Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Антиклыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Йөкмәткеһе

Антиклыҡ[1] (Антика, лат. antiquitas — боронғолоҡ[2]) — грек-рим боронғолоғон — Боронғо Греция һәм Боронғо Рим цивилизацияһын аңлатҡан термин.

Дөйөм осорҙарға бүлеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иртә антиклыҡ (б.э.т. VIII б. — б.э.т. II б.) — Грек дәүләте барлыҡҡа килеү.
  • Классик антиклыҡ (б.э.т. I — б.э. II б.) — грек-рим цивилизацияһының берҙәмлек осоро.
  • Ахырғы антиклыҡ (б.э. III—V бб.) — Рим империяһының тарҡалыуы. Көнбайыш Рим империяһының тарҡалыуы.

Ваҡыт мәғәнәһендәге осорҙар геосәйәси контекста икенсе төрлө булырға мөмкин. Мәҫәлән, Боронғо Грецияла цивилизация Рим империяһындағыға ҡарағанда алдараҡ сәскә ата. Бынан тыш, Көнсығыш Рим империяһында антик цивилизация һуңыраҡ тыуа һәм һуңыраҡ һүнә. Антик мәҙәни мираҫ хәҙерге роман халыҡтарының көнкүрешендә, мәҙәниәтендә, телендә һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған, уларҙан Урта диңгеҙ буйындағы башҡа халыҡтарға (көньяҡ славяндар, ғәрәптәр, төрөктәр, берберҙәр, йәһүдтәр) күскән.

Шулай уҡ классик антиклыҡтың күп элементтары (ғөрөф-ғәҙәттәр, закондар, йолалар һ.б.) Көнсығыш Рим (Византия) империяһының Кесе Азия йәҙрәһендә XI быуатта сәлжүк төрөктәре килгәнгә тиклем һаҡлана.

Антиклыҡты һәм тәүантиклыҡты осорҙарға бүлеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Греция тарихын 5 осорға бүлеү ҡабул ителгән, улар бер үк ваҡытта мәҙәни осорҙар ҙа булып тора:

  • эгей йәки крит-микен (б.э.т. III—II мең йылдар),
  • гомер (б.э.т. XI—IX бб.),
  • архаик (б.э.т. VIII—VI бб.),
  • классик (б.э.т. V—IV бб.),
  • эллин (б.э.т. IV б. икенсе яртыһы — б.э.т. I б. уртаһы).

Крит-микен осоро — антиклыҡтың башланыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крит-микен (б.э.т. III мең йыллыҡ аҙағы — б.э.т. II мең й.). Миной һәм микен цивилизациялары. Тәүге дәүләт берәмектәре барлыҡҡа килеү. Диңгеҙселек үҫеше. Боронғо Шәреҡ цивилизациялары менән сауҙа һәм дипломатик бәйләнештәр урынлаштырыу. Оригиналь яҙыу барлыҡҡа килеү. Крит һәм материктағы Греция өсөн был дәүерҙә үҫештең төрлө осорҙары айырыла, сөнки дәүләтселек ул саҡта грек булмаған халыҡ йәшәгән Крит утрауында б.э.т. III мең йыллыҡта ахей гректары һөжүменә дусар булған Балҡан Грецияһына ҡарағанда алдараҡ барлыҡҡа килә. Асылда, крит-микен осоро — антиклыҡтың алды.

Миной цивилизацияһы (Крит)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡанбаба-батша, Кносста һарайҙағы фреска
  1. Иртә миной осоро (б.э.т. XXX—XXIII бб.). Ырыу мөнәсәбәттәренең хакимлығы, металл эшкәртә башлау, һөнәрселек яралыу, диңгеҙселек үҫеше, аграр мөнәсәбәттәрҙең ярайһы уҡ юғары кимәле.
  2. Урта миной осоро (б.э.т. XXII—XVIII бб.). «Иҫке», йәғни «иртә», һарайҙар осоро булараҡ билдәле. Утрауҙың төрлө мөйөштәрендә тәүге дәүләт берәмектәре барлыҡҡа килеүе. Криттың төрлө төбәктәрендә мөһабәт һарай комплекстары төҙөлөү. Яҙыуҙың тәүге формалары.
  3. Ахырғы миной осоро (б.э.т. XVII—XII бб.). Миной цивилизацияһының сәскә атыуы, Криттың берләшеүе, Минос батшаның диңгеҙ державаһы барлыҡҡа килеү, Криттың Эгей диңгеҙендә сауҙа эшмәкәрлеген ғәйәт киң йәйелдереүе, монументаль төҙөлөш үҫеше (Кносста, Маллияла, Фестта «яңы» һарайҙар). Боронғо Шәреҡ дәүләттәре менән әүҙем аралашыу. Б.э.т. XV быуаттағы тәбиғәт ҡазаһы Миной цивилизацияһының һүнеүенә килтерә, артабан Критты ахейҙар буйһондора.

