Троя һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Троя һуғышы — Гомер эпосы ижад ителгәнгә тиклем үк уның хаҡында грек халҡы араһында риүәйәттәр таралған һуғыш.

Троя һуғышы ваҡиғаларының иң ентекле тасуирланышы ике поэмала — «Илиадала» һәм «Одиссеяла» һаҡланған: Троя геройҙары һәм Троя һуғышы ваҡиғалары башлыса тап ошо поэмалар арҡаһында дан ала. Һуғыш башланыуҙың сәбәбе итеп Гомер квази-тарихи фактты — Еленаны урлауҙы күрһәтә.

Троя һуғышы, күпселек тишеренеүселәр фекеренсә, б. э. т. XIII—XII быуаттарҙа була. Бәғзе ғалимдар был һуғышты уйҙырма тип атай.

Троя һуғышы
J G Trautmann Das brennende Troja.jpg
Иоанн Георг Траутманн. «Трояның еңелеүе»
Дата

б. э. т. XIII—XII быуаттар сиге

Урыны

Троада

Һөҙөмтә

Трояның еңелеүе

Ҡаршы тороусылар
Гректар (Ахейҙар) Трояндар
Командующийҙар
Агамемнон
Менелай
Нестор
Ахилл
Одиссей
Аякс Великий
Аякс Малый
Неоптолем
Диомед
Сфенел
Эвриал
Аркесилай
Леит
Пенелей
Профоенор
Клоний
Аскалаф
Ялмен
Схедий
Эпистроф

Елефенор
Менесфей
Агапенор
Амфимах
Фальпий
Диор
Поликсен
Мегес
Фоант
Идоменей
Мерион
Тлеполем
Нирей
Фейдипп
Антиф
Протесилай
Подарк
Филоктет
Подалирий
Махаон
Эврипил
Полипет
Леонтей
Гуней
Профой
Паламед
Приам
Гектор
Парис
Эней
Арелох
Акамант
Пандар
Амфий
Адраст
Асий
Гиппофой
Пилей
Пейрос
Акамант (сын Эвсора)
Евфем
Пирехм
Пилемен
Одий
Эпистроф
Хромий
Энном
Форкис
Асканий
Антиф
Месфл
Амфимах
Наст
Сарпедон
Главк
Эврипил
Рес
Пентесилея
Мемнон
Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ неизвестно

Һуғыш алдынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо грек эпосына ярашлы, герой Пелейҙың һәм нереида Фетиданың туйына, саҡырыу алмаған низағ алиһәһе Эриданан тыш, Олимптың бар аллалары килә. Эрида был туйға «Иң һылыуға» тигән яҙыу менән Гесперидаларҙың алтын алмаһын ырғытып китә. Был исем өсөн Гера, Афина һәм Афродита араһында бәхәс сыға. Улар Зевстан ҡарар көтә, әммә ул береһенә лә өҫтөнлөк биргеһе килмәй, сөнки иң гүзәле тип ул Афродитаны һанай, ләкин Гера уның ҡатыны, ә Афина ҡыҙы була. Шуға ул бәхәсте хәл итеүҙе Парисҡа бирә.

Парис өҫтөнлөктө мөхәббәт алиһәһенә биргән, сөнки Афродита уға донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙҙың — Менелай батшаның ҡатыны Еленаның һөйөүен вәғәҙә итә. Парис Спартаға Ферекл төҙөгән карапта китә. Менелай ҡунаҡты асыҡ йөҙ менән ҡаршылай, әммә олатаһы Катрейҙы ерләү өсөн Критҡа китергә мәжбүр була. Афродита Еленаны Парисҡа ғашиҡ итә һәм улар Менелайҙың байлығын, Эфра һәм Климена исемле ҡол ҡыҙҙарҙы алып Троянан ҡаса.

Еленаны урлау Паристың халҡына һуғыш иғлан итеүгә иң яҡын сәбәп була. Үс алыу теләге менән Менелай һәм уның ағаһы Агамемнон грек батшаларын йөрөп сығып, уларҙы Трояға ҡаршы яуға өндәй. Хәрби походтың баш етәксеһе итеп Агамемнон һайлана, унан ҡала ғәскәрҙә өҫтөнлөклө урындарҙы Менелай, Ахилл, Бөйөк Аякс һәм Кесе Аякс, Тевкр, Нестор, Одиссей, Диомед, Идоменей, Филоктет һәм Паламед биләй.

