Эстәлеккә күсергә

Троя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо ҡала
Троя
грек. Τροία, Τροίη или Ἴλιον,
хетт. Wilusa (URUWi-lu-ša )

Троя емеректәре. 1835 йылғы һүрәт
Нигеҙләнгән б. э. т. 3000 йылдар тирәһе
Милли составы күп милләтле
Хәҙәрге заманда
урыны
Төркиә, Тевфикие ауылы (Дарданелдар боғаҙы янында)
Координаталар 39°57′26″ с. ш. 26°14′18″ в. д.HGЯO
Троя (Ер)
Точка
Троя*
Troy**
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы

Ил Төркиә
Тип Боронғо ҡала
Критерий ii, iii, vi
Һылтанма 849
Регион*** Турция
Иҫепкә алынған 1998  (22 сессия)
* Рәсми исемлектә русса атамаһы
** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы
*** ЮНЕСКО квалификацияһында регион

Троя (грек. Τροία, Τροίη или Wilios, йәиһә Илион (грек. Ἴλιον, хетт. Wilusa (URUWi-lu-ša)), Дардания һәм Скамандр — Кесе Азияла Эгей диңгеҙенән йыраҡ булмаған боронғо нығытылған биләмә, Төркиә провинцияһы Чанаккалелағы Дарданелл боғаҙынан алыҫ түгел. Трояға «Илиада» поэмаһында дан йырлана, уның авторы тип Гомер иҫәпләнә. Гомер һүрәтләгән ваҡиғаларҙы хәҙерге тарихсылар крит-микен осоро тип ҡарай. Трояла йәшәгән халыҡ боронғо грек сығанаҡтарында тевкрҙар тип аталған.

Троада картаһы

Трояның иртә ҡатламдары үҙенсәлекле көнбайыш анатолия цивилизацияһына ҡарай. Әкренләп Троя үҙәк Анатолияның йоғонтоһон нығыраҡ кисерә (хаттар, һуңыраҡ — хеттар).

«Троя» атамаһы Тариуш кеүек Богазкей архивында хетт шына яҙыулы яҙмаларында табыла. Рамзес III осорона ҡараған мысыр стелаһында уның диңгеҙ халҡы "турша"ны еңеүе телгә алына. Был атаманы йыш ҡына «тереш» халҡы менән бер рәткә ҡуялар, улар алдараҡ, билдәле стела Мернептахта осрай. Был килмешәктәр трояндар булғанмы, юҡмы, был хаҡта фән донъяһында фекерҙәр төрлөсә. Бындай нигеҙле исемдәр микен текстарында осрай[1], мәҫәлән, отряд командиры to-ro-о[2].

Быға тиклем «Троя» һәм «Илион» терминдары боронғо бер үк дәүләттең төрла ҡалаларын белдереүе, йәки был терминдарҙың береһенең баш ҡаланы, икенсеһе дәүләтте белдереүе һәм "Илиада"ла ғына бер терминға берләшеүе (Гиндин һәм Цымбурскийға ярашлы, Троя — илдең, ә Илион ҡаланың атамаһы[3]) тураһында фекерҙәр осрай. Бындай фекер нигеҙһеҙ түгел, сөнки "Илиада"ла, үҙ сиратында, параллель сюжетлы фрагменттар бирелә, йәғни, бер үк сюжетты төрлөсә һөйләүҙәр булыуы ихтимал, шул уҡ ваҡытта, «Илиада» Троян һуғышы ваҡиғаларынан күп быуаттар үткәс барлыҡҡа килә һәм был мәлгә күп деталдәр онотолоуы ихтимал.

