Эстәлеккә күсергә

Өфөләге фенол һәләкәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өфөләге фенол һәләкәте — Өфө тарихында иң ҙур техноген һәләкәт. Фенол ағыуы ҡала халҡының күпләп ағыуланыуына килтерә. 1989 йылдың 22 ноябренән 1990 йылдың 23 апреленә Өфө халҡының яртыһынан ашыуына крандағы һыуҙы эсеү ҡулланыу тыйыла[1]. 1990 йылдың 23 апрелендә СЭС һыуҙың эсергә яраҡлылығы тураһында иғлан итә[2]..

Ваҡиғалар хронологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Уфахимпром» сәнәғәт берекмәһендә техноген авария һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһының хужалыҡ һәм эсер һыу сығанағы булған Ҡариҙел йылғаһына ҡойоусы Шөгөр йылғаһына ҙур күләмдә фенол аға. Көньяҡ һыу алғысы районында һыуҙың бысраныу кимәле ПДК-нан 100 тапҡырға артып китә.

1990 йылдың 23 апрелендә СЭС һыуҙың эсергә яраҡлылығы тураһында иғлан итә[2].

Һуңынан предприятие банкрот тип иғлан ителә, әммә санация үткәрелмәй.


«„Уфахимпром асыҡ акционерҙар йәмғиәте“ территорияһында бысранған территорияны санациялау һәм зарарлы произзводствоны бөтөрөү, ГТС-ты консервациялау буйынса ойоштороу саралары планы» на ярашлы, «Уфахимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен санациялау буйынса эш проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана, әммә әлегә тиклем был сара үтәлмәгән.

Эсәр һыуҙың фенол менән бысраныуы хәүефе шунда: һыуҙы таҙартыу өсөн хлор ҡулланыла, ә ул фенол менән бәйләнешкә инеп, хлорфенолдар ҡатышмаһы — тағы ла хәүефдерәк ағыулы матдәләр (ҡайһы берҙәре фенолдан 100—250 тапҡыр ағыулыраҡ) барлыҡҡа килтерә. Өфө халҡына торбаларҙан килгән һыуҙы эсеү хәүефе тураһында хәбәр ителә. Көньяҡ һыу алғыстың фенол менән бысранған һыуын ҡулланыусыларҙың дөйөм һаны 876 672 кеше тәшкил итә[3].