Һуғышҡа барыһы ла теләп бармаған. Одиссей, аҡылдан яҙғанға һалышып, ситтә ҡалырға маташа, әммә Паламед уның ялғанын аса. Кипр батшаһы Кинир гректарға ҡушылмай. Пемандр һәм Тевтис походта ҡатнашмай. Фетида улын Скирос утрауының батшаһы Ликомедта йәшереп ҡарай, әммә Одиссей уны таба һәм Ахилл теләп яуға ҡушыла. Ликомедтың ҡыҙы Деидамия Ахиллға Неоптелем исемле ул таба.

100 000 һуғышсынан һәм 1186 караптан торған ғәскәр Авлид гаванендә (Беотияла, Эвбея менән Грецияның ҡитға өлөшөн айырып торған боғаҙҙа) йыйыла.

Бында ҡорбан салған ваҡытта миһрап аҫтынан йылан шыуышып сыға һәм, һигеҙ турғай балаһы менән инә турғайҙы ашағас, ташҡа әйләнә. Ғәскәрҙәге күрәҙәселәрҙең береһе Калхант был хәлде һуғыш туғыҙ йыл барасаҡ һәм унынсы йылға Трояны алыу менән тамамланасаҡ, тип юраған.

Һуғыштың башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гректар караптарҙа Азияға етәләр. Улар яңылыш ярға төшәләр, шунан уларҙы дауыл Авлидаға алып китә, Артемидаға Агамемнондың ҡыҙы Ифигенияны ҡорбан иткәс кенә икенсе тапҡыр Трояға китәләр.

Гректор Тенедос утрауына туҡтайҙар, Ахилл утрауҙың батшаһы Тенесты үлтерә. Гректар үҙ аллаларына ҡорбан килтергәндә Филоктетты йылан саға. Уны утрауҙа ҡалдыралар. Ахилл Кикнды үлтергәс кенә гректар Троада ярына сыға алалар. Ярға аяҡ баҫҡан тәүге ахейҙарҙың береһе Протесилайҙы Гектор үлтерә.

Грек ғәскәре Троя тигеҙлегендә лагерь булып урынлашҡас, Одиссей менән Менелай Еленаны ҡайтарыу һәм эште килешеү менән тамамлау маҡсатында ҡалаға бара. Әммә, Еленаның теләгенә һәм Антенорҙың кәңәшенә ҡарамаҫтан, трояндар Еленаны биреүҙән баш тарта. Гектор етәкселек иткән трояндар ғәскәре гректарҙыҡынан кәмерәк була һәм, көслө, күп һанлы яуҙаштары (Эней, Главк һ. б.) булһа ла, Ахиллестан ҡурҡып, хәл иткес һуғышҡа инмәйҙәр.

Ахиллес Троил һәм Полидорҙы үлтерә, Ликаонды әсирлеккә ала.

Икенсе яҡтан, ахейҙар яҡшы нығытылған һәм һаҡланылған ҡаланы ала алмайҙар, тирә-яҡты аҙыҡ-түлек эҙләп бөлгөнлөккә төшөрәләр, Ахиллес етәкселегендә күрше ҡалаларға һөжүм итәләр.

Ахиллес Лесбосты, Фиваны баҫып ала. Әсирлеккә төшкән ҡыҙҙар араһында Текмесса, Хрисеида, Брисеида билдәле.

Паламед Энотроптар ярҙамында грек ғәскәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү әмәлен таба, әммә Одиссей, үс алырға теләп, уны мәкерле рәүештә һәләк итә.

