Матурлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сәскәләр — тәбиғи матурлыҡтың иң сағыу өлгөһө (һүрәттә — тамсы гөлө)

Матурлыҡ — камиллыҡты аңлатҡан эстетик категория. Ниндәй ҙә булһа бер объекттың төрлө яҡтары күҙәтеүселә юғары ләззәт уятырлыҡ гармониялы тап килеүе. Матурлыҡ — мәҙәниәттең иң мөһим категорияларының береһе. Йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек һәм килбәтһеҙлек матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булғанды аңлатыусы төшөнсәләр[1].

Матурлыҡ концепциялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грек амфораһы (ике тотҡалы, тар муйынлы ҙур көршәк)

Матурлыҡ төшөнсәһе антик осорҙан башлап ысынбарлыҡты, йәшәйеште философик аңлауҙа мөһимдәрҙең береһе булып ҡарала. Боронғо грек философтары матурлыҡты объектив күренеш тип аңлаған һәм уны Ғаләмдең камиллығы, донъяны бер тәртипкә ҡорған йыһан (космос) менән бәйләгән[2].

  • Пифагор мәктәбе матурлыҡты математика менән берҙәмлектә ҡараған: пропорциялары алтын киҫелеш менән тап килгән предметтар (әйберҙәр) матурыраҡ тойола[3]. Классик грек архитектураһы матурлыҡты нәҡ ошолай аңлауға нигеҙләнгән була.
  • Сократ осоронан матурлыҡ онтологик мәғәнәлә генә түгел, ә иҫ-аҡыл һәм аң категорияһы булып ҡарала башлай. Сократтың үҙе өсөн матурлыҡ ғаләм ҡоролошоноң иң мөһим категорияларының береһе булған.
  • Аристотель матурлыҡ төшөнсәһен, камиллыҡ кәүҙәләнеше булараҡ, тулыһынса әхлаҡи категорияға индергән.
  • Платон буйынса, кеше тыуғансы матурлыҡ һәм пак уй-фекер мөхитендә була. Матурлыҡты һәм яҡшылыҡ-изгелекте юғары уй-фекер булараҡ ҡабул итеү уның философик ижадының төп мотивы булып тора.

Антик философтарҙың матурлыҡты аңлауы Плотин хеҙмәттәрендә дөйөмләштереп йомғаҡлана. Уларҙа матурлыҡ илаһилыҡҡа һәм иҫ киткес гүзәллеккә күтәреүсе көс тип ҡарала. Умберто Эко мөхәррирлегендәге «Матурлыҡ тарихы» («История Красоты») исемле бай баҫмала кешелектең бөтә дауамында матурлыҡты аңлау тарихы тикшерелә[4]. Атап әйткәндә, ул Платон Матурлыҡтың иң мөһим ике концепцияһына нигеҙ һалған, һәм улар артабанғы быуаттарҙа ентекләп үҫтерелә, тип билдәләй[5]:

  1. Матурлыҡ — гармония һәм өлөштәрҙең пропорциональ булыуы (Пифагор буйынса)[6]
  2. Матурлыҡ — яҡты балҡыш кеүек. Ул неоплатонизм идеяларына йоғонто яһай[7]

Был хеҙмәттә шулай уҡ түбәндәге ике аспект билдәләнә:

  • Матурлыҡ тип беҙ ғәҙәттә нимәнеңдер пропорциялы булыуын атайбыҙ
  • Симметрия классик сәнғәттә гүзәллек ҡанундарының береһенә әүерелгән

Эко артабан билдәләүенсә, урта быуат ғилеменең нығыраҡ үҫкән осоронда Фома Аквинский [8] түбәндәгеләрҙе әйтәсәк:

  • матурлыҡ өсөн тейешле пропорционаллек кенә етмәй,
  • уға бөтөнлөк тә (йәки һәр нәмәнең теүәллеген тәьмин иткән барлыҡ өлөштәре лә булырға тейеш, зәғиф кәүҙә килбәтһеҙ һәм ғәрип тип иҫәпләнә),
  • балҡыулыҡ та (ялтырап янып тороу), сөнки саф, таҙа төҫ кенә гүзәл һәм матур һанала
  • пропорционаллек йәки аһәңлелек тә кәрәк.

Сәнғәттәге матурлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта беҙ матурлыҡты күп быуын йән эйәләренең аңһыҙ тәжрибәһе һәм кешеләрҙең меңәрләгән быуынының аңлы тәжрибәһе нигеҙендә беҙҙең зиһендә һаҡланып ҡалған инстинкт йәки тыумыштан килгән эске һиҙем, тәбиғи тойғо менән ҡабул итәбеҙ тигән фараз йәшәп килә[9].

Эрос (һөйөү) һәм физик матурлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡаршы затҡа (енескә) оҡшағанда матур була. Ҡатын-ҡыҙҙы/ир-егетте партнёр итеп һайлағанда, ниндәй затҡа нимә кәрәклегендә беҙ бер ҡасан да яңылышмайбыҙ. Бында нәҡ «алдағы быуындар тәжрибәһе» ярҙамға килә лә инде[10].

