Эстәлеккә күсергә

Һылыу Елена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эвелин де Морган картинаһы, 1898 й.
Тесейҙың үҫмер Еленаны урлауы. Ҡыҙылфигуралы аттик амфора. 510. й. б. э. т. Дәүләт антик йыйылышы. Мюнхен

Һылыу Елена (Троянская, Спартанка; һ. б.-греч. Ἑλένη) — боронғо грек мифологияһында[1] ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң сибәре. Башта Елена — дорийҙарҙың уңыш алиһәһе, уға Спартала һәм тарихи дәүерҙә табынғандар[2].

Ул Зевстың һәм Спарта батшабикәһе Лединың ҡыҙы[3] (өсөнсө ҡыҙы[4]). Икенсе версия буйынса Рамнунтела (Аттика) Зевс аҡҡош ҡиәфәтендә Немесиданы[5] алдап, уның менән бәйләнешкә инә. Елена йомортҡанан тыуа[6], Гермес был йомортҡаны Лединың теҙҙәренә һала[7]. Йомортҡа Спартала Левкиппид храмында һаҡлана[8]. Тағы бер версия буйынса, уның әсәһе — океанида[9]. Птолемей Гефестион версияһы буйынса, Елена — Гелиос һәм Леди ҡыҙы[10].

Елена иң матур ҡатын-ҡыҙ була, уға хатта алиһәләр көнләшә. Аттика батыры Тесей Пирифой ярҙамында Еленаны 12 йәшендә Артемида храмында бейеп йөрөгән сағында Спартанан урлай[3][11][12]. Уның ағалары Кастор һәм Политек Еленаны ҡотҡарып кире Тиндәре йортона ҡайтаралар, ул ҡыҙ булып ҡала.

Еленаны күптәр кәләшлеккә әйттереп ҡарай, ләкин Тиндарей низағтар башланыуынан шикләнеп, Еленаны кемгәлер кейәүгә бирергә ҡурҡа. Одиссей Тиндарейға кейәү һайлау хоҡуғын Еленаның үҙенә бирергә тәҡдим итә. Елена Атрейҙың һылыу улы Менелайҙы һайлай. Менелай Тиндарей үлгәндән һуң Спартаның батшаһы була.

Франческо Приматиччо, Еленаны урлау, 1530—1539
Гастон Брусиере, «Троя Еленаһы», 1895

Менелай Спартала булмағанда Еленаны Троя кешеһе Парис урлай, был Троя һуғышы башланыуға сәбәп була. Еленаны урлау, Ликофрон версияһында, Гифия ярҙарында[13] Елена Фисадҡа һәм Биноға ҡорбан килтергәндә була[14]. Птолемей Гефестион версияһында — Елена Парфений тауҙарында һунарҙа булғанда урлана[15], Драконций буйынса — Кипрҙағы Афродита храмында[16].

Алексей Егоров. Паристың Еленаны урлауы. 1831

Парис менән Елена һөйөү татын беренсе тапҡыр Кранай утрауында кисерәләр[17],[18]. Елена, Гомер версияһында, Трояла 20 йыл үткәрә[17]. Парис һәләк булғандан һуң Деифоб ҡатыны була.

Троянан Палладиумды урлаған саҡтарында Елена Одиссейҙы һәм Диомедты таный[17][19]. Троянан ҡасырға маташа, ләкин Деифоб уға ҡамасаулай[20]. Елена Троя аты эсендә ултырғандарҙы саҡыра[17]. Бер версия буйынса, диуарҙан факел күрһәтеп, Трояны һата[21]. Трояны алған төндө Веста храмында йәшенә[22]. Менелай уны шәрә килеш күреп, ҡылысын төшөрөп ебәрә[23]. Еленаны кемдәрҙер таш бәреп үлтерергә теләйҙәр, ләкин уның йөҙөн күргәс, ҡулдарындағы таштары төшөп китә[8][24].

Күрәҙәсенең әйтеүе буйынса, Елена Троянан киткәндә Гефест эшләгән треножникты диңгеҙгә ташлай, уны кос балыҡсылары таба, һуңынан ул ете аҡыл эйәһенә эләгә[25].

Һуғыштан һуң Орест һәм Пилад уны үлтерергә теләйҙәр[26]. Спарта версияһы буйынса, уның ҡәбере Ферапнала Спарта янында[8]. Уның святилищеһы Спартала, йәнәшәһендә Алкман ҡәбере[8].

Родос версияһы буйынса, Менелай үлгәндән һуң Никострат менән Мегапенф Еленаны ҡыуалар һәм ул Родостағы үҙенең танышы Поликсоға бара. Тлеполеманың ҡатыны, тол Полиоксо, иренең үлеме өсөн үс алырға теләп, Елена һыу ингәндә уның янына үҙенең хеҙмәтсе ҡатындарын Эринийҙар ҡиәфәтендә ебәрә[8]. Улар яңылыш Еленаның хеҙмәтсе ҡатынын таш атып туҡмайҙар, сөнки Менелай уға Еленаның күлдәген кейҙергән булған[27].

Птолемей Гефестион версияһы буйынса Троянан ҡайтып килгәндә Елена тюлень ҡиәфәтендәге Фетида тарафынан үлтерелә[28], Птолемей Гефестиондың икенсе версияһы буйынса, Менелай менән Елена Оресты эҙләгәндә Ифигения уларҙы Артемидаға ҡорбанға килтерә[29]. Стесихор һәм кротондарҙың версияһы буйынса, Елена үлгәндән һуң Ахилдың ҡатыны була һәм Дунай тамағындағы Левка утрауында йәшәргә ҡала[8].

  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.431-432, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.2. С.97
  2. Елена // Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  3. 3,0 3,1 Псевдо-Аполлодор.
  4. Еврипид. Ифигения в Авлиде 51
  5. Стасин. Киприи, фр.9 Бернабе
  6. Псевдо-Эратосфен. Превращения в звезды 25, со ссылкой на Кратина
  7. Гигин.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Павсаний.
  9. Гесиод. Перечень женщин, фр.24 М.
  10. Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.98
  11. Плутарх. Тесей 31
  12. Гигин. Мифы 79
  13. Ликофрон. Александра 97 и схолии
  14. Ликофрон. Александра 106 и комм.
  15. Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.114
  16. Драконций. Похищение Елены 488
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 Гомер.
  18. Ликофрон. Александра 109
  19. Лесх. Малая Илиада, синопсис; Софокл. Лаконянки, фр.367-368 Радт
  20. Еврипид. Троянки 956—960
  21. Гигин. Мифы 249; Трифиодор. Взятие Илиона 520
  22. Вергилий.
  23. Еврипид. Андромаха 628; Аристофан. Лисистрата 155
  24. Стесихор. Елена, фр.201 Пейдж
  25. Плутарх. Солон 4; Диоген Лаэртский I 32, ссылка на оракул Аполлона
  26. Еврипид. Елена 1455—1502
  27. Полиэн.
  28. Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.142-143
  29. Вестник древней истории. 1947. № 4. С.278