«Илиада» ваҡиғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күрәҙәсе әйткән 10-сы йыл килеп етә, уның ваҡиғалары «Илиада»ла һүрәтләнә. Аполлон жрецы Хрис гректарҙың лагерына килә, уларға әсирлеккә төшөп, Агамемнонда ҡол булған ҡыҙы Хрисеиданы түләү өсөн биреүҙәрен һорай. Уның үтенесе тупаҫ рәүештә кире ҡағылғас, ул Аполлонға үс алыуын һорап ялбара һәм алла гректарға үләт ебәрә. Ахилл гректарҙы йыйылышҡа саҡыра, унда Калхант был бәләнән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы — Аполлон жрицаһын атаһына түләүһеҙ-ниһеҙ биреп ҡотолоуҙа икәнен әйтә. Агамемнон дөйөм талапҡа буйһона, ләкин был юғалтыуын ҡаплау өсөн Ахиллестан яратҡан ҡол ҡыҙы Брисеиданы тартып ала. Асыуланып, Ахилл үҙенең сатырына китә һәм әсәһе Фетида аша Зевстың гректарға еңеү бирмәүен һорай.

Трояндар һуғышҡа сыға; Агамемнон һуғыш өсөн киләһе көндө билдәләй.

Ғәскәрҙәр ҡара-ҡаршы теҙелә, әммә һуғыш урынына низағты Парис менән Менелайҙың алышы хәл итһен, тип килешәләр, еңеүсе Еленаны ла, Менелайҙан урланған байлыҡты ла алырға тейеш була. Парис еңелә, Афродитаның ҡыҫылыуы арҡаһында ғына үлемдән ҡала.

Агамемнон төҙөлгән килешеүҙә ныҡ тороу яғында була, әммә троян Пандар Менелайға уҡтан атып солохто боҙа һәм тәүге асыҡ һуғыш башлана. Агенор Элефенорҙы үлтерә.

Афина тарафынан ҡурсаланған Диомед батырлыҡтар күрһәтә, хатта Афродита менән Аресты ла яралай. Менелай Пилеменды, ә Сарпедон Родостың батшаһы Тлеполемды үлтерә.

Главк менән алышҡа инергә уйлаған Диомед уның күптәнге ҡунағы һәм дуҫы икәнен таный, ҡоралдары менән алмашып, яугирҙар үҙ лагерҙарына ҡайта.

Гектор һәм Аякс Теламонид менән алыша, әммә ҡан ҡойолмай. Ваҡытлы солох ваҡытында ике яҡ та үҙҙәренең һәләк булған яугирҙарын ерләй. Гректар, Нестор кәңәше буйынса, лагерҙары тирәләй соҡор һәм ур яһай.

Һуғыш яңынан башлана, әммә Зевс аллаларға унда ҡатнашырға рөхсәт итмәй, һуғыш гректарҙың еңелеүе менән тамамланырға тейеш, тип билдәләй.

Киләһе төндә Агамемнон ҡасыу тураһында уйлай башлай, әммә Нестор уға Ахилл менән ярашырға кәңәш итә, ләкин герой уларҙы кире ҡаға.

Паристың хөкөмө, Хуан де Хуанес

Одиссей менән Диомед разведкаға сыға, троян шымсыһы Долонды әсирлеккә төшөрәләр, Трояға ярҙамға килгән Фракия батшаһы Ресты үлтерәләр.

Иртәгәһенә Агамемнон трояндарҙы ҡәлғә диуарына ҡыҫырыҡлай, ләкин ул үҙе, Диомед, Одиссей һәм башҡа батырҙар яраланып һуғыштан сығырға мәжбүр булалар. Ахейҙар лагерь диуарҙары эсенә йәшенә, трояндар унда һөжүм итә. Гректарҙың батырҙарса һуғышыуына ҡарамаҫтан, Гектор ҡапҡаны емергәс, трояндар лагерға бәреп инә.

Тағы бер тапҡыр грек батырҙары, бигерәк тә ике Аякс һәм Идоменей, Посейдон ярҙамында, трояндарҙы уңышлы ҡыҫырыҡлай, Идоменей Асийҙы үлтерә, Аякс Теламонид Гекторҙы ергә ауҙара, әммә ул оҙаҡламай, Аполлон биргән көс менән, тағы яу яланында пәйҙә була. Троян Деифоб Аскалафты, Гектор Амфимахты, ә Полидамант Профоенорҙы үлтерә. Посейдон гректарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырырға мәжбүр була, улар караптарына сигенә, трояндар һөжүм итә: Агенор Клонийҙы, Эней Медонтты үлтерә.