Тәнде бар яҡлап гармониялы үҫтереү, башҡа төр ҡаҙаныштар кеүек үк, һәр кешенән ҙур хеҙмәт һәм тырышлыҡ талап итә.

Рухи матурлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кешелә бөтә нәмә лә: йөҙө лә, кейеме лә,
күңеле лә, уйҙары ла матур булырға тейеш.

Физик матурлыҡтан тыш кешелек мәҙәниәтендә шулай уҡ әхлаҡи, рухи матурлыҡ хаҡында ла төшөнсә формалашҡан. Был категория йәшкә һәм енескә ҡарамай һәр кемгә ҡарата ҡулланыла һәм кешенең аҡыллылығына, зирәклегенә, намыҫлылығына, тоғролоғона, баҫалҡылығына, әҙәплелегенә ҡарашты билдәләй. Балалар, үҫмерҙәр һәм йәш егет менән ҡыҙҙарға ҡарата был төшөнсәгә шулай уҡ «ғәйепһеҙлек», «гөнаһһыҙлыҡ», «саф күңеллелек», «хәйләһеҙлек», «эскерһеҙлек», «боҙолмағанлыҡ» һәм башҡа шундай ҡылыҡһырламалар инә.

Төрлө мәҙәниәттәрҙә физик матурлыҡ эталондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихтан күренеүенсә, матурлыҡ үрнәктәре һәм «ҡалыптары» төрлө илдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә бик ныҡ айырыла[11]. Тән төҙөлөшөндә күренеп торған физик етешһеҙлектәре, симметрияһыҙлыҡтары булмаған[12] һәм тышҡы күренеш менән «уртаса» булған (һәр расала — үҙ эталоны) кешеләргә өҫтөнлөк биреүҙән тыш, үҙгәреп торған башҡа мәҙәни сифат айырмалыҡтары ла бар.

Боронғо Грецияла һәм Боронғо Римдә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар матурлығы эталоны XX быуаттыҡынан, олимпия хәрәкәте үҫкән дәүерҙекенән ғәмәлдә айырылмай.

Урта быуаттарҙа көлһыу төҫ, йөҙҙә нур булмау, ағарынғанлыҡ һәм ябыҡлыҡ модала булһа, барокко дәүерендә киреһенсә тулылыҡ, йыуантыҡлыҡ (мәҫәлән, Рубенс картиналары) һәм үрсем биреү һәләте күҙгә бәрелеп торған кәүҙә модаға инә (голланд оҫталарының картиналары, — мәҫәлән, рәссам Герард Терборх төшөргән ханымдар).

XXI быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙ матурлығы эталондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лорд Байрон, «Каин»

И если красота её поблекнет,
То, думаю, создатель красоты,
При гибели прекрасного созданья,
Утратить должен более, чем я.

Хәҙерге ваҡытта «юғары мода» сиктән тыш ябыҡ, оҙон буйлы, нескә билле һәм оҙон аяҡлы һынды ҡатын-ҡыҙ матурлығының үрнәге итеп рекламалауын дауам итә. «Көсһөҙ заттар»ҙың буй-һыны зифа һәм һомғол булып, билдәле 90—60—90 күрһәткестәренә тап килергә тейеш[13].

Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Одри Хепбёрн — Британия һәм Америка актёры

2011 йылда Көньяҡ федераль университет хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ матурлығының асылын тикшергән. Тикшереүҙә ҡатнашыусыларҙан улар өсөн сибәр ҡатын-ҡыҙ идеалы бармы-юҡмы икәнен һәм кемде уға индереүҙәрен белешкәндәр. Һорашыу һөҙөмтәһендә яуап биреүселәрҙең күпселеге өсөн матурлыҡ тормоштағы реаль кешеләрҙең күҙ менән күрерлек (визуаль) аныҡ образы аша һынланыуы асыҡланған. 30 процент яуап биреүселәр матур ҡатын-ҡыҙҙың телевидение тапшырыуҙары нигеҙендә тыуған йыйылма образы хаҡында фекер йөрөткән. Дөйөм алғанда, сибәр ҡатын-ҡыҙ өлгөһө булараҡ Одри Хепбёрн, Мэрилин Монро һәм Анджелина Джоли исемдәре аталған. Тикшереүҙә ҡатнашҡан йәштәр бары тик көнбайыш һылыуҙарына ғына туҡталһа, олораҡтар РСФСР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артистары Валентина Толкунова менән Ирина Алфёрованы ла ҡатын-ҡыҙ матурлығы өлгөһө итеп күрһәткән[14].

Һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың күптәре ҡатын-ҡыҙ матурлығы эталонын зифа буйлы, оҙон сәсле һәм ҙур күҙле итеп тасуирлаған. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре тышҡы бөхтәлек һәм ҡаралғанлыҡ (ухоженность), шулай уҡ ыҫпайлыҡ (аккуратность) кеүек сифаттарҙы мөһим тип билдәләһә, ир-аттар күберәк сәс һәм күҙҙәрҙең төҫөнә иғтибар биргән. Матурлыҡ идеалы тип аталған билдәле шәхестәрҙең фотоһүрәттәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә шул асыҡланған: матур ҡатын-ҡыҙҙар — ҡара сәсле (брюнетка), ҙур, асыҡ һәм мәғәнәле (выразительный) күҙле, уртаса комплекциялы һәм пропорциональ һынлы булырға тейеш. Брюнеткалар блондинкаларға (һары сәслеләргә) ҡарағанда күберәк тауыш йыйған[14].

