Эстәлеккә күсергә

Замятин Евгений Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евгений Замятин битенән йүнәлтелде)
Евгений Замятин
Тыуған урыны:

Лебедянь

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Йүнәлеше:

неореализм

Дебют:

«Один» (1908)

Евгений Иванович Замятин (1 февраль 1884 йыл, Лебедянь, Тамбов губернаһы — 10 март 1937 йыл, Париж, Франция) — рус яҙыусыһы, тәнҡитсе һәм публицист.

1923 йыл, Кустодиев картинаһы

Атаһы — христиандарҙың православие дин әһеле, әсәһе — пианистка.

1893 — 1896 йылдарҙа Лебедянь гимназияһында, ә һуңынан Воронеж гимназияһында уҡый. 1902 йылда ул, гимназияны алтын миҙалға тамалап, Санкт-Петербургтың политехник институтының кораблдәр төҙөү факультетына уҡырға инә.

«Гимназияла уҡыған сағымда мин иншаларҙы гел бишкә яҙа инем, ләкин математика менән артыҡ дуҫ түгел инем. Үҙемдең алда торған ошо ҡаршылыҡты еңер өсөн мин математика менән бәйле факультетты — Петербург политехникумының кораблдәр төҙөү факультетын һайланым»

Дүрт йыл уҙғас, Замятин социал-демократ (большевик) булып, революцион студенттарҙың йыйылышында ҡатнаша. Ошо ваҡытта ул үҙенең буласаҡ ҡатыны- Усова Людмила Николаевнаны (1883—1965) осрата. 1905 йылдың йәйендә ул Мысырға барған сәйәхәтенән Одессаға кире ҡайтҡан сағында «Потемкин-Таврический» броненосецендағы восстаниеның шаһиты була. 1906 йылда Замятин ҡулға алына һәм Лебедянға һөргөнгә ҡайтарыла. Шул уҡ йылда ул легаль булмаған рәүештә, рөхсәтһеҙ Петербург бара һәм институтта уҡыуын тамамлай.

1908 йылда Ҡазанда Замятин партия ағзалығынан сыға һәм үҙенең тәүге «Один» исемле хикәйәһен яҙа. Ике йыл уҙғас, йәш автор кораблдәр төҙөү факультетында уҡыта, шул уҡ ваҡытта инженер булып эшләй һәм бер үк ваҡытта "Девушка " тигән хикәйәһен тамамлай. 1911 йылда Замятинды ҡалала рөхсәтһеҙ йәшәгән өсөн Петербургтан сығарып ебәрәләр. Евгений Иванович Лахтиҙа йәшәргә мәжбүр була, ул бында үҙенең «Уездное» повесын яҙа. Яҙыусының был әҫәре әҙәбиәт яратыусыларҙың иғтибарын үҙенә тарта. Был повесть тураһында А. М. Горький бик юғары фекерҙә була. Замятиндың « На куличках» повесы ла тәнҡитселәр тарафынан юғары баһалана.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Замятин һуғышҡа ҡаршы сығыш яһай, был авторҙың "На куличках "повесында үҙенең һүрәтләнешен тапҡан. 1914 йылда һуғышҡа ҡаршы сыҡҡанлығы арҡаһында Замятин, судҡа тартылып, Кемь ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. 1916 йылдың мартында Замятин Англияның Ньюкасл, Глазго һәм Сандерленд верфтарында боҙватҡыстар төҙөү өсөн командировкаға ебәрелә. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң «Ленин» исемен йөрөткән «Святой Александр Невский» боҙватҡысының төп проектлаусыһы Замятин була. Командировкала инглиздәрҙең тормошон сатиралы күрһәткән «Островитяне» (1917) повесын яҙа.

1917 йылдың сентябрь айында Замятин Рәсәйгә ҡайта. 1921 йылда йәш яҙыусыларҙың «Серапионовы братья» төркөмөн ойоштора. Уның ағзалары Михаил Зощенко, Константин Федин, Всеволод Иванов, Вениамин Каверин, Николай Тихонов һ. б.була.

Революциянан һуң уның элек баҫып сығарылыуҙан тыйылған повесы «На куличках» нәшер ителә.