Алғы карапҡа ут ҡапҡас, Ахилл, яратҡан дуҫы һәм яуҙашы Патроклдың үтенесе буйынса, уға үҙенең ҡорал-ярағын биреп яуға оҙата. Трояндар, улар алдында Ахилл тип уйлап, ҡасалар, Патрокл уларҙы ҡала диуарына тиклем эҙәрлекләй, күп трояндарҙы, шул иҫәптән Пирехм һәм Сарпедонды үлтерә. Ниһайәт, Гектор, Аполлон ярҙамында, Патроклдың үҙен үлтерә. Ахилдың ҡоралы еңеүсегә эләгә. Патроклдың тәне өсөн алышта Аякс Теламонид Гиппофойҙы һәм Форкийҙы, ә Менелай Евфорбты үлтерә. Схедий Гектор ҡулынан һәләк була.

Ахилл шәхси ҡайғыһынан төшөнкөлөккә бирелә, асыуланыуына үкенә, Агамемнон менән яраша, һәм иртәгәһенә, Фетиданың үтенесе буйынса Гефест тарафынан эшләнгән яңы һуғыш кейемендә алышҡа сыға, күп трояндарҙы, шул иҫәптән Астропейҙы һәм ҡаланы һаҡлаусыларҙың төп өмөтө Гекторҙы үлтерә.

Патроклды ерләйҙәр,уның хөрмәтенә уйындар ойошторалар, Приамға Гекторҙың тәнен ҡайтарып бирәләр, уны ерләү өсөн 12 көнлөк солох иғлан итәләр. Ошоноң менән «Илиада»ның йөкмәткеһенә ингән ваҡиғалар тамамлана.

Һуғыштың аҙаҡҡы өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гекторҙың үлеменән һуң трояндарға ярҙамға амазонкалар килә, оҙаҡламай алышта уларҙың батшабикәһе Пенфесилея Подаркты үлтерә, әммә үҙе Ахилл ҡулынан һәләк була.

Шунан трояндарға эфиоптар ярҙамға килә. Уларҙың батшаһы Мемнон ҡыйыу һуғыша, Ахилдың дуҫы Антилохты үлтерә. Ахилл дуҫы өсөн үс алып, Мемнонды үлтерә.

Ахилл менән Одиссей араһында низағ сыға, Одиссей Трояны батырлыҡ ярҙамында түгел, ә хәйлә менән генә алып була, ти. Оҙаҡламай Ахилл Парис атҡан уҡтан һәләк була. Ахилды ерләгәндән һуң Фетида улының ҡоралдарын иң лайыҡлы грек батырына бирергә тәҡдим итә. Иң лайыҡлы тип Одиссей табыла, ә Аякс Теламонид, уны һайламауҙары менән кәмһенеп, үҙ-үҙенә ҡул һала.

Ахейҙар ғәскәрендә әсир рәүешендә йәшәүсе Приам улы Гелен Трояны алыу Гераклдың уҡтары килтерелһә һәм Скирос утрауынан Ахилдың улы килһә генә мөмкин буласаҡ, тип әйтә. Махсус ебәрелгән вәкилдәр Лемнос утрауынан уҡ-йәйә менән Филоктетты, Скирос утрауынан Неоптолемды килтерә.

Мисиянан трояндарға ярҙамға Еврипил килә, һуғышта Махаонды һәм Пенелейҙы үлтерә, үҙе Неоптолем ҡулынан һәләк була.

Филоктет Паристы үлемесле яралай. Паристың беренсе ҡатыны Энона уны дауалауҙан баш тарта һәм Парис үлә. Уның ҡустыһы Деифоб Еленаны ҡатынлыҡҡа ала.