Һөҙөмтәлә сибәр (матур, һылыу) ҡатын-ҡыҙҙың шундай йыйылма портреты хасил була: буй 158—175 сантиметр, ауырлыҡ 48—64 килограмм, һомғол, зифа һәм пропорциональ буй-һын (фигура), йәшел йә ҡуңыр күҙҙәр, ҡуйы оҙон керпектәр, сәләмәт һәм ҡуйы сәс, хисле ирендәр, ҡаралған ҡулдар һәм тырнаҡтар, таҙа һәм шыма тән тиреһе. Ыҡсымлыҡ (миниатюрность), ҡыҫҡа сәс, макияждың юҡлығы һәм 90—60—90 классик пропорциялар һирәк кенә телгә алына. Һуңғы ваҡытта матур һын хаҡындағы төшөнсә үҙгәреү кисерә — ул ябыҡ түгел, ә нормаль, «һау-сәләмәт» ҡатын-ҡыҙ буй-һыны[14].

Матур ҡатын-ҡыҙҙың характерына килгәндә, яҡшылыҡ һәм киң күңеллелек, аҡыл һәм башҡаларҙы аңлай белеү, шулай уҡ ярҙамсыллыҡ, кеше хәленә инеүсәнлек, яғымлылыҡ һәм наҙлылыҡ, юморҙы аңлау кеүек сифаттар мотлаҡ тәүге урындарҙа тора. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре йышыраҡ зирәклек (мудрость) һәм үҙеңә ышанғанлыҡты күрһәтһә, ир-егеттәр алсаҡлыҡ, аралашыусанлыҡ һәм яғымлылыҡ менән наҙлылыҡты алға ҡуя. Һылыу исеменә дәғәүә итеүсе ҡатын-ҡыҙ бынан тыш аҡыллы, әҙәпле, кеселекле, төплө, аһәңле (гармониялы), үҙенә тартып тороусы (харизмалы), яратыусы, маҡсатҡа ынтылышлы, тәрбиәле, аралашҡанда һөйкөмлө һәм мөләйем булырға ла тейеш. Яуап биреүселәрҙең күпселеге фекеренсә, матур ҡатын-ҡыҙҙың юғары йә тамамланмаған юғары белеме булыуы зарур[14].

Ир-ат матурлығы эталондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Итальяндар донъялағы иң матур ир-ат тип танылған, һәм йылдар үтеү менән һирәкләнә барған сәс, биттәге йыйырсыҡтар уларҙың һөйкөмлөлөк һәм яғымлылығын бер ҙә кәметмәй[15].

Матурлыҡ бәйгеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матурлыҡ бәйгеһе — ҡатнашыусыларҙың иң сибәре билдәләнгән ярыш. Йыш ҡына был конкурстарҙа төрлө маһирлыҡты, уйлау-фекерләү һәләтен (интеллектты) һәм телмәр (ораторлыҡ) оҫталығын күрһәтергә кәрәк.

Афродита

Легенда буйынса, беренсе матурлыҡ бәйгеһе итеп өс алиһә — Гера, Афина һәм Афродитаның ярышы һанала. Хөкөмдар (судья) итеп улар Паристы (кешене) һайлай, һәм ул төп бүләкте — алма һәм «Иң һылыу» исемен Афродитаға бирә. Троя һуғышы башланыуға нәҡ ошо сәбәпсе була ла инде.

Боронғо Трояла Илиондың иң матур ҡыҙын һайлауҙары тураһында туранан-тура булмаһа ла, ситләтелгән раҫлауҙар һаҡланған. Баһаман (жюри) йырсылар, скульпторҙар, ораторҙар һәм яугирҙәрҙән торған.

Документаль раҫланған матурлыҡ бәйгеләренең тәүгеләре б. э. т. 5 быуатта Боронғо Грециялағы Коринф ҡалаһында үтә. Унда хакимлыҡ иткән Кипелис ер алиһәһе Гея хөрмәтенә байрам ойоштора. Иң лайыҡлы дәғәүәсе алтын эйәһе тип нарыҡлана. Был башланғыс гректарға хуш килә, һәм ошоға оҡшаш бәйгеләр башта Афинала, һуңыраҡ бар ерҙә дә үткәрелә башлай. Эгей диңгеҙенең Лесбос утрауындағы ярыштар айырыуса киң билдәлелек яулай.

Боронғо Вавилонда матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһенә «һылыуҡай» исеме бирелеү менән бергә уға тәғәйен хаҡ та ҡуйылған: уның исеме әйтелгәс, ир-аттар ҡысҡырып хаҡты атаған. Артабан һылыу ҡыҙға өйләнеү өсөн уны ғаиләһенән конкурс һөҙөмтәһендә билдәләнгән нәҡ ошо аҡсаға һатып алырға кәрәк булған.

