Гея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гея
бор. грек. Γαία
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Атаһы Хаос[d] һәм Эфир[d]
Әсәһе Гемера[d] һәм Мгла[d]
Бер туғандары Нюкта[d] һәм Эрот
Хәләл ефете Уран (мифология) һәм Тартар[d]
Сожитель Посейдон[d], Зевс һәм Гелиос[d]
Балалары Уреа[d], Кронос[1], Уран (мифология), Рея[2], Эвримедон[d], Океан (мифология), Тифон[d], Тефида[d][3], Алкионей[d], Энкелад[d], Дамис[d], Alpos[d], Мимант[d], Гиес[d], Clytius[d], Ephialtes[d], Порфирион[d], Гратион[d], Ипполит[d], Бриарей[d], Бронт[d], Anax[d], Паллант[d], Аристей[d][4], Astraios[d], Eurytos[d], Hoplodamus[d], Котт[d], Otus[d], Полибот[d], Pelorus[d], Стероп[d], Melia[d], Арг[d], Нерей[d], Крий[d], Тейя[d][5][6], Феба[d], Кой[d], Иапет[d][7], Гиперион[d][8], Фемида, Мнемосина[d], Понт[d], Форкий[d], Кето[d], Тавмант[d], Еврибия[d], Тельхины[d], Мегера[d], Алекто[d], Тисифона[d], Abseus[d], Антей[d], Манес[d], Pheme[d], Syceus[d], Диона[d], Acmon[d], Hyllus[d], Adanus[d], Креуса[d][9], Триптолем[d], Glauce[d], Эгеон[d], Этна[d], Altercatio[d], Athos[d], Euonymus[d], Colophonus[d], Corydon[d], Дамасен[d], Дафна[d], Кефей[d], Diophorus[d], Долос[d], Dolor[d], Ехидна, Effra[d], Emphytus[d], Gorgone[d], Phlyus[d], Харибда[d], Титий[d][10] һәм Афродита
Алла ... ҡарай боронғо грек дине[d] һәм римская мифология[d]
Область святого или божества бала табыу һәләте
Эпитет Karpophoros[d]
 Гея Викимилектә

Гея (бор. грек Γῆ, Γᾶ, Γαῖα}} — «Ер») боронғо грек Ер алиһәһе. Мифтарға ярашлы, Уран күк йөҙөн, унан һуң бөтә тереклекте тыуҙырған. Крон атаһын Гея ярҙамында ҡолатып, юғары алла булып китә. Һуңынан Гея Зевсҡа Кронды еңергә ярҙам итә. Гея, ейәне Зевсты язаларға бер нисә тапҡыр уңышһыҙ ынтылғанынан һуң, олимпия аллаларының тормошонда әүҙем ҡатнашмай, әммә уларға кәңәш бирә.

Элладала Геяны боронғо зирәклелектең һаҡсыһы тип ҡабул итәләр. Аполлон пифичлары күп һанлы оракулдарында тап уның фараздарын тапшыра.

Гея образын «Гея гипотезаһы» тәҡдим иткән хәҙерге биологтар ҡулланған. Уның аңлатмаларына ярашлы, Ерҙе тере һәм йәнһеҙ донъялар араһындағы кире бәйләнештәр аша мөхиттең даимилығын һәм йәшәү өсөн кәрәкле шарттарҙы һаҡлаусы суперорганизм һымаҡ ҡабул итергә мөмкин.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек һүҙе Γαῖα (Gaĩa)[11] Был — «Ер» мәғәнәһен аңлатҡан дөйөм ҡабул ителгән аттик Γῆ (Gê) формаһы[12] и дорической Γᾶ (Gã)[13]Һүҙҙең килеп сығышы билдәһеҙ, бәлки, Һинд-Европаға тиклемге сығышлылыр[14]. Роберт Бекестың этимологик һүҙлегендә уның сығышы протогрек телгә тиклем үк барлыҡҡа килеүе күҙаллана[15]. Микен телендә «Ер-Әсә» тигән мәғәнәне аңлатҡан Ma-ka, йәки Ma-ga «ga» тамырын үҙ эсенә алған[15][16].

Мифтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы. Уранды ҡолатыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гея, йәки уға оҡшаш боронғо Рим Теллусы[17], антик грек-рим мифологияһында олимпия аллаларын тыуҙырған ер-әсә. Гесиодтың "Теогонияһы"на (б. э. т. VIII—VII быуаттар) ярашлы, тәүҙә Хаос барлыҡҡа килгән, унан һуң Гея, Тартарҙың ҡараңғы упҡыны һәм Эрос мөхәббәт илаһы Эрос булдырылған. Шулай итеп, Геяны, уларҙан һуң Ғаләм барлыҡҡа килгән, тәүге дүрт йыһан потенцияларының береһе тип ҡабул иткәндәр[18][19][20]. Гай Юлий Гигиндың (б. э. т. 64 йыл — б. э. 17 йылы) Геяның килеп сығышының икенсе фаразы килтерелгән. Был боронғо Рим авторына ярашлы, Хаостың балалары Эфир (һауа) һәм Гемера (көн) ерҙе барлыҡҡа килтергән[21].

Гея, үҙ сиратында, Уранды, күкте, һәм тәүге диңгеҙ илаһы Понтты тыуҙырған[22]. Уран, йоҡлап ятҡан әсәһенә ҡарап, уға аталандырыусы ямғыр ҡойған, шунан һуң ағастар, үләндәр, сәскәләр, ҡоштар һәм хайуандар барлыҡҡа килгән[23].

Геяның Урандан бик күп балалары тыуған. Улар араһында 12 йә 13 титан булған[24][25][20]:

  • ағай-эне титандар:
    • Океан
    • Кой
    • Крий
    • Гиперион
    • Иапет
    • Крон
  • апай-һеңлеләр:

Титандарҙан тыш, Гея Урандан бер күҙле алпамышалар (циклоптар) Арг, Стероп һәм Бронтты[26][27], шулай уҡ йөҙ ҡуллы илле башлы алпамышалар, гекатонхейрҙар Бриарей, Котт һәм Диесты тыуҙырған[28][29][20]. Сицилия Диодорына (б. э. т. 90-30 йылдар) ярашлы, шулай уҡ титандарға тиклем Гея куреттарҙы тыуҙырған[30].

Уран балаларын ныҡ һөйөүсән атай булмаған. Бөтә тыуған балаларын ул Тартарға ырғытҡан. Ярһыған әсә титандарҙы атаһына ҡаршы сығырға күндергән. Иң кесе һәм батыр улы Кронға әсә ураҡ тотторған. Ышыҡ урында йәшеренеп, Урандың Гея йәнәшенә ятҡанын һағалап тороп, атаһының йән ерен бестергән һәм ағзаны диңгеҙгә ырғытҡан. Ергә түгелгән ҡан Геяны гиганттар, үс алиһәләре Эринийҙар, шулай уҡ нимфалар (мелийҙар) менән аталандыра[31][20].

Урандың ҡолатылыуынан алып Зевс власҡа килгәнгә тиклем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран бестерелгәндән һуң, титандар Тартарҙан китә. Крон юғары алла булып китә. Геяның Понттан хаҡ һүҙле һәм алдаҡсылыҡҡа йәне көйгән Нерей тыуа[32][33][34], диңгеҙ мөғжизәләре илаһы Тавмант[35][34], дауыллы диңгеҙ илаһы Форкий[35][34], Кето[36][34] һәм диңгеҙ ҡөҙрәте кәүҙәләнеше Еврибия[37][34][20] тыуған.