Диомед һәм Одиссейҙың Афина ғибәҙәтханаһынан Палладиумды (ҡурсалаусы изге Афина һынын) урлауы ла ҡаланы алырға ярҙам итмәгәс, ахейҙар хәйләгә бара. Афина кәңәше буйынса, Панопейҙың улы Эпей ифрат ҙур ағас ат эшләй, уның эсенә Одиссей етәкселегендә иң ҡыйыу гректар йәшенә; ҡалған гректар лагерҙы яндыра һәм караптарға тейәлеп Троада ярынан китә, әммә Тенедос утрауының артына якорь ташлай. Трояндар ҡаланан сыға һәм ағас атты күрә. Юрамал әсирлеккә бирелгән Одиссейҙың ике туған ҡустыһы Синон трояндарға уны ҡорбан килтерергә иткән гректарҙан ҡасыуын, ағас аттың Палладиумды урлаған өсөн Афинаны мәрхәмәтләндереү өсөн төҙөлгәнен һөйләй. Атты юҡ итеү Трояға һәләкәт килтерәсәк, ә ҡаланың акрополенә индергәндә Азия Европа менән көрәштә еңеп сығасаҡ, тип тә өҫтәй. Атты юҡ итергә өндәгән, уға һөңгө ырғытҡан күрәҙәсе Лаооконды йыландар быуып үлтерә, трояндар быны Синондың һүҙенең хаҡлығы итеп ҡабул итә: ҡала ҡапҡалары ат өсөн тар булып сыға, трояндар диуарҙың бер өлөшөн емерәләр һәм атты акрополгә индереп, уны Афинаға бағышлайҙар. Төнөн Синон атта йәшенгән гректарҙы сығара, һуғышсылар ут менән грек флотына хәйләле пландың уңышлы килеп сығыуы хаҡында сигнал бирәләр.

Грек флоты кире килә һәм Трояны баҫып ала; ҡала халҡының күпмелер өлөшө ҡырыла, ҡалғандары ҡол ителә, ҡаланы емерәләр һәм яндыралар. Менелай Деифобты үлтерә һәм Еленаны азат итә. Неоптолем Агенорҙы, Политты һәм Приамдың үҙен үлтерә. Диомед Коребты үлтерә. Гекторҙың улы Астианактты еңеүселәр башнянан ташлай.

Һуғыштан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батша йортонан тик Гелен, Кассандра, Навпрестидалар, Гекторҙың ҡатыны Андромаха, Эней, Анхиз, Асканий иҫән ҡала (Приамдың икенсе ҡатыны Гекуба оҙаҡламай үлә). Акамант һәм Демофонт өләсәләре Эфраны әсирлектән ҡотҡара. Лаодиканы ер йота. Поликсенаны Ахилдың ҡәберендә ҡорбан килтерәләр.

Трояны емергәндән һуң Агамемнон һәм Менелай кисен иҫерешкән гректарҙы йыйылышҡа саҡыралар, унда Менелай менән ярты ғәскәр кисекмәҫтән ҡайтып китеү яғында, ә Агамемнон етәкселегендәге яртыһы, Трояны алғанда Аякс Оилидтың Кассандраны көсләүенә асыуланған Афинаны мәрхәмәтләндереү өсөн ҡалыу яҡлы була, шуға күрә гректар икегә бүленеп ҡайтырға сыға.

Нестор һәм уның улдары Фрасимед, Диомед, Сфенел, Поликсен, Леит, Евмел, Неоптолем, Филоктет, Мерион һәм Идоменей имен-аман өйҙәренә ҡайтып етә. Менелай һәм Одиссей күп йылдар буйы төрлө ерҙәр һәм диңгеҙҙәр аша сәйәхәт итеп кенә ҡайтып етәләр, Аякс Оилид, Мегес, Профой диңгеҙ сәйәхәтендә үлә, Агамемнон өйөнә ҡайтып етеү менән үлә. Калхант, Подалирий, Амфилох, Леонтей, Полипет Кесе Азияла, Гуней һәм Еврипил (Евемондың улы) Ливияла, Тевкр Теламонид, Агапенор, Фидипп Кипрҙа ҡалаларға нигеҙ һала.

Троя һуғышы хаҡында грек мифтарынан алынған хикәйәттәрҙең төп йөкмәткеһе шундай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]