Асылыуының һәм атамаһының тарихы

1900 йылдың 16 мартында инглиз археологы Артур Эванс тарафынан асыла һәм Криттың мифик батшаһы, легенда буйынса, Дедал төҙөгән лабиринттың хужаһы Минос исеме менән атала. Шул уҡ легенда буйынса, боронғо гректар яһаҡты кешеләтә түләгән, ә тегеһе уларҙы ҡатыны Пасифая донъяға килтергән Минотавр исемле ғифриткә ашатып торған.

Тасуирламалары

  1. Миной цивилизацияһы батша идара иткән дәүләт булған.
  2. Минойҙар Боронғо Мысыр менән сауҙа иткән, Кипрҙан баҡыр сығарған. Архитектураһына Мысырҙан алынғандарҙы үҙгәртеп ҡулланыу хас (мәҫәлән, колонналар).
  3. Минойҙарҙың ғәскәре һиртмәктәр, йәйәләр һәм ике яҡлы балта — лабрис менән ҡоралланған булған.
  4. Иҫке Европаның күп халыҡтарындағы кеүек, минойҙарҙа үгеҙ культы таралған булған.
  5. Минойҙар бронза иреткән, керамика етештергән, һарайҙар төҙөгән.
  6. Минойҙарҙың динендә матриархат йоғонтоһо һаҡланған.

Мәҙәни бәйләнештәре

Гомер яҙып ҡалдырыуынса, Критта минойҙарҙан башҡа, пеласгтар (Геродот һәм башҡалар буйынса, Кесе Азиянанмы, Грециянанмы килгәндәр), кидондар (уларҙан Кидония ҡалаһының исеме ҡалған) йәшәгән. Һуңыраҡ утрауға ахейҙар (гректар) бәреп ингән.

Миной теленең генетик яҡтан ҡайһы төркөмгә инеүе асыҡланмаған.

Байыуы

Миной цивилизацияһы б.э.т. XV быуатта Тира утрауында вулкан урғылыуҙан бик ҙур зыян күрә, шуның арҡаһында һәләкәтле цунами башлана. Бәлки, ошо һәләкәт Атлантида тураһындағы мифҡа нигеҙ булғандыр, тип фараз ителә.

Археологик ҡаҙылмалар күрһәтеүенсә, Криттағы миной цивилизацияһы вулкан урғылғандан һуң кәм тигәндә 100 йыл самаһы йәшәгән.

Янартау атылғандан һуң власты ахейҙар тартып ала. Микен мәҙәниәте (Крит менән материктағы Греция) барлыҡҡа килә, ул миной һәм грек элементтарын берләштерә. XII быуатта Микен мәҙәниәте дорийҙар тарафынан юҡ ителә, улар Крит утрауын биләй.

Микен цивилизацияһы (Балкан Грецияһы)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Иртә Эллада осоро (б.э.т. XXX—XXI бб.). Балкан Грецияһында гректарға тиклем ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәренең йәшәүе. Беренсе ҙур торамалар һәм тәүһарай комплекстары барлыҡҡа килеү.
  2. Урта Эллада осоро (б.э.т. XX—XVII бб.). Балкан ярымутрауының көньяғына грек телендә һөйләшкән тәүге халыҡтарҙың — ахейҙарҙың күсеп ултыра башлауы, бының Грецияның социаль-иҡтисади үҫешен әкренәйтә төшөүе. Ахейҙарҙа ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәренең тарҡала башлауы.
  3. Ахырғы Эллада осоро (б.э.т. XVI—XII бб.). Ахейҙарҙа синыфлы йәмғиәт яралыуы, үҙәктәре Микенда, Тиринфта, Пилоста, Фивала булған дәүләт берәмектәрендә ауыл хужалығының үҫеше, Микен мәҙәниәтенең сәскә атыуы. Ахейҙар Критты буйһондора һәм миной цивилизацияһын юҡҡа сығара. Б.э.т. XII быуатта Грецияға дорийҙар баҫып инеүе. Микен дәүләтселегенең һәләкәте.

