Эстәлеккә күсергә

Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Суйынсы ауылы, Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 8 апрель 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Камалов Миңлеғәли Хажиғали улы (9 март 1928 йыл — 8 апрель 1998 йыл) — ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. 1960—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры һәм 6—12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1961, 1966) ордены кавалеры.

Миңлеғәли Хажиғали улы Камалов 1928 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Суйынсы ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Камаловтарҙың ғаиләһендә бөтәһе ете бала була, бишенсеһе — Миңлеғәли.

1946 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәрен башҡара, спорт менән шөғөлләнә.

Юғары белем алғас, 1951—1956 йылдарҙа Мишкә районында хирург һәм район Советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире булып эшләй. Артабан Өфөгә күсә, 1959 йылдан Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы була.

1960 йылда Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 1988 йылғаса эшләй. Уның етәкселегендә республиканың медицина өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр була: медицина профилактика хеҙмәте үҫеш ала, ашығыс медицина ярҙамы ойоштороу системаһы камиллаштырыла; сәнәғәт предприятиелары һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә медицина хеҙмәтен күрһәтеүҙең яңы формалары үҫешә; Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы яңынан төҙөкләндерелә; заманса йыһазландарылған гемодиализ һәм бөйөр күсереп ултыртыу бүлектәре булған Республика балалар клиник дауаханаһы төҙөлә; Әлшәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Мәләүез, Яңауыл райондарында 200—250 урынлы дауаханалар төҙөлә[2].

1988 йылдан Миңлеғәли Камалов — Республика клиник дауаханаһында бүлек мөдире, 1992 йылдан — һуғыш ветерандарының Өфө туберкулёз госпитале начальнигының ойоштороу-методик эштәре буйынса урынбаҫары.

Миңлеғәли Хажиғали улы Камалов 1998 йылдың 8 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медицина фәндәре кандидаты М. Камалов 150-гә яҡын фәнни хеҙмәт яҙған. Уларҙыңң күбеһе үт ҡыуыу юлдарының хирургия мәсьәләләрен асыҡлауға арналған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ике «Почет Билдәһе» ордены (1961, 1966)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1998)
  • Өфө ҡалаһында Миңлеғәли Камалов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (Совет районы, 8 Март урамы, 20; Әй урамы, 85)
  • Дәүләкән ҡалаһының Дан Аллеяһында Камалов Миңлеғәли Хажиғали улы иҫтәлегенә Хәтер таҡтаташы урынлаштырылған.
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы
  2. Газета «Медик», ноябрь,2019 г. «Минигали Хазигалиевич Камалов министр здравоохранения БАССР в 1960—1987 годы прошлого века стр.14»