Боронғо Ҡытайҙа, шулай уҡ хәҙерге Перу биләмәләрендә ҡасандыр йәшәгән индеец ҡәбиләләренең Инкалар империяһында һәм Малайзия халҡында һылыуҙарҙы һайлау буйынса махсус ҡағиҙәләр булған. Еңеүсене билдәләгәс, йола нигеҙендә тантаналы шарттарҙа уны ҡан эскес алла йә рухҡа (затҡа) ҡорбан итеп биргәндәр.

Исламдың ҡаты ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарамаҫтан, Осман империяһындағы һәрәмдәрҙә иң һылыу йәриәне һайлап күңел асҡандар.

Австралия һәм Тымыҡ океан утрауҙары ҡәбиләләренең 20 быуатҡа тиклем үткәрелгән бәйгеләрендә кейәүгә сыҡмаған һөйкөмлө ҡыҙҙар шәрә килеш ярышҡан. Еңеүсене ауылдың «беренсе» егете кәләш итеп алған.

Уганданың матурлыҡ бәйгеләрендә йөҙ-бит һәм төҫ матурлығына айырым иғтибар бирмәй, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң матур янбаш хужаһын һайлағандар. Ҡайһы бер еңеүселәрҙең арт һандары шундай ауыр булған, улар хатта сит ярҙамдан тыш аяҡтарына ла баҫа алмаған.

Рәсәй империяһында оҙаҡ ваҡыт батшаға ҡатынды конкурс буйынса һайлағандар һәм уға бөтөн дәүләттең бар ғаиләләренән ҡыҙҙарҙы йыйғандар. Социаль хәл һәм байлыҡ иҫәпкә алынмаған, беренсе урынға матурлыҡ һәм сәләмәтлек ҡуйылған. Приз — батша ҡатыны исеме һәм күп осраҡта тиҙ үлем йәки монастырь. Урыҫ батшалары шулай итеп ҡатындарын шаҡтай тиҙ алыштырған.

Европала бындай бәйгеләр хаҡында урта быуаттарҙа уҡ оноталар. Инквизиция заманының иң матур ҡыҙының сираттан тыш утта яндырылыу ихтималлығы ғына бик юғары булған. Христиан сиркәүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң һылыуҙары ла, иң шөкәтһеҙ һәм ғәриптәре лә мотлаҡ иблискә хеҙмәт итә һәм шунлыҡтан улар ошондай ҡиәфәткә эйә, тип һанаған.

Сығанаҡ: http://fact.inf.ua/p.html [16]

1888 йылдың 19 сентябрендә Бельгияның Спа ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе матурлыҡ бәйгеһе үтә. 350 кандидаттың 21-е финалға етә: тик ир-егеттән генә торған баһаман уларҙы ябыҡ ишек артында «ҡарап тикшерә». Францияның Кариб диңгеҙе утрауҙарында урынлашҡан диңгеҙ аръяғы департаменты Гваделупа вәкиле 18 йәшлек Берта Сукаре (франц. Bertha Soucaret) еңеүсе тип табыла һәм 5000 Бельгия франкы күләмендәге призға лайыҡ була.[17]

Халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң әһәмиәтле халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләре (конкурстары):

  • Донъя һылыуы (Мисс Мира)
  • Ер шары һылыуы (Мисс Земля)
  • Ғаләм һылыуы (Мисс Вселенная)
  • Мисс Интернешнл

Донъя һылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Донъя һылыуы» (ингл. Miss World) — йыл һайын үткәрелеп килгән халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһе. «Ер шары һылыуы», «Ғаләм һылыуы» һәм «Мисс Интернешнл» конкурстары менән бер рәттән донъялағы матурлыҡ бәйгеләренең иң абруйлыһы һәм дәрәжәлеһе һанала.

Донъя һылыуы — 2009 Кайане Алдорино

«Донъя һылыуы» конкурсын 1951 йылда Бөйөк Британияла продюсер Эрик Морли (19182000) үткәрә башлай. Уның ҡатыны Джулия Морли — иренең вафатынан һуң был шоу-тамашаның рәйестәше. Алда әйтелгәндәре менән бергә был матурлыҡ бәйгеһе лә донъяла иң билдәлеһе, конкурс финалын телевизорҙан 200-ҙән ашыу илдең тамашасылары ҡарай.

«Донъя һылыуы» тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бикини фестиваль-конкурсы итеп ойошторола, матбуғат уға «Донъя һылыуы» исемен бирә. Башта бәйгене бер тапҡыр ғына үткәреү планлаштырылған була. "Ғаләм һылыуы"ның ойошторолоуын белгәс, Морли үҙенең шоуын һәр йыл һайын үткәрергә ҡарар итә.

Бикиниға ҡаршы булған оппозиция беренсе конкурстан һуң уны ҡәҙимге һыу инеү кейеме менән алыштыртыуға өлгәшә. 1959 йылда Би-би-си бәйгене телевизор экрандарына сығара, был иһә шоү-тамашаның ғәйәт популярлашыуына килтерә.

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында шоу-тамашаға ҡатнашыусыларҙың интеллект (фекерләү һәләте) кимәлен билдәләүсе һынамыштар өҫтәлә. Шуға ҡарамаҫтан конкурс үҙе тыуған Британияла иҫке модалы һәм сәйәси яҡтан шаҡтай әҙәпһеҙ итеп ҡарала. Йола буйынса Донъя һылыуы бер йыл Лондонда йәшәй. Конкурста Венесуэла вәкилдәре алты тапҡыр бәйге еңеүсеһе булды.

2016 йылдың 18 декабренән планетаның төп һылыуы титулын Пуэрто-Рико вәкиле Стефани Дел Валье йөрөтә[18].

Һуңғы алты йылда «Донъя һылыуы» титулын яулаусылар:

Бәйгелә СССР һәм Рәсәй вәкилдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • 1989 — Анна Горбунова — Мисс Фотогеничность
  • 1990 — Лаума Земзаре/Lauma Zemzare (Латвия ССР-ы вәкиле, Мисс СССР)[25]
  • 1991 — СССР тарҡалыу сәбәпле ҡатнашмайҙар
  • 1992 — Юлия Курочкина — Донъя һылыуы
  • 1993 — Ольга Сысоева
  • 1994 — Анна Малова
  • 1995 — Елена Базина
  • 1996 — Виктория Цапицына
  • 1997 — Людмила Попова
  • 1998 — Татьяна Мокрушина
  • 1999 — Елена Ефимова
Ксения Сухинова, Донъя һылыуы 2008
  • 2000 — Анна Бодарева
  • 2001 — Ирина Коваленко — ярым финалсы (топ 10)
  • 2002 — Анна Татаринцева — ярым финалсы (топ 20)
  • 2003 — Светлана Горева
  • 2004 — Татьяна Сидорчук — ярым финалсы (топ 15)
  • 2005 — Юлия Иванова — Мисс Бикини, ярым финалсы (топ 15)
  • 2006 — Александра Мазур
  • 2007 — Татьяна Котова
  • 2008 — Ксения Сухинова — Донъя һылыуы, Мисс Топ-Модель
  • 2009 — Ксения Шипилова
  • 2010 — Ирина Шәрипова — ярым финалсы (топ 25)
  • 2011 — Наталья Гантимурова — сирек финалсы (топ 30)
  • 2012 — Елизавета Голованова
  • 2013 — Эльмира Абдразаҡова
  • 2014 — Анастасия Костенко — ярым финалсы (топ 25)
  • 2015 — София Никитчук — 1-се вице-мисс
  • 2016 — Яна Добровольская — ярым финалсы (топ 21)

Ер шары һылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирина Антоненко (уртала) — Ғаләм һылыуы 2010 конкурсында Рәсәй вәкиле һәм Донъя һылыуы 2010 бәйгеһенең ярым финалсыһы, шулай уҡ Рәсәй вәкиле Ирина Шәрипова

«Ер шары һылыуы» (англ. Miss Earth) — «Донъя һылыуы», «Ғаләм һылыуы» һәм «Мисс Интернешнл» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһеләре менән бергә донъялағы иң абруйлы матурлыҡ бәйгеләренең береһе. Ул беренсе кимәл конкурстары араһында иң күп ҡатнашыусыларҙы йыя. 2001 йылда башланған бәйге Филиппинда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эгидаһы аҫтында үткәрелә[26].

Конкурстың идеяһы — бөгөнгө көндәрҙәге гуманитар, тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәт тереклеген һаҡлау проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтеү. Бынан сығып, барлыҡ ҡатнашыусылар бөтә Ер шарындағы һәм конкрет төбәктәрҙәге экологик хәлдәрҙе яҡшыртыуға ҡағылышлы халыҡ-ара проекттарын тәҡдим итәләр. Еңеүсе БМО-ның Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы вәкиле итеп билдәләнә.

Бәйгенең еңеүселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө йылдарҙа «Ер шары һылыуы» (1-се урын), шулай уҡ Мисс Һауа (2-се урын), Мисс Һыу (3-сө урын) һәм Мисс Ут (4-се урын) исемдәрен түбәндәге ҡыҙҙар яулаған:

Йыл Ер шары һылыуы
(1-се урын)
Мисс Һауа (2-се урын) Мисс Һыу (3-сө урын) Мисс Ут (4-се урын) Ҡатнашыусылар һаны
2015
Филиппин Филиппин
Анхелия Онг
Австралия Австралия
Дайанна Грагеда
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Бриттани Пэйн
Бразилия Бразилия
Тиесса Сикерт
86
2014
Филиппин Филиппин
Джейми Херрелл
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Андреа Ной
Венесуэла Венесуэла
Мария Александра Родригес
Рәсәй Рәсәй
Анастасия Трусова
85
2013
Венесуэла Венесуэла
Алис Энрич
Австрия Австрия
Катя Вагнер
Таиланд Таиланд
Пуника Кулсонторнрут
Корея Республикаһы Корея Республикаһы
Катарина Чхве Сонъи
88
2012
Чехия Чехия
Тереза Файксова
Филиппин Филиппин
Стефания Стефанович
Венесуэла Венесуэла
Осмариэль Вильялобос
Бразилия Бразилия
Камила Брант
80
2011
Эквадор Эквадор
Ольга Алава
Бразилия Бразилия
Ориэлль Беннеттон
Филиппин Филиппин
Афина Империаль
Венесуэла Венесуэла
Каролин Медина
84
2010
Һиндостан Һиндостан
Николь Фариа
Эквадор Эквадор
Дженнифер Пасминьо
Таиланд Таиланд
Ватсапон Ваттанакун
Пуэрто-Рико Пуэрто-Рико
Эйди Боск
84
2009
Бразилия Бразилия
Ларисса Рамос
Филиппин Филиппин
Сандра Зайферт
Венесуэла Венесуэла
Джессика Барбоса
Испания Испания
Алехандра Эчеварриа
80
2008
Филиппин Филиппин
Карла Паула Генри
Танзания Танзания
Мириам Одемба
Мексика Мексика
Абигайль Элисальде Ромо
Бразилия Бразилия
Татьяна Алвес Барбоза
85
2007
Канада Канада
Джессика Триско
Һиндостан Һиндостан
Пуджа Читгопекар
Венесуэла Венесуэла
Сильвана Сантаэлья
Испания Испания
Анхела Гомес
88
2006
Чили Чили
Хиль Есения Эрнандес
Һиндостан Һиндостан
Амрута Патки
Филиппин Филиппин
Кэтрин Унталан
Венесуэла Венесуэла
Марианна Пулья
82
2005
Венесуэла Венесуэла
Александра Браун
Доминика Республикаһы Доминика Республикаһы
Амель Сантана
Польша Польша
Катаржина Борович
Сербия и Черногория Сербия и Черногория
Йованка Марьянович
80
2004
Бразилия Бразилия
Присилла Мейреллис
Мартиника Мартиника
Мюриэль Селимен
Флаг Французской Полинезии Таити
Стефани Лесаж
Парагвай Парагвай
Янина Гонсалес
61
2003
Гондурас Гондурас
Дания Принс
Бразилия Бразилия
Присцилла Зандона
Коста-Рика Коста-Рика
Марианела Селедон
Польша Польша
Марта Матыясик
57
2002 *
Кения Кения
Уинфред Омвакве
Союзная Республика Югославия СР Югославия
Сладжяна Божович
Греция Греция
Юлиана Патрисия Дроссоу
Финляндия Финляндия
Элина Эрве
52
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина
Джейла Главович
Кения Кения
Уинфред Омвакве
Союзная Республика Югославия СР Югославия
Сладяна Божович
Греция Греция
Юлиана Патрисия Дроссоу
53
2001
Дания Дания
Катарина Свенсон
Бразилия Бразилия
Симони Режис
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Маргарита Кравцова
Аргентина Аргентина
Даниэла Стукан
42
  • 2003 йылдың майында Ер шары һылыуы — 2002 Джейла Главович (Босния һәм Герцеговина]]) еңеүсе дәрәжәһенән мәхрүм ителә, уның тажы беренсе вице-Мисс Уинфред Омваквеға (Кения) тапшырыла.

Ғаләм һылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ғаләм һылыуы» (ингл. Miss Universe, урыҫса Мисс Вселенная) — йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара һылыулыҡ бәйгеһе, шулай уҡ алдағы конкурстар менән бер ҡатарҙан иң дәрәжәлеләр исемлегенә инә.

1951 йылда «Мисс Америка» бәйгеһендә еңеү яулаған Иоланда Бетбезе конкурстың эре бағыусыһы булған Pacific Mills компанияһы етештергән Catalina һыу инеү кейемдәрендә фотоға төшөүҙән баш тарта. Шуның өсөн Pacific Mills алдағы 1952 йылда «Мисс Америка» бәйгеһен үткәреүҙә ҡатнашыуын туҡтата һәм «Мисс АҠШ» исеме менән альтернатив конкурс һәм «Ғаләм һылыуы» тигән халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһе ойоштора. Калифорния штатының Лонг-Бич ҡалаһында уҙған беренсе конкурста Финляндия вәкиле Арми Куусела еңеүсе була. Бәйге 1955 йылда тәүге тапҡыр телевизорҙан күрһәтелә. 1971 йылға тиклем конкурс АҠШ-та үҙһа, 1972 йылдан ул йыл һайын яңы илдә ойошторола.

Артабан бәйге «Kayser-Roth», һуңыраҡ «Gulf and Western Industries» ҡулында булһа, 1996 йылда уны үткәреү хоҡуғын бизнсмен һәм сәйәси эшмәкәр Дональд Трамп һатып ала.

Конкурста ҡатнашыусы илдәр географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. 21 быуат башынан уға Ҡытай (2002), Албания (2002), Вьетнам (2004), Грузия (2004), Эфиопия (2004), Латвия (2005), Ҡаҙағстан (2006), Танзания (2007) һәм башҡа ҡайһы бер дәүләттәр ҡушылды.