Грецияның Иртә Эллада осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грек тарихының крит-микен осороноң бер өлөшө булып тора.

Б.э.т. III—II мең йыллыҡтарҙа Балкан Грецияһында пеласгтар, лелегтар, карийҙар йәшәй. Ил, Геродот әйткәненсә, Пеласгия тип атала. Аҙаҡ грек тарихсылары был халыҡтарҙың мәҙәниәте күпкә юғарыраҡ кимәлдә булһа ла, уларҙы варвар тип атай (хәйер, боронғо гректар ул саҡта был терминды линвистик маҡсатта ғына, йәғни грек теле булмаған телдәр атамаһы итеп кенә ҡулланғандыр).

Иртә Эллада дәүере тораҡтары ике төргә — аҡһөйәктәр йәшәгән цитаделдәргә (мәҫәлән, Лерна) һәм ер эшкәртеүсе крәҫтиәндәр йәшәгән ҡасабаларға (мәҫәлән, Рафина, Зигуриес) бүленгән. Бөтә цитаделдәр оборона ҡоролмалары менән уратылған.

Был осорҙа һөнәрселек барлыҡҡа килә (балсыҡтан кәрәк-яраҡ эшләү, тимерлектәр).

Тораҡтарҙың цитаделдәргә һәм ябай ҡасабаларға бүленеүе б.э.т. III мең йыллыҡтың икенсе яртыһында синыфтарға бүленеш барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Был цивилизация Европалағы башҡа мәҙәниәттәрҙән өҫтөн тора, ләкин Балкан Грецияһы буйлап ҡәбиләләрҙең хәрәкәт итеүе үҫешкә ҡамасаулай.

Беренсе ахей дәүләттәре барлыҡҡа килеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге ахей ҡәбиләләренең килеүе б.э.т. II мең йыллыҡта грек халҡы хасил булыуына башланғыс һала. Урта Эллада осорона (XX—XVII) ҡараған археологик табылмалар был дәүерҙә мәҙәниәттең Иртә Эллада осорона ҡарағанда түбәнерәк тороуын күрһәтә. Был осор ҡәберлектәрендә металл әйберҙәр юҡ, улар урынын яңынан таш ҡоралдар биләгән, ерләү кәрәк-яраҡтары бик ярлы һәм бер төрлө. Быны йәмғиәттең синыфтарға бүленмәгәнлеге менән аңлатырға мөмкиндер. Шулай уҡ монументаль биналар ҙа был дәүерҙә юҡ. Ҡаҙаныштарҙан көршәксе әйләнгесе менән хәрби яу арбаһы барлыҡҡа килгән.

Урта Элладаның бөтә тораҡтары, ҡағиҙә булараҡ, ҡалҡыуҙа урынлаша һәм нығытыла, мәҫәлән, Мессениялағы Мальти-Дорион ҡаласығы. Уның уртаһында һарай урынлашҡан, уны һөнәрселәрҙең оҫтаханалары уратҡан, ҡалған өлөшөн ябай кешеләрҙең йорттары һәм келәт биналары тәшкил итә.

Урта Эллада осороноң аҙағында материктағы Грецияла мәҙәни күтәрелеш башлана, тәүге дәүләт берәмектәре барлыҡҡа килә, синыфтар тыуа башлай, ауыл хужалығының ҡаҙаныштары һөҙөмтәһе булараҡ халыҡ һаны арта. Ваҡ тораҡтар һаны ла, ҙур ҡалалар ҙа күбәйә. Был осорҙоң атамаһы Арголидала урынлашҡан ҙур Микен ҡалаһы исеменән алынған.

