Рея (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рея
бор. грек. Ῥέα

Титанида — Зевстың әсәһе

Туғандары

Кронос[1], Иапет[d][1], Гиперион[d][1], Фемида[1], Тейя[d][1], Океан (мифология)[1] һәм Тефида[d]

Тормош иптәше

Кронос[1][2]

Йәшәгән дәүере

үлемһеҙ

 Рея Викимилектә

Рея (һ. б.бор. грек. Ῥέα. — боронғо грек мифологияһында титанида, олимпия аллаларының әсәһе. Уран менән Геяның ҡыҙы.[3]. Исеме «ағым» һәм «еңеллек» тигәнде аңлата. Титан Кроностың ҡатыны һәм һеңлеһе[4], йорт усағы алиһәһе Гестияның, ялан һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе Деметраның. ғаиләләр һәм ырыуҙары алиһәһе Гераның, ер аҫты батшалығы аллаһы Аиданың, диңгеҙ аллаһы Посейдондың, күк күкрәү һәм йәшен аллаһы Зевстың әсәһе[5][6]. Орфиктар буйынса, Протогендың ҡыҙы.[7] Рим пантеонында уға Опа һәм Кибела (лат. Magna Mater) тап килә.

Кронос, атаһының яҙмышына дусар булыры тураһында күрәҙәлек ала һәм яңы тыуған сабыйҙарын аяуһыҙ рәүештә үлтерергә тотона. Рея баланы донъяға килтереү менән, Кронос уны йота. Әйткәндәй, ул хатта ҡыҙҙарын да йәлләп тормай. Ләкин Реяға иң кесеһен, Зевсты ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин була. Гея һәм Уран кәңәше буйынса Зевсты ул Ликтос өлкәһендә тыуҙыра, Дикти тауында йәшерен рәүештә урынлаштыра; йә уны йөклө сағында Крит утрауындағы мәмерйәлә, Дикти[8] тауында тыуҙыра; йә, Аркадиялағы гиганттар һаҡлаған Тавмасион тауына килә (унда Реяның мәмерйәһе була), Зевсты Ликея тауында тыуҙыра, унда Кретеяның урыны була, һуңынан Лимакс йылғаһына ташлай.[9].

Кроносҡа ул, сабый һымаҡ итеп япмаға төрөлгән ташты алып барып бирә, титан быны һиҙмәй һәм ташты йота. Мифтың икенсе вариантында Рея Посейдонды һарыҡтар көтөүе араһында йәшереп ҡотҡара, ә Кронос айғырҙы йота.[10].

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, Зевстың тыуыу урынын эҙләгәндә, Реяны куреттар оҙатып йөрөй. Легендаға ярашлы, яңы тыуған илаһтың ҡысҡырыуын баҫыу һәм шул рәүешле атаһының ҡарынында үлемдән ҡотҡарыу өсөн, иҫ киткес шау-шыу ҡуптара. Тулы ҡорал менән улар Критта һөңгө менән ҡалҡанға һөңгөләр менән һуғып, Зевсты һаҡлайҙар.[11].

Д.О.Торшилов шулай уҡ Реяның ер алиһәһе булараҡ хөрмәт ителеүен билдәләй, уның эпитеты — Пандора[12].

Кнос ерендә Рея торлағының нигеҙе күрһәтелә.[13] Мантинея янындағы Алесион (Блуждания) тауы уның аҙашып йөрөүҙәренән алынған.[14].

Һуңғы антиклыҡ осоронда Рея Фригия аллаларының Бөйөк әсәһе менән тиңләштерелә һәм Рея-Кибела исемен ала, уның культы оргиастик характер менән айырылып тора.[10] Фригияла Рея Дионисты һауыҡтыра. Унда ул серҙәрҙе аңлай һәм Реянан кейем[15] ала.

Рея хөрмәтенә 1905 йылда асылған Рея астероиды (577), шулай уҡ 1672 йылда асылған Сатурн юлдашы Рея аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Любкер Ф. Rhea (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1153—1154.
  2. Любкер Ф. Κρόνος (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 356—357.
  3. Щукарев А. Н. Рея, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Щукарев А. Н. Рея, в мифологии // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.).— СПб., 1890—1907.
  5. Гесиод. Теогония 453—458
  6. РЕЯ. Дата обращения: 4 октябрь 2014. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  7. Орфические гимны XIV 1
  8. Гесиод. Теогония 468—484
  9. Павсаний. Описание Эллады VIII 36, 2-3; 38, 2; 41, 2
  10. 10,0 10,1 «Мифы народов мира» / Гл. ред. С. А. Токарев — «РЕЯ».
  11. Аполлоний Родосский. Аргонавтика II 1227; Каллимах. Гимны I 52-54; Лукреций. О природе вещей II 629—640; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 1, 6-7; Лукиан. О пляске 8; Гигин. Мифы 139
  12. Архивированная копия. Дата обращения: 2 апрель 2015. Архивировано 21 апрель 2016 года.
  13. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 66, 2
  14. Павсаний. Описание Эллады VIII 10, 1
  15. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека III 5, 1

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.379, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.3. С.204-205; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 1, 3 далее

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]