Крон идара иткән осорҙа Гея илаһтар тормошонда әүҙем ҡатнашмай башлаған, әммә уларға кәңәштәр биргән. Мәҫәлән, ул Уран менән Кронға, уны улдары араһынан берәйһе ҡолатыр, тигән хәбәр әйткән. Үҙенең ҡыҙ туғаны Реяны ҡатынлыҡҡа алған Крон бөтә балаларын тыуыу менән ашаған[38][39]. Улы Зевсҡа йөклө титанида әсәһенә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән. Тап Гея сабыйҙы атаһынан йәшерергә ярҙам иткән, шулай уҡ Кронға йүргәккә төрөлгән ташты бирергә кәңәш иткән, Крон шуны йотҡан[40][39][20].

Зевс үҫеп еткәс, Геяның кәңәше буйынса, атаһына үлән төнәтмәһе биргән[41]. Төнәтмәне эскәндән һуң, Крон бығаса йотҡан балаларын ҡоҫҡан[42]. Бер яҡтан, Зевс менән бер туған ағай-энеләре һәм апай-һеңлеләре менән, икенсе яҡтан, титандар араһында һуғыш башланған. Титаномахия исеме аҫтында мифтарға ингән был һуғыш ун йыл дауам иткән. Гея Зевсҡа, Тартарҙа ултырыусы тотҡондарҙы үҙенә союздаш сифатында йәлеп иткән осраҡта ғына еңеп сығасағын күрәҙәлек иткән. Шул саҡта Зевс, Тартарға инеп, циклоптарҙы, шулай уҡ илле башлы йөҙ ҡуллы гекатонхейрҙарҙы азат иткән. Циклоптар Зевс йәшендә, Аидҡа — торҡа, ә Посейдонға — өс йәпле ҡорал (трезубец) сүекп яһаған. Крондың балалары яңы ҡорал менән титандарҙы еңгән, уларҙы Тартарға ҡолатып, гекатонхейрҙарын уларҙы һағаларға ҡуйған[43][42][20]. Зевс менән Гераның туйына Гея килененә Гесперид алмалары бүләк иткән[20].

Гигантомахия. Тифон, Пифон һәм башҡа имәнес заттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гея Афина Эрихтонийына тапшыра. Б. э. т. 470—460 йылдарҙағы боронғо грек вазаһы

Үҙенең титан сабыйҙарының әсе яҙмышына асыуланған Гея олимпия илаһтарынан үс алырға ҡарар итә. Ул Уран ҡанынан гиганттар тыуҙырған. Улар һауаға ҡаялар ырғыта башлаған, һәм Ҡояш илаһы Гелиостың көтөүен ҡыуып алып киткән. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, илаһтар гиганттарҙы ғүмерҙәрен әжәл менән тамамлаусылар ярҙамынан тыш еңә алмаған. Афина кәңәше буйынса Зевс Гераклды ярҙамға саҡыра. Гея, пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә,алпамышаларҙың еңелеү ихтималлығын күреп, уларҙы үлемдән ҡотҡарыр өсөн тылсымлы үлән эҙләй башлаған. Зевс, үҙ сиратында, иртәнге таң аллаһы Эосҡа, Ҡояш аллаһы Гелиосҡа һәм Ай илаһы Селенаға яҡтыртыуҙарын туҡтатырға ҡушҡан. Бынан һуң ул тәүгеләрҙән булып алпамышаларҙы ҡотҡара алырҙай үлән тапҡан. Гигантомахия исеме алған алышта Геяның улдары еңелгән[44][45].

Гиганттар еңелгәндән һуң, тағы ла нығыраҡ асыуланып, Гея Тартарҙан Тифон исемле имәнес затты тыуҙырған[46]. Ул шул тиклем рәхимһеҙ булған, хатта олимпия илаһтары, төрлө йәнлектәргә, балыҡтарға һәм ҡоштарға әүерелеп, Мысырға ҡасҡан[47]. Антик сығанаҡтар төрлөсә тасуирлаған ауыр алышта Зевс Гея тыуҙырған имәнес затты еңеп, Сицилиялағы Этна тауын уның өҫтөнә мендереп ултыртҡан[48][49].

Тифондан тыш, Гея тыуҙырғандарға Пифон йыланы ла индерелә. Ул Дельфий оракулын һаҡлаған һәм Аполлон тарафынан үлтерелгән. Боронғо гректар тап Геяны тәүге күрәҙәсе һәм пәйғәмбәрлектең беренсе эйәһе тип иҫәпләгән. Аполлон, уның яңы эйәһе булараҡ, пифия-күрәҙәсе жрица аша Зевс менән Геяның әмерҙәрен еткереүсе генә булған [50][51].

Аполлодор Гея менән Тартарҙың үҙ сиратында башҡа имәнес заттар тыуҙырған тағы бер балаһын, Ехиданы, атай. Улар араһында өс башлы эт Цербер, аждаһа Лерней (гидра) һ. б. булған.[52]

Гефестың ергә аҡҡан орлоғонан Гея Эрихтонийҙы тыуҙыра, һәм, Гигин версияһы буйынса, Кекропс [53] [53], яртылаш кеше һәм яртылаш йылан кәүҙәле булған[54]. Гомер буйынса, шулай уҡ алпамыша Титий Геяның улы булған[55]. Гера ҡотортоуы буйынса, Дельфала әсәләре Летоны мәсхәрәләргә маташҡанда, Аполлон менән Артемиданың уғынан һәләк булған[56][57][58]. Эсхил күп күҙле Аргусты[59], ә Вергилий — ағалы-ҡустылы аллоадтарҙы Геяның балалары тип атаған[60].

Антей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геяның улы Антейҙың улы һәм уның Геракл менән көрәше тураһында миф билдәлелек алған. Антей Ливияла йәшәгән һәм унда йәшәгән сит ил кешеләрен юҡ иткән. Гея тыуҙырғандың был заттың үҙенсәлеге шунда: ерҙә торғанда ғына уға хәүеф янамай. Гесперид алмаларын алырға барғанда, Геракл Антейҙы алышҡа саҡыра. Геракл Антейҙы ерҙән айырып күтәргән һәм, көсөн юғалтҡандан һуң, уны быуып үлтергән[61].

Культ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо гректар Геяны, яҙмышты белгән, шуға күрә Фемидаға тиңләшә алған боронғо зирәклелекте һаҡлаусы итеп ҡабул иткән.[62]. Аполлон алла исеменән киләсәк тураһында әйтелгән оракулдарында Гейҙың пәйғәмбәрлектәренең пифияларға ғына тапшырған. Ер-әсә образы уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ уңдырышлылығында өлөшләтә кәүҙәләндерелә һәм тәбиғәттең бөйөк көстәре алиһәһе Деметраға, шулай уҡ «аллаларҙың әсәһе» Кибелаға күсерелә[20].

Уны Афинала, Спартала, Дельфала, Олимпияла һәм боронғо Грецияның башҡа төбәктәрендә хөрмәт иткәндәр. Географ Павсаний б. э. II быуатында Афиналағы акрополдә Гея ҡорамын[63], Аттикалағы изге округты[64], алиһәнең Ахейҙағы[65], Элидалағы[66] һәм башҡа урындарҙағы ғибәҙәтханаларын һүрәтләгән. Туйындырыусы-ерҙең йәштәргә айырыуса яҡшы ҡарашын билдәләгән. Боронғо Римда Геяны сәсеүлектәр байрамында ҡорбан килтерелгән урындағы алиһә Теллус менән тиңләштергәндәр[67].

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гея-Куротрофос
Гея. Фейербах Ансельм, 1875—1876

Антик әҙәбиәтендә Геяға Гомерҙың XXX антик гимны [68] һәм XXVI орфик гимны[69] бағышланған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән боронғо грек скульптураларында һәм вазаларында Ер алиһәһен башлыса ике йөкмәткелә (ипостась) төшөргәндәр. Гея-"Куротрофос"ты (тәрбиәсе, имеҙеүсе) балалар, хайуандар уратып алған, уның эргәһендә емештәр ята йәки ул «муллыҡ мөгөҙөн» тотҡан. Хтонизм йәки Геяның ер аҫты донъяһы менән бәйләнешен яртылаш ер өҫтөндә, унан сығып килгән кеүек, урынлашҡан ҡатын кәүҙәһе аша бирелгән[70].

Гея образы Ренессанс, Яңы һәм Иң Яңы заман рәссамдары һәм скульпторҙары эштәрендә киң сағылыш тапмаған. Булған һүрәттәр араһында немец рәссамы Ансельм Фейербахтың һүрәтен күрһәтергә кәрәк, унда ул Ерҙең барлыҡҡа килеүен һүрәтләргә тырышҡан[71].

Фәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антик алиһә образын хәҙерге биологтар Джеймс Лавлок һәм Линн Маргулис файҙаланған. Улар 1972 йылда "Гея гипотезаһы"н тәҡдим итте. Уға ярашлы Ер тере суперорганизмға оҡшаш, органик һәм органик булмаған донъяларҙың аңһыҙ көйләнеүе иҫәбенә тирә-яҡ мөхит даимилығына булышлыҡ итеү сифатына эйә. «Йәнле Ер» идеяһы йәмәғәтселектә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һүҙ тере йән тураһында түгел, ә тере организмдар һәм йәнһеҙ материя араһында кире бәйләнеш механизмы иҫәбенә йәшәү өсөн кәрәкле шарттарҙы һаҡлау үҙенсәлеге хаҡында бара, тип билдәләне теория авторҙары[72][73].

1979 йылда «Вояджер-1» йыһан аппараты фотоларында табылған Юпитер — Амальтея планетаһының иң ҙур удар кратерҙарының береһе уның исеме менән аталған[74].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Любкер Ф. Κρόνος (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 356—357.
  2. Любкер Ф. Rhea (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1153—1154.
  3. Любкер Ф. Tethys (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1359.
  4. Любкер Ф. Aristaeus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 147.
  5. Любкер Ф. Θεία (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1370.
  6. Фия // Большая энциклопедия / под ред. С. Н. ЮжаковСанкт-Петербург: Просвещение, 1905. — Т. 20. — Б. 813.
  7. Любкер Ф. Iapetus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 653.
  8. Любкер Ф. Hyperion (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 649—650.
  9. Любкер Ф. Creusa (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 355.
  10. Ὅμηρος Ὀδύσσεια (др.-греч.)
  11. Henry George Liddell, Robert Scott. A Greek-English Lexicon. γαῖα. Perseus Digital Library. Tufts University. Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано 20 октябрь 2016 года.
  12. Henry George Liddell, Robert Scott. A Greek-English Lexicon. γῆ. Perseus Digital Library. Tufts University. Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано 16 сентябрь 2018 года.
  13. Henry George Liddell, Robert Scott. A Greek-English Lexicon. δᾶ. Perseus Digital Library. Tufts University. Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано 31 июль 2020 года.
  14. Gaia (n.) (ингл.). Online Etymology Dictionary. Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано 12 май 2019 года.
  15. 15,0 15,1 Beekes, R. S. P. "γῆ" // Etymological dictionary of Greek. — Leiden • Boston: Brill, 2010. — P. 269–270. — ISBN 9789004174184.
  16. ma-ka. Palaeolexicon. Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  17. Обнорский, 2014, "Гея, Геа (Гейя)"
  18. Гесиод, 2001, "Теогония. 116—120", с. 24
  19. Розин В. М. Этюд четвёртый. Античное понимание любви // Предпосылки и особенности античной культуры / Утверждено к печати Ученым советом Института философии РАН. — М.: ЦОП Института философии РАН, 2004. — С. 145. — 500 экз. — ISBN 5-201-02129-8. Архивная копия от 8 май 2019 на Wayback Machine
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 20,4 20,5 20,6 20,7 20,8 Мифы народов мира, 1990, "Гея", с. 248—249
  21. Гигин Мифы, 2000, "Введение. 2"
  22. Pontus // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 1088.
  23. Грейвс, 1992, "Олимпийский миф творения", с. 18
  24. Гесиод, 2001, "Теогония. 131—138", с. 24—25
