Сухомлинский Василий Александрович
Сухомлинский Василий Александрович | |
укр. Василь Олександрович Сухомлинський | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 28 сентябрь 1918[1][2] |
Тыуған урыны | Василевка[d], Александрийский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Украинская держава[d] |
Вафат булған көнө | 2 сентябрь 1970[1][2] (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Павлыш ҡасабаһы[d], Онуфриев районы[d], Кировоград өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Павлыш ҡасабаһы[d] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, яҙыусы, журналист, уҡытыусы, публицист, шағир |
Эшмәкәрлек төрө | педагогика[3], публицистика[d][3], беллетристика[d][3] һәм шиғриәт[3] |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры |
Уҡыу йорто | В. Г. Короленко исемендәге Полтава милли педагогия университеты[d] |
Ғилми исеме | член-корреспондент Академии педагогических наук СССР[d] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сухомлинский Василий Александрович Викимилектә |
Сухомлинский Василий Александрович (укр. Василь Олександрович Сухомлинський; 28 сентябрь 1918 йыл — 2 сентябрь 1970 йыл) — СССР-ҙың новатор-педагогы, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), Украина ССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1958), СССР Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1968), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Александрович Сухомлинский 1918 йылдың 28 сентябрендә Украина Державаһы Херсон губернаһының Александрий өйәҙе (хәҙер Украинаның Кировоград өлкәһе) Васильевка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары бында үтә. Атаһы — Александр Емельянович Сухомлинский — Октябрь революцияһына тиклем помещиктарға ялланып балта оҫтаһы һәм столяр булып эшләй, крәҫтиәндәргә лә был йүнәлештә хеҙмәт күрһәтә. Совет заманында ауылдың алдынғы шәхестәренең береһенә әйләнә: йәмәғәт эшендә, шулай уҡ ҡулланыусылар кооперацияһына һәм колхозға етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл хәбәрсеһе булараҡ, гәзиттәргә хәбәрҙәр яҙып тора, колхоздың уҡыу йортона мөдирлек итә, урындағы ете йыллыҡ мәктәптә ағас эшенә өйрәтеү дәрестәрен алып бара. В. А. Сухомлинскийҙың әсәһе Оксана Авдеевна йорт хужабикәһе булһа ла, колхозға хеҙмәт итә, тегенсе эштәрен башҡара. Ире менән икәүләп Василийҙан тыш тағы ла өс балаларын, үҫкәс ауыл уҡытыусылары булып киткән — Иван, Сергей һәм Меланияны оло тормош юлына сығара.
1933 йылда Василий Кременчук педагогия институтының рабфагына инә, артабан вузда уҡыуын дауам итә. 17 йәшендә ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. Полтава пединститутына күсеп, уны тамамлағандан һуң тыуған төйәгенә ҡайтып, Онуфриев урта мәктәбендә украин теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Сухомлинский үҙе теләп фронтҡа китә. Кесе политрук дәрәжәһендә Мәскәүҙе дошмандан һаҡлауҙа ҡатнаша, 1942 йылдың ғинуарындағы алыштарҙың береһендә ҡаты яралана, ниндәйҙер мөғжизә менән генә үлем уны урап үтә, ә снаряд ярсығы күкрәгендә бөтөнләйгә тороп ҡала. Уралдағы госпиталдәрҙең береһендә дауаланғандан һуң тағы ла фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә комиссия уны хатта сикләнгән кимәлдә лә хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип тапмай. Тыуған төбәге дошмандан азат ителгәс, Сухомлинский үҙ яғына ҡайта. 1948 йылда ул Кировоград өлкәһенең Онуфриев районы Павлыш мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (1970 йылдың 2 сентябре) эшләй.
Василий Сухомлинский — 40 монография һәм брошюра, 600-ҙән артыҡ мәҡәлә, 1200 хикәйә һәм әкиәт авторы. Ғилми хеҙмәттәрен һәм мәҡәләләрен рус телендә, ә әҙәби әҫәрҙәрен туған украин телендә яҙған. Уның төрлө телдәрҙә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 4 миллион данаға яҡын.
Педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сухомлинский гуманизм принциптарына[4], бала шәхесен төп ҡиммәт итеп таныуға нигеҙләнгән үҙенсәлекле педагогик система төҙөй. Тәрбиә һәм уҡытыу процестары, педагог-фекерҙәштәрҙең һәм уҡыусыларҙың берҙәм коллективының ижади эшмәкәрлеге[5] нәҡ ошоға йүнәлтелгән булырға тейеш. Сухомлинский билдәләүенсә, коммунистик тәрбиә этикаһының төп асылы — тәрбиәсе коммунизм идеалының ысынлығына, уның тормошҡа ашыуына һәм уға барып етәсәгенә ышана, үҙенең хеҙмәтен идеал критерий һәм күрһәткес менән баһалай.
Уҡытыу процесын Сухомлинский күңелле хеҙмәт итеп ойоштора[6]; ул уҡыусыларҙа донъяға материалистик ҡараш формалаштырыуға ҙур иғтибар бирә; уҡытыу барышында уҡытыусының матур һүҙенә, әҙәби һөйләү стиленә, уҡыусылар менән бергә әкиәттәр, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә, китап уҡыуға мөһим урын бирә[7].
Сухомлинский шулай уҡ «матурлыҡ менән тәрбиәләү» комплекслы эстетик программаһын эшләй. Үҙ дәүерендәге совет педагогикаһында тәүгеләрҙән булып ватан һәм донъя педагогик ҡараштарының гуманистик традицияларын ныҡлы ҡуллана башлай.
Новатор-педагогтың фекерҙәре тулы кимәлдә уның «Этюды о коммунистическом воспитании» (1967) һәм башҡа хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан. Уның идеяларын ваҡытында күп мәктәптәр көндәлек эшмәкәрлегендә тормошҡа ашыра. Халыҡ-ара В. А. Сухомлинский ассоциацияһы һәм Сухомлинский хеҙмәттәрен тикшереүселәрҙең халыҡ-ара берләшмәһе, Павлыш мәктәбендә Сухомлинскийҙың педагогик музейы (1975) ойошторола.
Василий Сухомлинский — йәштәрҙе тәрбиәләү һәм уҡытыу мәсьәләләренә арналған 30-ға яҡын китап һәм 500-ҙән артыҡ мәҡәлә авторы. Уның төп хеҙмәте — «Йөрәгемде балаларға бирәм» («Сердце отдаю детям») 1974 йылда (автор үлгәндән һуң) Украина ССР-ының Дәүләт премияһы менән баһалана. Педагог-новаторҙың бөтә тормошо — балалар, шәхес тәрбиәләү. Ауыл уҡытыусыһы балаларҙа тирә-яҡ ысынбарлыҡҡа шәхси ҡараш, үҙ эшеңде аңлау һәм туғандарың, иптәштәрең, йәмғиәт, һәм, иң мөһиме, үҙеңдең намыҫың алдында яуаплылыҡты аңлап-тойоу тәрбиәләй.