Трояла ҡаҙыныу эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Троянан һауыт-һаба һәм һындар. Б.э. тиклем 1000 йыл — б. э. 500 йылы. Яңы музей, Берлин

Генрих Шлиман заманы тарихсылары араһында Троя Бунарбаши урынында булған тигән гипотеза таралған. Гиссарлык убаһының Гомер Трояһына оҡшаш булыу фаразын 1822 йылда Чарл Макларен әйтә. Уның идеяһын Френк Калверт уртаҡлаша, ул Гиссарлыкта ҡаҙыныу эштәрен Шлиманға ҡарғанда 7 йылға иртәрәк башлай. Яҙмыш шаярыуы буйынса, Калвертҡа ҡараған Гиссарлык убаһының бер өлөшө Гомер Трояһына инмәй. Генрих Шлиман Калверт менән таныш була һәм XIX быуат аҙағында Гиссарлык убаһының икенсе яртыһын тикшерә башлай. Шлимандың табышының күп өлөшө Пушкин музейында (Мәскәү), шулай уҡ Дәүләт Эрмитажында һаҡлана. Хәҙерге ваҡытта археологтар Гиссарлык ҡаҙыныу территорияһында төрлө осорҙарға ҡараған туғыҙ ҡәлғә-биләмә эҙе тапҡан.

Гиссарлыктағы беренсе биләмә (Троя I тип атап йөрөтөлә) диаметры 100 м булған ҡәлғә һәм ул оҙайлы осорҙа булған булырға тейеш. "Илиада"ла һүрәтләнгән осорға етенсе ҡатлам ҡарай. Был мәлгә Троя ҙур биләмә (майҙаны 200 мең м²) була, туғыҙ метр бейеклегендәге башнялы диуар менән уратып алынған. 1988 йылдағы ҙур ҡаҙыныу эштәре күрһәтеүенсә, гомер осоронда ҡала халҡы алты меңдән туғыҙ меңгә — ул заман өсөн ҙур һанға еткән булған. Корфман экспедицияһы мәғлүмәттәре буйынса, түбәнге ҡаланың майҙаны яҡынса 170 мең м², цитадель — эске ҡала ҡәлғәһе майҙаны — 23 мең м² булған[4].

Боронғо Трояның туғыҙ төп ҡатламы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гиссарлык убаһында алып барылған ҡаҙыныу эштәре нигеҙендә троян цитаделе макет-реконструкцияһы
Гиссарлык убаһындағы ҡаҙыныу эштәренең археологик планы
Гиссарлык убаһының киҫелеше
  • Кумтепе йәки Троя 0 — неолитик биләмә, Трояның эргәһендә була.
  • Троя I (б. э. тиклем 3000 — 2600 йылдар): Беренсе Троян биләмәһе, диаметры 100 м, балсыҡ кирбестәрҙән яһалған бик ябай торлаҡтарҙан торған. Ҡалған эҙҙәргә ҡарағанда, янғын мәлендә юҡҡа сыға. Керамикаһы Езеро мәҙәниәте керамикаһына оҡшаш, Болгария[5].
  • Троя II (б. э. тиклем 2600—2300 йылдар): Киләһе биләмә нығыраҡ үҫешкән һәм байыраҡ. 1873 йылда немец археологы Шлиман был ҡатламда атаҡлы троян хазинаһын таба, ул күп һанды ҡорал, баҡыр әйберҙәр, ҡиммәтле биҙәнеү әйберҙәренең өлөштәренән, алтын һауыттарҙан, тарихҡа тиклемге һәм иртә тарих осорона ҡараған ҡәбер таштарынан тора. Б. э. тиклем III меңйыллыҡта был мәҙәниәт шулай уҡ янғын тарафынан юҡ ителә.
  • Троя III—IV—V (б. э. тиклем 2300—1900 йылдар): Был ҡатламдар боронғо ҡаланың тарихында тарҡалыу осоро тураһында һөйләй.
  • Троя VI (б. э. тиклем 1900—1300 йылдар): Ҡала диаметры 200 метрға тиклем киңәйә. Биләмә б. э. тиклем 1300 йылдағы көслө ер тетрәүе ҡорбаны була.
  • Троя VII-A (б. э. тиклем 1300—1200 йылдар): Был осорға атаҡлы Троян һуғышы ҡарай. Һуңыраҡ афиналылар биләмәне талай һәм емерә.
  • Троя VII-B (б. э. тиклем 1200—900 йылдар): Ярым емерек Троя фригийҙар тарафынан баҫып алына.
  • Троя VIII (б. э. тиклем 900—350 йылдар): Был ваҡытта ҡалала алеан гректары йәшәй. Ксеркс батша Трояға килә һәм бында 1000 баштан ашыу мал ҡорбан итә.
  • Троя IX (б. э. тиклем 350 йыл — б. э. 400 йылы): Эллинистик осороноң ярайһы ҙур үҙәге.

