Бедренко Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бедренко Николай Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 9 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Ейәнсура районы, Ҡаҙанболаҡ ауыл Советы, Казанка
Вафат булған көнө 3 июль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, Алматы өлкәһе, Талгар[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Бедренко Николай Васильевич (9 сентябрь 1923 йыл — 3 июль 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, һауа-десант батальоны сапёры, гвардия ефрейторы. Еңеү Парадында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никола́й Васи́льевич Бедре́нко 1923 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Казанка утарында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Казанка ауылы) тыуған. Рус. Башланғыс белемле. 1945 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. «Ҡаҫмарт» колхозында, Ейәнсура районының «Һарыҡсылыҡ» совхозында слесарь булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.

1942 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында. Воронеж, Төньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, 2-се Украина һәм 2-се Алыҫ Көнсығыш фронттарында һуғышҡан, Сталинград алышында, Украинаны, Молдавияны, Румынияны, Венгрияны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ике тапҡыр ҡаты яралана, ике тапҡыр контузия ала.

Гвардия ефрейторы Н. В. Бедренко Тисасёллёш ҡалаһы районында (Венгрия) Тиса йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 4-нән 5 ноябргә ҡарай төндә Николай Бедренко дивизия разведчиктары төркөмөн Тиса йылғаһының көнбайыш ярына аша сығара. Кәмә йылға уртаһына етеүгә, уларға ҡаршы пулемет ут өйөрмәһе аса. Н. В. Бедренко, ут аҫтында манёвр яһап, ишеп ярға яҡынлай һәм, разведчиктар менән бергә ярға сығып, һуғышта ҡатнаша. Һөҙөмтәлә фронт буйынса 600 метр һуҙымында траншеяларҙан дошман ҡыуып сығарыла, был полк составын йылға аша сығарырға һәм биләгән плацдармда нығынырға, уны киңәйтергә мөмкинлек бирә.

3-сө уҡсылар полкы һуғышсыларын йылға аша сығарғанда, мина шартлауы һөҙөмтәһендә кәмә түңкәрелә. Н. В. Бедренко йөҙөп кәмәне ярға алып сыға, һыуын түгә һәм, боҙло һыуҙа лыс һыу булыуға ҡарамаҫтан, яугирҙәрҙе һәм боеприпастарҙы ташыуын дауам итә, төн эсендә утыҙ рейс яһай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 апрелендәге Указы менән ефрейтор Николай Васильевич Бедренкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм "Алтын йондоҙ" миҙалы тапшырыла(№ 7421)[1][2].

Бедренко һуғышты Прагала тамамлай. Ул 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда тарихи Еңеү Парадында ҡатнаша.

Н. В. Бедренко 1945 йылдағы Совет-Япон һуғышында ҡатнашҡан.

Һуғыштан һуң Н. В. Бедренко Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында йәшәй. 1950 йылда ул Ҡаҙағстанға, Алма-Ата өлкәһенең Талгар ҡалаһына күсеп бара, шофер булып эшләй. 1985 йылдың 3 июлендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройы (1945)
  • «Алтын Йондоҙ» Миҙалы (№ 7421)
  • Ленин ордены
  • I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
  • Миҙалдар, шул иҫәптән:
    • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (04.06.1944)[4]
    • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.09.1944)[5]
    • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Фашист Германияһын еңгән өсөн» миҙалы
    • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
    • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
    • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 155, л. 9)
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 5, л. 13, 14)
  3. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2435, л. 3, 37, 38)
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 129, л. 2, 50, 51)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]