Рәсәй 1994 йылдан айырым ил булараҡ бәйгелә ҡатнаша. 2002 йылда уның еңеүсеһе исеменә Рәсәй һылыуы (Мисс России) Оксана Фёдорова лайыҡ була, әммә был исем менән бәйле барлыҡ йөкләмә һәм бурыстарҙы үтәй алмау сәбәпле ул титулын юғалта. Рәсәйҙең Краснодар крайы Туапсе ҡалаһында тыуған һәм 1994 йылда ата-әсәһе менән Канаданың Торонто ҡалаһына күсеп киткән һәм бынан алда Мисс Канада булған Наталья Глебова 2005 йылда «Ғаләм һылыуы» исемен ала.

Мисс Интернешнл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мисс Интернешнл (Miss International Beauty, The International Beauty Pageant) — кимәле һәм әһәмиәте буйынса донъялағы дүртенсе матурлыҡ бәйгеһе. Беренсе тапҡыр ул Америка Ҡушма Штаттарында, Калифорния штатындағы Лонг-Бич ҡалаһында 1960 йылда, «Ғаләм һылыуы» конкурсы Майамиға күсерелгәс, үткәрелә. 1967 йылғаса бәйге Лонг-Бичта, 19681970 йылдарҙа Японияла, бер генә урында, тағы ла «Экспо 70» күргәҙмәһе менән билдәле Осака ҡалаһында ойошторола. 1971 һәм 1972 йылдарҙа бәйге тағы ла Лонг-Бичҡа күсә. Бынан һуң инде ул һәр йыл һайын тағы ла Японияла уҙа. Был ил вәкиле Икуми Ёсимацу Мисс Интернешнл титулына 2012 йылдың 21 октябрендә лайыҡ була.

Ҡатнашыусыларҙың тышҡы ҡиәфәте генә иғтибарға алынмаған был бәйге шулай уҡ «Матурлыҡ байрамы» һәм хатта «Матурлыҡ ярышы» исемдәре менән дә билдәле. Конкурсанттар, «Тыныслыҡ һәм матурлыҡ илсеһе» образын тыуҙырып, ярҙамсыллыҡ, кеше хәленә инеүсәнлек, изгелек сифаттарын, яҡшылыҡ теләү һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һәм бер үк ваҡытта матурлығын, интеллектын да күрһәтергә тейеш. Иң мөһиме: башҡа илдәргә лояль ҡараш. Һуңғы бурыс — Ерҙә тыныслыҡ, изгелекле мөнәсәбәт, яҡшылыҡ теләү кәрәклеген һәм был төшөнсәләрҙе ныҡлы аңлау зарурлығын асып, ышандырырлыҡ итеп сығыш яһау.

Башҡортостандың «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Һылыуҡай» республика бәйгеһе 1992 йылда Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан булдырыла, уны «Һомай» дефиле-театры" мәҙәниәт һәм ижадты үҫтереү студияһы менән ойошторола. Йыл һайын төп башҡорт һылыуҡайы исеменә һәләтле һәм амбициялы ҡыҙҙар көрәшә. Финалға сығыусыларҙың күбеһе артабан донъя кимәлендә уңышлы йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре, журналист, актёр, йырсы һәм супер-модель булып китә. Һуңғы йылдарҙа «Һылыуҡай» бәйгеһе Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәүсе республикабыҙ вәкилдәре араһында ла уҙа[27]. 2017 йылда милли бәйге 25-се тапҡыр уҙғарылды. Уның финалы 18 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә үтте.

«Һылыуҡай-2017» республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә Өфөнән Земфира Байдәүләтова Гран-при яуланы. Ул ынйы таж менән бүләкләнде. Ҡазандан Ынйы Иҙелбаева беренсе урын алды. Икенсе урынды Ырымбурҙан Зилиә Агишева һәм Балтас районынан Юлиана Әмирйәнова бүлеште. Өсөнсө урын бер юлы өс ҡатнашыусыға — Нефтекаманан Алина Ғилмәтоваға, Салауат районынан Диана Шөғәйеповаға һәм Белорет районынан Әҙилә Әлибаеваға эләкте[28].

Ир-ат матурлығы бәйгеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер илдәрҙә шулай уҡ ир-ат матурлығы бәйгеләре лә үткәрелә. Улар күп яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ конкурстарына оҡшаш булһа ла, һуңғыларында тәү сиратта таҫыллыҡ, көс һәм атлетлыҡ кеүек ир-егет сифаттарына өҫтөнлөк бирелә. Мәҫәлән, Швейцарияла йыл һайын уҙғарылған бындай бәйгеләрҙең һуңында тауыш биреү юлы менән «Мистер Швейцария» асыҡлана[29].