Микен цивилизацияһы вәкилдәре булған ахейҙар Критҡа һәм Кесе Азия утрауҙарына б.э.т. XVI быуаттарҙа күсеп килгән, улар фессалия ахейҙарынандыр тип фараз ителә

Б.э.т. XVII—XVI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән Микен, Тиринф, Пилос дәүләт-ҡалалары Крит менән тығыҙ мәҙәни һәм сауҙа бәйләнештәрендә торған. Микен мәҙәниәте Миной цивилизацияһынан күпте алған. Ләкин уның үҙенә генә хас үҙенсәлектәре лә байтаҡ. Микенда сауҙа ныҡ үҫешкән булған. Мысырҙа, мәҫәлән, микен керамикаһы табылған.

Б.э.т. XV—XIII быуаттарҙа ахейҙар Критты һәм Кикладаны, Эгей диңгеҙендәге күп утрауҙарҙы баҫып ала, Грецияның төпкөл төбәктәрендә тораҡтар төҙөй. Һуңғары улар урынында данлыҡлы антик ҡала-дәүләттәр — Коринф, Афина, Дельфи, Фива үҫеп сыға. Был осор микен цивилизацияһының сәскә атҡан осоро тип иҫәпләнә.

Ахейҙар Кавказға, Сицилияға, Төньяҡ Африкаға диңгеҙ юлдары һала.

Гераклидтарҙың ҡайтыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илиада менән Одиссеяла һүрәтләнгәнсә, төрлө халыҡтар йәшәгән ҡала общиналары барлыҡҡа килеүгә эллин ҡәбиләләренең күсенеүҙәре сәбәпсе була. Был күсенеү Гераклидтарҙың ҡайтыуы йәки дорийҙарҙың Пелопоннесҡа күсенеүе тип йөрөтөлә.

Гераклидтар ҡайтап, метрополиялар буласаҡ иң боронғо колонияларҙы нигеҙләгәс, эллин халҡы Грецияла бөтөнләйгә төпләнә. Ошо ваҡыттан Греция тарихта эллиндар иле булараҡ урын ала.

Шиғри сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эллин йәмғиәттәре Гомерҙың Илиада һәм Одиссея тигән поэмаларында сағыу һәм тулы һүрәтләнгән. Илиада менән Одиссея Х—IX быуаттарҙа ижад ителгән. Поэмаларҙағы тарихи материалды дәүерҙәр һәм осорҙаар буйынса һалып сығыу мөмкинлеге юҡ; уларҙың күбеһе автор йәшәгән заманға ҡарай.

Поэмала һүрәтләнгәндәрҙән билдәле булыуынса, был йәмғиәттә әлегә ыңғай закондар юҡ, шунлыҡтан мөнәсәбәттәрҙә нормаларҙан тайпылыштар күп; ләкин урындағы йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр хатта аллалар тарафынан һаҡлана, йәмәғәтселек фекере лә ҙур көскә эйә.

Йәмғиәттә, айырыуса ғаиләлә һәм айырым кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә, ырыу-ҡәбилә ҡоролошо ҡалдыҡтары төҫмөрләнә, әммә ҡала общинаһы ла нығынған, уға идара итеү хаким, аҡһаҡалдар ҡоро һәм халыҡ араһында бүленгән. Хакимдарҙың халыҡҡа иҡтисади бәйлелеге, халыҡ алдында әйтелгән һүҙҙең көсө, ораторҙар булыуы, хакимға ҡаршы йүнәлтелгән тәнҡит өлгөләре ул саҡта ҡала общиналарында йәшәгән халыҡтың власть органдары ҡулындағы өнһөҙ масса йә тыңлаусан ҡорал булмағанлығын дәлилләй. Халыҡтан хакимға буйһоноусанлыҡ талап ителһә, хакимдан да халыҡты ҡайғыртыу, мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ғәҙеллек, һуғышта ҡаһарманлыҡ, тыныс осорҙа аҡыллы кәңәштәр һәм һоҡланғыс телмәрҙәр һөйләй белеү талап ителә. Хакимдың шәхси һыҙаттары — халыҡтың уны хөрмәт итеүе һәм уға буйһоноуының мөһим шарты. Йәмғиәттә дәүләт мәнфәғәттәре башҡа бөтә мәнфәғәттәрҙән өҫтөн торған, һәр кемдең ҡаҙаныштары, уңыштары, яҡшы яҡтары дәүләттә йоғонтоло булыу хоҡуғын биргән.

