Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Подлуб, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө табип, инфекционист, университет уҡытыусыһы, министр урынбаҫары, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы СССР-ҙың спорт мастеры

Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы (рус. Турьянов Мэлс Хабибович; 1 февраль 1940 йыл11 ноябрь 2004 йыл) — ғалим-табип, инфекционист, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Мәскәүҙең 1-се медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 19901992 йылдарҙа инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире, терапия факультеты деканы; бер үк ваҡытта 19912003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы; 19922003 йылдарҙа Рәсәй Дипломдан һуң уҡытыу медицина академияһы проректоры. 19912003 йылдарҙа Рәсәй инфекционистар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1995), байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967).

Биографияяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мэлс Хәбиб улы Түрйәнов — 1940 йылдың 1 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылында тыуған. Альфрет Түрйәновтың игеҙәк туғаны[1]. Аталары Бөйөк Ватан һуғышында вафат була. 1965 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамалағандан һуң, 1967 йылға тиклем шунда эшләй. Ординатура, аҙаҡ И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү институтында йоғошло ауырыуҙар кафедраһында аспирантура тамамлай.
1970 йылдан 1-се Мәскәү медицина институтында уҡыта.
19901992 йылдарҙа инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире,терапевтика факультеты деканы.
19912003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы. 19922003 йылдарҙа Рәсәй дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының дауалау эштәре буйынса проректоры (икеһе лә — Мәскәү). 19912003 йылдарҙа инфекционистар йәмғиәте рәйесе булып тора.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге киң таралған инфекцион ауырыуҙарҙың молекуляр нигеҙҙәре патогенезын өйрәнеүгә, вабаның, вируслы гепатиттарҙың, дифтерияның, бруцеллёздың, сальмонеллёздың, ВИЧ-инфекцияның, СПИД-тың үҙ-ара бәйләнешле ауырыуҙарын һәм башҡаларҙы дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған[1].
450-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы.

  • «Инфекционные болезни». Мәскәү, 1998 (авторҙаш).

Мауығыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Студент йылдарында уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). Игеҙәге Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы менән бергә күп тапҡырҙар СССР, Башҡортостан, Рәсәй беренселеге чемпиондары булалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1995);

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турйәнов Мэлс Хәбиб улының исеме Адаптация һәм патогенез проблемалары институтына бирелгән (Мәскәү).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]