Сухомлинский үҙенең «Уҡытыусыға 100 кәңәш» («100 советов учителю») китабында яҙыуынса, бала, уй-фекер йөрөтөүсе йән эйәһе булараҡ, үҙенең тирә-яғындағы донъяны танып-белеү менән бергә үҙен дә аңлап-төшөнә бара. Быға ул бары тик аҡыл ярҙамында ғына түгел, ә йөрәге аша ла өлгәшә. Дәрестә белгәненең йөҙҙән бер өлөшөн генә һөйләп биреүсе педагог ҡына үҙе уҡытҡан предметты ысынлап ярата. Педагогтың белеме ни тиклем бай була, уның ғилемгә, фәнгә, китапҡа, аҡыл хеҙмәтенә һәм интеллектуаль тормошҡа шәхси ҡарашы ла шул тиклем сағыуыраҡ асыла. Нәҡ ошо интеллектуаль байлыҡ — уҡытыусының үҙ предметына, фәнгә, мәктәпкә һәм пдагогикаға һөйөүе лә инде. Уҡытыусы — йәш быуынға белем тапшырыусы ғына түгел, ә баланан шәхес, тотош илдең алдағыһы үҙенә бәйле булған киләсәк кешеһен яһауҙа ҙур роль уйнаусы ла. Уҡытыусы балаға тәьҫир итеү сәбәптәрен анализлай белеү менән бергә предметты өйрәнеү тотош бер бөтөн булыуын да тәьмин итһен. Уҡыу хеҙмәте уҡыусы тормошонда иң мөһимгә әйләнергә тейеш. Баланың хәле нимәгә етә, нимәгә етмәй — халыҡ педагогикаһы быны яҡшы белә, сөнки унда тормош аҡылы атай һәм әсәй һөйөүе менән бергә ныҡлы ҡушыла. Бала яҡшы уҡырға теләһен һәм бының менән ата-әсәһенә ҡыуаныс килтерергә ынтылһын өсөн, уның күңелендә хеҙмәткәрҙең ғорурлыҡ тойғоһон уятырға, уны һаҡларға һәм артабан үҫтерергә кәрәк. Был — бала үҙенең уҡыуҙағы уңыштарын күрергә, улар өсөн борсолорға тейеш. Кешелек мөнәсәбәттәре кемдер башҡалар өсөн нимәлер булдырған (эшләгән, ижад иткән) хеҙмәттә айырыуса сағыу асыла. Педагогтың бурысы — тәрбиә эҙемтәләрен дөрөҫ билдәләү генә түгел, ә баланың тормошона йоғонто яһау һәм үҙ хәстәрҙәрен ата-әсәләр менән бүлешеү. Уларҙа мәктәп менән бергә кемде тәрбиәләргә тейеш булыуҙары хаҡында аныҡ күҙаллау булдырыу йәһәтенән нәҡ педагог эшләргә тейеш. Артабан уларҙың бар талаптарҙың (тәү сиратта, үҙҙәренә лә ҡағылған) берҙәм булырға тейешлеген аңлауҙарына ирешеү зарур. Атай менән әсәй, тәрбиәсе булараҡ, берҙәмлектә эш итергә тейешле — был иһә уларҙы әсәй һәм атай һөйөүенең серҙәренә төшөндөрөүҙе, уларҙы изгелек менән ниндәйҙер кимәлдә ҡатылыҡ, иркәләү менән талапсанлыҡты дөрөҫ итеү ҡулланырға өйрәтеүҙе үҙ эсенә ала.
В. А. Сухомлинский мәктәп уҡыусыларының хеҙмәт һәм ял режимы тураһында[5]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кем иртә ята, етерлек ваҡыт йоҡлай, иртә тора һәм уянғандан һуң тәүге биш-ун сәғәттә (үҙ йәшенә ярашлы) ныҡышмалы аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнә — ул үҙен һәр саҡ яҡшы тоя. Артабанғы сәғәттәрҙә хеҙмәт көсөргәнешлеге кәмергә тейеш. Йоҡлар алдынан һуңғы 5-7 сәғәт арауығында көсөргәнешле аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнеү, бигерәк тә нимәнелер ятлау, тыйыла. Әгәр ҙә бала йоҡо алдынан бер нисә сәғәт дәрес әҙерләп ултыра икән, ул өлгөрмәүсегә әйләнә — беҙ быға күп факттар аша инандыҡ.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полтава педагогия институтының (хәҙер университет) 1-се корпусында (Остроград урамы, 2) Сухомлинскийға арналған мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Университетта В. А. Сухомлинский музейы эшләй.
- Николаев милли университетына В. А. Сухомлинский исеме бирелгән.
- Кировоград өлкәһенең Александрия ҡалаһындағы педагогия колледжы ла шулай уҡ В. А. Сухомлинский исемен йөрөтә. Уҡыу йорто ихатаһында новатор-педагогҡа һәйкәл ҡуйылған.
- «Высшая школа экономики» Милли тикшеренеү университетының Мәғариф институтында В. А. Сухомлинский исемендәге аудитория йыһазландырылған
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968)
- Ике Ленин ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Кировоград ҡалаһының Почётлы гражданы (1998)
Билдәле хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сердце отдаю детям
- Сто советов учителю
- Рождение гражданина
- Родительская педагогика
- Как воспитать настоящего человека
- Методика воспитания коллектива
- Письма к сыну
- О воспитании
Полное собрание сочинений и методического наследия приведено в книге:
- В. А. Сухомлинский: Биобиблиография / Сост. А. И. Сухомлинская, О. В. Сухомлинская. — К.: Рад. шк., 1987.— 255 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Сухомлинский Василий Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 167 Уҡытыу — ғилемде уҡытыусынан уҡыусыға механик тапшырыу түгел, ә тәү сиратта кешелекле мөнсәбәттәр һәм бәйләнештәр.
- ↑ 5,0 5,1 Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 147 Мәктәптең мөһим бурысы — кешене ҡыҙыҡһыныусан, ижади һәм фекерләй белгән шәхес итеп тәрбиәләү. Мин бала саҡ йылдарын фекерләү мәктәбе, ә уҡытыусыны — үҙ тәрбиәләнеүселәренең организмын һәм рухи донъяһын хәстәрле булдырыусы тип күҙ алдына килтерәм.
- ↑ Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 87 Уҡыусыға ҡуйылған билдә ялҡаулыҡ һәм вайымһыҙлыҡ өсөн яза түгел, киреһенсә, уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге өсөн бүләк булырға тейеш. Әгәр ҙә уҡытыусы «икеле» һәм «берле» билдәләрен ялҡау атты ҡыуа торған сыбыртҡы, ә «дүртле» менән «бишле»не перәник тип һанай икән, тиҙҙән балалар сыбыртҡыны ла, прәникты ла күрә алмай башлаясаҡ
- ↑ Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 197 Уҡыу балаларҙың мөһим рухи ынтылышына әйләнһен өсөн, мин уларҙың һәр-береһенең әкренләп үҙенең шәхси китапханаһын булдырыуына ынтылдым... Әгәр ҙә ай эсендә ғаилә китапханаһы бер китап менән дә тулыланмаһа, быны мин хәүефле күренеш итеп һананым.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Александрович Сухомлинский Викимилектә |
- http://www.dnpb.gov.ua/ Державна наукова педагогічна бібліотека України імені В. О. Сухомлинського
- Сухомлинский Василий Александрович . «Герои страны» сайты.
- Статья о В. Сухомлинском на сайте «Великих Украинцев» 2008 йыл 20 апрель архивланған. (укр.)
- Глейзер Г. Д. Сердце, отданное детям
- Василь Олександрович Сухомлинський (укр.)
- Сухомлинський Василь Олександрович (о нём) с подробной библиографией на портале wiki ОУНБ им. А. Л. Чижевского (укр.)
- Симон Соловейчик. «Всё более глубокое понимание ребёнка – это и есть воспитание его» . газета «Первое сентября» (№ 70/2000). Дата обращения: 18 июль 2009. Архивировано 12 март 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виктор Жадько. Украинский некрополь.-К., 2005.-с.303.
- Сухомлинский В. А. Огнегривый конек: сказки, притчи, рассказы / Сост. и предисл. А. В. Сухомлинского. — М.: Знание , 2007. — 200 с. : Ил.
- Энциклопедия украиноведения : Словарная часть: [в 11 т.] / Научное общество имени Шевченко; гл. ред. проф., д-р Владимир Кубийович . — Париж; Нью-Йорк: Молодая жизнь ; Львов; Киев Глобус, 1955—2003.
- 28 сентябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- 2 сентябрҙә вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Кировоград өлкәһендә вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- К. Д. Ушинский миҙалы менән наградланғандар
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- СССР шәхестәре
- СССР уҡытыусылары
- СССР педагогтары
- Педагогия фәндәре кандидаттары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар