡаланан 1 км көньяҡтараҡ автомагистраль М5 үтә.

Ҡытаутамаҡ ҡала округы биләмәләренә тағы ла Вязовой, Минкә тимер юл станциялары, Түбәләҫ туҡталҡа пункты инә[3].

Ҡала округы статусы һәм сиктәрен билдәләү Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 26 авгусында сыҡҡан «Усть-Катав ҡала округының статусы һәм сиктәре тураһында» 265-ЗО законы нигеҙендә башҡарылған.[4]

Халыҡ иҫәбе
19892002[5]2005[6]2006[6]2007[6]2008[6]2009[7]
35 54330 08829 13528 63928 09127 76128 101
2010[8]2011[9]2012[10]2013[11]2014[12]2015[13]2016[14]
26 91726 86526 63526 43726 28525 97725 713

Ҡала округы составына 11 тораҡ пункт инә:

Тораҡ пунктТораҡ пункт тибыХалҡы
1 Вязовая ҡасаба 1700[8]
2 Кесе Берҙәш ҡасаба 238[8]
3 Кочкари ҡасаба 0[8]
4 Минкә ауыл 251[8]
5 Минкә тимер юл станцияһы ҡасабаһы 495[8]
6 Сулуяновский посёлок 0[8]
7 Түбәләҫ ауыл 505[8]
8 Ярғаҙы ауыл 82[8]
9 Ҡатаутамаҡ (ҡасаба) тимер юл станцияһы ҡасабаһы 48[8]
10 Ҡытаутамаҡ ҡала, административ үҙәк 22 627[6]
11 Кесе Лука ҡасаба 18[8]

Урындағы үҙидаралыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡала округының депутаттар йыйылышы рәйесе
  • Дружинин Анатолий Иванович;
Ҡала округы башлыҡтары
  • Алфёров Эдуард Викторович;
  • Семков Сергей Диодорович;

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатаутамаҡ ҡала округында 5 минераль сеймал ятҡылығы разведкаланған, улар араһында цемент сеймалы өсөн яраҡлы эзбизташ ятҡылыҡтары, доломит, төҙөлөш ҡомо ҙур әһәмиәткә эйә.

Ҡатаутамаҡ ҡалаһынан 8 километрҙа М-5 «Урал» федераль автомобиль юлынан 2 саҡырым алыҫлыҡта разведкаланған «Троицк таш сығарыу урыны» эзбизташ ятҡылыҡтары урынлашҡан. Унда таҙа, аҙ доломитлы эзбизташ, артыҡ доломитланған эзбизташ, доломиттар бар. Химик анализ һөҙөмтәләре буйынса, клинкер — цемент етештереүҙә ҡулланылған юғары карбонатлы өҫтәмәләр етештереү талаптарын ҡәнәғәтләндерә. Тикшерелгән эзбизташ запасы 35,3 млн тонна тәшкил итә.

Ҡытаутамаҡ ҡала округының өҫкө һыу ресурстары Волга-Кама йылға бассейнына ҡарай, төп һыу сығанаҡтары — Йүрүҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары.

Округта бер ауыл хужалығы предприятиеһы, 11 крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй.

Бөтә категория хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы продукцияһы (Челябинскстат мәғлүмәттәре буйынса), 2016 йылғы хаҡтарҙан сығып, 318,5 миллион һум, бөтә категория хужалыҡтарҙа продукция етештереү индексы 96,4 % тәшкил иткән.

Үҫемлекселек продукцияһы 165,6 миллион һум тәшкил иткән, малсылыҡ продукцияһына 152,9 миллион һум тура килгән (2016)[15].

Ҡала округының торлаҡ фонды 645,2 мең квадрат метр тәшкил итә, һәр кешегә уртаса 25,24 квадрат метр тура килә.

Муниципаль торлаҡ фондының таушалыу кимәле 40,0 % тәшкил итә. Селтәрҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо 232,6 километр, шул иҫәптән урам һыу торбалары селтәре оҙонлоғо 76,2 километр, канализация селтәре 31 километр, йылылыҡ селтәре оҙонлоғо 49,8 километр, юғары һәм түбән баҫымлы газ селтәре оҙонлоғо 75,6 километр, инженер системаларының таушалыу кимәле 56-65 % тәшкил итә.

Ҡытаутамаҡ ҡалаһының атмосфера һауаһын бысратыуға С. М. Киров исемендәге Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы — «М. В. Хруничев исемендәге дәүләт космос ғилми-етештереү үҙәге» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы, «Ҡытаутамаҡ гранит карьеры» ЯСЙ-һы, «Йылылыҡ энергетикаһы» ЯСЙ-һы ҡаҙанлыҡтары, «Коммуналь системалар» ЯСЙ-һы, автотранспорт, шәхси секторҙы ҡаты яғыулыҡ яғып йылытыу, ҡала һыҙатында сүп-сар яндырыу, шулай уҡ ҡаланың етерлек кимәлдә йәшелләндерелмәүе һәм урмандарҙы ҡырҡыу төп өлөштө индерә.

С. М. Киров исемендәге Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы — «М. В. Хруничев исемендәге дәүләт космос ғилми-етештереү үҙәге» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы ҡаланы бысратҡан төп сығанаҡ булып тора. Бүленеп сыҡҡан матдәләр составына көкөрт, азот, углерод оксидтары, ванадий биш окисы, ҡором, саң һәм төрлө углеводородтар инә. Ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиеның Ҡытаутамаҡ ҡалаһының торлаҡтарҙан торған үҙәк өлөшөндә урынлашыуы, бигерәк тә насар һауа шарттарында, кире роль уйнай.

2016 йыл дауамында стационар сығанаҡтарҙан атмосфераға 402 тонна ҡалдыҡ матдәләр сығарылған.

2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 14 мең автотранспорт берәмеге була. Улар бүлеп сығарған зарарлы матдәләр 700 мең тонна тәшкил иткән. Бынан тыш, М-5 «Урал» федераль юлы буйлап көн һайын ике яҡ йүнәлештә 2 меңдән ашыу машина үтә.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытаутамаҡ ҡалаһынан төньяҡтараҡ, Йүрүҙән йылғаһының йәйге кимәленән 15 метр бейеклектә, неолит осоро артефакттары табылған Буран мәмерйәһе урынлашҡан.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Карта Усть-Катавского ГО
  3. Усть-Катавский городской округ 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.
  4. Закон Челябинской области от 26 августа 2004 года № 265-ЗО «О статусе и границах Усть-Катавского городского округа»(недоступная ссылка)
  5. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  7. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  9. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  12. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  14. Предварительная численность постоянного населения городских округов и муниципальных районов Челябинской области на 1 января 2016 года. Дата обращения: 22 февраль 2016. Архивировано 22 февраль 2016 года.
  15. Областной инвестиционный портал Челябинской области. ru.investregion74.ru. Дата обращения: 18 июль 2018. 2018 йыл 18 июль архивланған.