  25. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. I (3)"
  26. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. I (2)"
  27. Гесиод, 2001, "Теогония. 139—146", с. 25
  28. Гесиод, 2001, "Теогония. 147—153", с. 25
  29. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. I (1)"
  30. Диодор Сицилийский, 2000, "Историческая библиотека. Книга V. 65 (1—4)"
  31. Гесиод, 2001, "Теогония. 159—188", с. 25—26
  32. Гесиод, 2001, "Теогония. 234—236", с. 27—28
  33. Nereus // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 914.
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 34,4 Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. II (6)"
  35. 35,0 35,1 Гесиод, 2001, "Теогония. 237", с. 28
  36. Гесиод, 2001, "Теогония. 238", с. 28
  37. Гесиод, 2001, "Теогония. 239", с. 28
  38. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. I (5)"
  39. 39,0 39,1 Гесиод, 2001, "Теогония. 459—467", с. 34
  40. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. I. (6—7)"
  41. Гесиод, 2001, "Теогония. 494", с. 35
  42. 42,0 42,1 Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. II. (1)"
  43. Гесиод, 2001, "Теогония. 729—735", с. 42
  44. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. VI. (1—2)"
  45. Мифы народов мира, 1990, "Гиганты", с. 249—250
  46. Гесиод, 2001, "Теогония. 820—822", с. 42
  47. Овидий Метаморфозы, 1977, "Книга пятая. 329—331"
  48. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. VI. (3)"
  49. Мифы народов мира, 1990, "Тифон", с. 985
  50. Эсхил, 1989, "Эвмениды 1—2"
  51. А. Ф. Лосев. Античная мифология в её историческом развитии. — М.: Государственное учебно-педагогическое издательство министерства просвещения РСФСР, 1957. — С. 304.
  52. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга II. I. (2)"
  53. 53,0 53,1 Гигин Мифы, 2000, "158. Кекроп
  54. Мифы народов мира, 1990, "Эрихтоний", с. 1123
  55. Ҡалып:Книга:Гомер:Одиссея
  56. Аполлодор, 1972, "Мифологическая библиотека. Книга I. IV (1)"
  57. Мифы народов мира, 1990, "Титий", с. 985
  58. Грейвс, 1992, "Происхождение и деяния Аполлона", с. 46
  59. Эсхил, 1978, "Прометей прикованный. 567"
  60. Вергилий. Георгики. Книга I. 280 // Буколики. Георгики. Энеида. — М.: Художественная литература, 1979.
  61. Мифы народов мира, 1990, "Антей", с. 69
  62. Гея / А. А. Тахо-Годи // Гермафродит — Григорьев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 7). — ISBN 978-5-85270-337-8.
  63. Павсаний, 1996, "Описание Эллады. Книга I, глава 22 (3)"
  64. Павсаний, 1996, "Описание Эллады. Книга I, глава 28 (7)"
  65. Павсаний, 1996, "Описание Эллады. Книга VII, глава 25 (13)"
  66. Павсаний, 1996, "Описание Эллады. Книга V, глава 14 (10)"
  67. Γαῖα // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 545.
  68. Античные гимны, 1988, с. 136
  69. Античные гимны, 1988, с. 206
  70. Roscher, 1884, "Gaia in der Kunst"
  71. Anselm Feuerbach, Maler. Gaea (нем.). Bildindex. Дата обращения: 10 май 2019. Архивировано 10 май 2019 года.
  72. Руни Э. Гипотеза Геи // История биологии. От науки эпохи античности до современной генетики. — М.: Кучково поле, 2007. — С. 199—200. — 208 с. — ISBN 978-5-9950-0841-5.
  73. Дульзон А. А. Глава 6. Гипотеза Геи // Парадокс устойчивого развития. — М.: Триумф, 2018. — С. 142—156. — 264 с. — ISBN 978-5-89392-804-4.
  74. Gaea crater (ингл.). Gazetteer of Planetary Nomenclature. International Astronomical Union (IAU) Working Group for Planetary System Nomenclature (WGPSN) (10 сентябрь 2014). Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Древнегреческая мифология