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы ваҡытында Замятин, төплө социалист булараҡ, большевиктар хөкүмәтенең сәйәсәтен тәнҡитләп сыға. 1919 йылдың март айында ул күп кенә күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре (А. А. Блок, А . М. Ремизов, Р . В. Иванов-Разумник, Т. С. Петров-Водкин) менән бергә Петроградта эсерҙар тарафынан ойошторолған эшселәрҙең сығышында ҡулға алына. Уны һөргөнгә ебәреү мәсьәләһе ике тапҡыр Политбюрола ҡарала[1].

1920 йылдарҙың башында Замятин «Беҙ» романын яҙа. Совет цензураһы был романда коммунистик төҙөлөштө мыҫҡыллап яҙған әҫәр тип, китапты баҫтырырға рөхсәт бирмәй. Авторҙың ризалығынан башҡа роман 1924 йылда инглиз телендә Нью-Йоркта , ә унан һуң чех телендә (1927), француз телендә (1929) баҫылып сыға. Шунан һуң Замятиндың әҫәрҙәрен СССР-ҙа баҫтырыуҙан туҡтайҙар[2]. Ҡаты тәнҡит һәм эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән Замятин 1929 йылда үҙенең Яҙыусылар союзынан сығыуы тураһында белдерә, ә 1931 йылдың июнендә, сит илгә сығырға рөхсәт һорап, И. В. Сталинға хат яҙа[3]. Ул (Горькийҙың юллауы буйынса) үтенесенә ыңғай яуап ала һәм 1931 йылдың ноябрь айында башта — Ригаға күсеп китә, унан —Берлингә, ә 1932 йылдың февраль айында Парижға күсә.[2].

Замятин француз гәзиттәре өсөн мәҡәләләр яҙа, уларҙың төп темаһы — хәҙерге заман рус прозаһының торошо һәм авангард сәнғәте. Ул хикәйәләр, киносценарийҙар яҙа, Жак Компанез менән бергәләшеп [fr] Горькийҙың «На дне» пьесаһын экранлаштырыу өсөн сценарий яҙа. 1934 йылда —эмигрант булараҡ , был тарихта прецедентһыҙ хәл булһа ла — яңынан СССР Яҙыусылар союзына (үҙенең үтенесе буйынса һәм Сталиндың хуплауы арҡаһында) ҡабул ителә[1]). 1935 йылда совет яҙыусылары делегацияһының ағзаһы булараҡ, яҙыусыларҙың мәҙәниәтте яҡлаусы антифашистик Конгрессында ҡатнаша.

Тыуған илен ныҡ һағынған яҙыусы 1937 йылдың 10 мартында Парижда вафат була, Тье зыяратында ерләнә (дивизион 21, линия 5, ҡәбер 36).

Евгений Замятиндың һәм уның ҡатыны Людмила Замятинаның ҡәбере

Роман башында бер нумер (кешеләрҙе шулай атайҙар), инженер Д-503, ҙур ғорурлыҡ менән башында халыҡҡа шәфҡәт-миһырбанлыҡ күрһәтеүсе ҡеүәтле Етәксе торған ҡала-дәүләттең математика закондары буйынса ойошторолған тормошон маҡтай, Ул башҡаса йәшәү мөмкинлеген башына ла килтермәй. Бында кешеләр"Йәшел стена " менән уратылған ҡала эсендә быяла стеналы фатирҙарҙа йәшәй, уларҙың тормошо барыһына ла үтәләй ап-асыҡ. Улар "Дәүләт гәзитен"уҡыйҙар, «Бюро һаҡсылары» ҡулы аҫтында, миһырбанлы Етәксегә буйһоноп йәшәйҙәр. Ләкин I- 330 менән осрашҡандан һуң ,революцияны артабан дауам итеп,ҡалалағы тормошто үҙгәртергә теләүсе революционерҙар төркөмөнә инә.

Моғайын, Замятин 1916—1917 йылдарҙа Англияла булған сағында инглиз яҙыусылары Джордж Оруэлл («1984», публ. 1949) һәм Хаксли О («О дивный новый мир», 1932) антиутопия романдарын уҡығанлыҡтан, шуларға оҡшатып, үҙенең «Беҙ» тигән романын яҙғандыр. Быға бигерәк тә Р. Д. Бредбери («451° по Фаренгейту», 1953)[сығанағы түгел күрһәтелгән 473 көнө] китабының йоғонтоһо ҙур булған.

рус телендә, «Беҙ» романы 1952 йылда АҠШ-та ,Чехов исемендәге нәшриәттә баҫылып сыҡты, Рәсәйҙә — бары тик 1988 йылда баҫылды.

1926 йылда Ленинградта БДТ-ла Н. Лесковтың «Левша» әҫәре буйынса «Блоха» пьесаһы ҡуйылды, МХАТ-2 шулай уҡ Замятиндың пьесалары ла ҡуйылды.

Замятиндың башҡа әҫәрҙәре, шул иҫәптән бер нисә пьесаһы, Совет власы тарафынан тыуған илендәге кешеләрҙең күҙенә күрһәтелмәне.
Е. Замятин. «Уездный». 1916 Д. Митрохиндың китап тышындағы һүрәте. 1915
  • «Беҙ» (1920)
  • «Хоҙайҙың ҡамсыһы»(«Бич Божий» (тамамланмаған роман) (1935)
  • «Уездное» (1912)
  • «На куличках» (1913)
  • «Алатырь» (1914)
  • «Островитяне» (1917)
  • «Север» (1918)
  • «Ловец человеков» (1921)

Хикәйәләр йыйынтығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Замятин Е. И. Избранное / Сост. и подгот. текста О. Н. Михайлова. — М.: Правда, 1989. — 463 с.
  • Евгений Замятин. Избранные произведения / Сост. А. Ю. Галушкин. — М.: Советский писатель, 1989. — 768 с. — 200 000 экз. — ISBN 5-265-00025-9.
  • Замятин Е. И. Собрание сочинений в пяти томах. — М.: Русская книга, Республика, Дмитрий Сечин, 2003—2011. — ISBN 5-268-00523-5, 5-268-00524-3, 5-268-00570-7, 978-5-904962-01-2, 978-5-904962-02-9.
  1. 1,0 1,1 Сталин и Замятин. Сталин и писатели. Книга третья. Проверено 8 марта 2013. .
  2. 2,0 2,1 Большая энциклопедия русского народа.
  3. Письмо Сталину (рус.). Проверено 11 октября 2010. .
  • Анненков Ю. П. Евгений Замятин // Дневник моих встреч. — М.: Захаров, 2001. — 512 с. — (OCR: В. Есаулов, март 2005). — ISBN 5-8159-0121-0.
  • Ахметова Г. А. Роман Е. Замятина «Мы» в контексте русской классики // Российский гуманитарный журнал. — 2013. — Т. 2. — № 1. — С. 57—64. — ISSN 2305-8420.
  • Берберова Нина Николаевна. Курсив мой. — Нью-Йорк, 1983. — Т. 1. — ISBN 978-5-8159-0945-8.
  • Давыдова Т. Т. Русский неореализм: идеология, поэтика, творческая эволюция. — М.: Флинта, 2011. — 336 с. — ISBN 978-5-89349-663-5.
  • Евгений Замятин и культура XX века. Исследования и публикации / Сост.: М. Ю. Любимова. — СПб.: Российская национальная библиотека, 2002. — 476 с. — 1000 экз. — ISBN 5-8192-0152-3.
  • Е. И. Замятин и К. И. Чуковский: Переписка (1918—1928) // Евгений Замятин и культура XX века: исследования и публикации / Вступ. ст., публ. и коммент. А. Ю. Галушкина. — СПб.: РНБ, 2002.
  • Замятин, Евгений Иванович / Жулькова Карина Алеговна // Железное дерево — Излучение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 228. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 10). — ISBN 978-5-85270-341-5.
    Казак В.: Лексикон русской литературы XX века.
  • Михайлов Олег Николаевич (литературовед) Замятин, Евгений Иванович // Краткая литературная энциклопедия. Т. 2: Гаврилюк — Зюльфигар Ширвани./ Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Советская энциклопедия, 1964. — Стб. 987.
  • Обухова-Зелиньская И. Евгений Замятин и Юрий Анненков — дружба длиной в двадцать лет // Порядок хаоса — хаос порядка: Сборник статей в честь Леонида Геллера = L’ordre du chaos — le chaos de l’ordre: Hommages à Leonid Heller / Е. Вельмезова, А. Добрицын (сост. и ред.). — Берн: Peter Lang, 2010. — С. 359—368. — (Slavica helvetica). — ISBN 978-3-0343-0387-3.
  • Чураков Д. Бунтующие пролетарии: Рабочий протест в Советской России (1917—1930-е гг.) . — М.: Вече, 2007 . — 352 с.