Гектор һәм Приама теле мәсьәләһе ғалимдарҙы күптән ҡыҙыҡһындыра. Ҡайһы бер боронғо грек тарихсылары фаразлауынса, уларҙың теле фригий теленә яҡын булыуы ихтимал. Шунан Гомер Трояһы халҡы этрусктар вариҫтары булған тигән фекер тарала (Эней һәм уның юлдаштары сығышы менән Троянан булған тигән легенда нигеҙендә).

1980 йылдар уртаһында Н. Н. Казанский Трояла табылған бер нисә балсыҡ һауыт ярсыҡтарын баҫтыра. Уларҙа крит яҙмаһын хәтерләткән аңлайышһыҙ билдәләр була, уларҙы троян хаты тип атай. Әммә башҡа белгестәр фекеренсә, был яҙма булмауы, бары тик яҙмаға оҡшатып яҙыу ғына булыуы ихтимал.

1995 йылдарҙа Трои VII ҡатламдарында лувий иероглифтары менән мисәт табыла[4]. Приама һәм башҡа троян геройҙары исеме лувий сығанаҡлы тигән һуңғы белдереүҙәр менән бергә ҡушылып, фәнни донъяла боронғо троя халҡы лувий телендә һөйләшкән тигән фекер нығына. 2004 йылда Оксфорд университеты тарафынан сығарылған монографияла Иоахим Латач лувий теле гомер Трояһының рәсми теле тигән фекергә килә. Троя халҡының ниндәй телдә аралашыуы мәсьәләһе һаман асыҡ ҡала.

Шуға арамаҫтан, Троя көслө эллин йоғонтоһонда була, күп кенә арҙаҡлы кешеләр урындағы һәм шул уҡ ваҡытта грек исеме (мәҫәлән, Парис һәм Александр) йөрөтә. Троя халҡының грек исемдәре Гомер тарафынан уйланып сығарылмай, быны хетт яҙмалары дәлилләй, уларҙа Таруиса (Вилуса) хакимдары телгә алына.

T-K-R һәм T-R-S халыҡтары, фараз рәүешендә тевкрҙар (троян халҡы синонимы) һәм трояндар (йәки тирсендар?) тип алыныусылар, Рамзес II осоро яҙмаларында «диңгеҙ халыҡтары» араһында телгә алына .

Хәҙерге ваҡытта күпселек көнсығышты өйрәнеүселәр бер уртаҡ фекергә килә, Троян дәүләте күп милләтле була. Был хаҡта "диңгеҙ халыҡтары"ның ярайһы сағыу составы һөйләй, тимәк, Троян һуғышы һөҙөмтәһендә улар Трояға күсеп килгән булырға тейеш.

  1. Гиндин Л. А., Цымбурский В. Л. Гомер и история Восточного Средиземноморья. М., 1996. С.208
  2. Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С.134
  3. Гиндин Л. А., Цымбурский В. Л. Гомер и история Восточного Средиземноморья. М., 1996. С.100-103
  4. 4,0 4,1 Latacz J. Troy and Homer.
  5. Рындина Н. В., Дегтярёва А. Д. Энеолит и бронзовый век. М. 2002. С. 46.