Гомер һүрәтләгән йәмғиәт составы буйынса күп төрлө: унда ябай кешеләр ҙә, аҡһөйәктәр ҙә бар, иреклеләрҙән тыш ҡолдар бар, ә иреклеләр бер-береһенән хәллелеге, һөнәре буйынса айырыла. Хужалар менән ҡолдар араһындағы мөнәсәбәттәргә патриархаль ябайлыҡ һәм яҡынлыҡ хас, ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә, һуңғыраҡ тарихи осорҙарҙан айырмалы, тиң хоҡуҡлыҡ бар. Гесиодтың поэмалары Гомерҙың әҫәрҙәрендә һөйләнгәндәрҙе тулыландыра төшә.

Полистар осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(б.э.т. XI—IV бб.) Грек донъяһының этник тупланғанлығы. Дәүләтселектең демократик һәм олигархик төрҙәренә эйә булған полис структураларының барлыҡа килеүе, сәскә атыуы һәм көрсөккә төшөүе. Боронғо грек цивилизацияһының ғәйәт ҙур мәҙәни һәм фәнни ҡаҙаныштары.

Гомер (полис алды) осоро, б.э.т. XI—IX бб.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был осор «ҡараңғы грек осоро» булараҡ билдәле. Микен (ахей) цивилизацияһы ҡалдыҡтарын тулыһынса юҡ итеү, ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәрен тергеҙеү, уларҙың иртә синфиға әүерелеүе, полис алды йәмғиәт структуралары хасил булыу.

Архаик Греция (б.э.т. VIII—VI бб.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антиклыҡтың беренсе осоро. Бронза быуаттың байыуы менән йәнәш башлана. Антиклыҡ башланған ваҡыт тип б.э.т. 776 йылда боронғо Олимпия уйындарын булдырыу датаһы алынған.

Полис ҡоролошо барлыҡҡа килеү. Бөйөк грек колониялаштырыуы. Иртә грек тираниялары. Эллин йәмғиәтенең этник ойошоуы. Етештереүҙең бөтә өлкәләрендә тимер ҡуллана башлау, иҡтисади күтәрелеш. Тауар производствоһы нигеҙҙәрен һалыу, хосуси милекселек ярала башлау.

Классик Греция (б.э.т. V—IV бб.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Афина. Акрополь күренеше.

Б.э.т. V—IV быуаттар — полис ҡоролошоноң сәскә атыу осоро. Грек-фарсы һуғыштарында (б.э.т. 500—449 йй.) гректарҙың еңеүе һөҙөмтәһендә Афинаның абруйы күтәрелә, Делос берләшмәһе төҙөлә, уның башында Афина була. Перикл хакимлыҡ иткән осор (б.э.т. 443—429 йй.) Афинаның иң ҡеүәтле, сәйәси тормошонда демократия урынлашҡан, мәҙәниәте сәскә атҡан ваҡыты була. Афина менән Спарта араһында Грецияла гегемонлыҡ итеү өсөн көрәш һәм Афина менән Коринф араһында сауҙа юлдары өсөн дәғүәләшеү Пелопоннес һуғышы башланыуға (б.э.т. 431—404 йй.) сәбәп була. Ул Афинаның еңелеүе менән тамамлана.

Тасуирламаһы. Грек полистарында иҡтисад һәм мәҙәниәт сәскә атыуы. Фарсы донъя державаһының һөжүмен кире ҡағыу. Демократик дәүләт ҡоролошло сауҙа-һөнәрселек тибындағы полистар менән аристократик ҡоролошло аграр полистар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйеүе. Элладаның иҡтисади һәм сәйәси ҡеүәтен юҡҡа сығарған Пелопоннес һуғышы. Полис ҡоролошоноң көрсөккә төшөүе һәм македондар һөжүме һөҙөмтәһендә бойондороҡһоