Ғәбитов Ринат Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбитов Ринат Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Бекетов, Подлуб ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө юрист, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә профессор[d] һәм юридик фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәбитов Ринат Хәмит улы (1 февраль 1943 йыл — 16 июнь 2016 йыл) — фән-ғалим-хоҡуҡ белгесе. Халыҡ-ара информатизация академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ринат Хәмит улы Ғәбитов 1943 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы[2] Бекетов ауылында тыуа.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә һәм унан 1975 йылда дипломлы белгес булып сыға. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. 19952011 йылдарҙа Экология, хеҙмәт һәм финанс хоҡуғы кафедраһы мөдире була. 1986 йылда «Атмосфера һауаһын хоҡуҡи һаҡлау» темаһына — кандидатлыҡ, 2000 йылда «Заманса шарттарҙа ер атмосфераһын хоҡуҡи һаҡлауҙың теоретик проблемалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалим 2016 йылдың 16 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хоҡуҡ проблемаларына арнала. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Теоретические проблемы организации правовой охраны атмосферы Земли в современных условиях. Уфа, 2000.
  • Теория воздухоохранного права. Уфа, 2003.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000)
  • Башҡортостан Республикаһы Фән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]