Матурлыҡ өлгөләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Архитектурала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Скульптурала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Математикала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бычков В. В. «Эстетика». — М.: Гардарики, 2005.
  2. Асмус В. Ф. «Античная философия»
  3. Seife, Charles (2000). Zéro: the biography of a dangerous idea. Penguin. ISBN 0-14-029647-6. p. 32
  4. Умберто Эко История Красоты — СЛОВО/SLOVO, 2013. — 440 б. — ISBN 978-5-387-00570-1.
  5. История Красоты… Там же. С. 50
  6. История Красоты… Там же. С. 61
  7. История Красоты… Там же. С. 72
  8. История Красоты… Там же. С. 88
  9. И.Ефремов — Лезвие бритвы — спор о красоте
  10. Протопопов Анатолий. «Трактат о любви, как её понимает жуткий зануда» + «зеркало»
  11. Спасёт ли мир красота? Профессор Николай Крюковский даёт добро кинопроекту «Красота спасёт мир»// Континент.
  12. Highfield, Roger. «Why beauty is an advert for good genes». The Telegraph. Retrieved February 13, 2012
  13. «Идеал красоты в разные эпохи» — статья на сайте Body Beautiful
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Ионова, Лариса Убойная сила XXI века (урыҫ.) // Российская газета. — М., 2011. — В. 5483 (107).
  15. Самыми красивыми мужчинами в мире признаны итальянцы
  16. Интересное про конкурсы красоты  (урыҫ.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013.
  17. В Бельгии прошел первый в истории конкурс красоты  (урыҫ.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013.
  18. Корону «Мисс Мира-2016» завоевала представительница Пуэрто-Рико Сайт «Лента. Ру», 2016, 19 декабрь (урыҫ.) (Тикшерелгән 19 декабрь 2016)
  19. «Мисс Мира-2016»: кому досталась корона, а кому — лишь аплодисменты. Сайт Woman.ru, 2016, 19 декабрь (урыҫ.) (Тикшерелгән 19 декабрь 2016)
  20. Самой красивой девушкой планеты стала стала 23-летняя студентка из Испании. kp.ru — Сайт газеты «Комсомольская правда», 15 декабря 2015 г. (урыҫ.) (Тикшерелгән 6 сентябрь 2016)
  21. Представительница ЮАР Ролен Штраус (Rolene STRAUSS) стала победительницей конкурса красоты «Мисс мира 2014». Сайт «1tvnet.ru», 14 декабря 2014 г. (урыҫ.) (Тикшерелгән 6 сентябрь 2016)
  22. Представительница Филиппин Меган Янг (Megan Young) 28 сентября получила титул «Мисс Мира-2013».Сайт «1tvnet.ru», 28 сентября 2013 г. (урыҫ.) (Тикшерелгән 6 сентябрь 2016)
  23. Юй Вэнься из Внутренней Монголии победила в «Мисс Мира-2012» Сайт «Полит.ру», 18 августа 2012 г. (урыҫ.) (Тикшерелгән 6 сентябрь 2016)
  24. "Мисс мира" 2011 года стала представительница Венесуэлы. BBC Russia. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 июль 2012.
  25. Pageantopolis Coverage of Miss World 1990  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 март 2012. 7 декабрь 2010 тикшерелгән.
  26. Официальный сайт конкурса (Тикшерелгән 6 сентябрь 2016)
  27. Башҡортостанда 25-се тапҡыр «Һылыуҡай» милли гүзәллек бәйгеһе уҙа. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 26 ғинуар (Тикшерелгән 21 март 2017)
  28. Баш ҡалала «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһенең еңеүсеһе билдәләнде. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 20 март (Тикшерелгән 21 март 2017)
  29. André Reithebuch ist Mister Schweiz (нем.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бычков В. В. Византийская эстетика. Теоретические проблемы. М., 1977.
  • Бычков В. В. Русская средневековая эстетика. XI—XVII века. М., 1992.
  • Лосев А. Ф. История античной эстетики. Т. 1-8. М., 1963—1994.
  • Лосев А. Ф., Шестаков В. П. История эстетических категорий. М., 1965.
  • Лосев А. Ф. Эстетика Возрождения. М., 1978.
  • Татаркевич В. Античная эстетика. М., 1977.
  • Белик А. П. Эстетика и современность. М., 1963.
  • Дзикевич С. А. Эстетика: Начала классической теории: Учебное пособие для вузов — М.: Академический проект; Фонд "Мир", 2011. — Б. 254. — ISBN 978-5-82-91-1259-2.
  • Бычков В. В. Эстетика — М.: Гардарики, 2005..
  • Киященко Н. И. Эстетика — философская наука — М.: «Вильямс», 2005. — Б. 592. — ISBN 5-8459-0867-1.
  • Каган М. С. Эстетика как философская наука — СПб., 1997..
  • Ингарден Р. Исследования по эстетике — М., 1962.
  • Лебедев, В. Ю. Эстетика: учебник для бакалавров /В. Ю. Лебедев, А. М. Прилуцкий. — М.: Издательство Юрайт, 2016. −424 с.- Серия : Бакалавр. Базовый курс.
  • Кривцун, О. А. Эстетика: учебник для академического бакалавриата /О. А. Кривцун.- 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Издательство Юрайт, 2015. −549 с.- Серия : Бакалавр. Академический курс.
  • Худушин Ф. С. Слово о красоте земной — М.: Молодая гвардия, 1982. — 272 б. — 50000 экз. (в пер.)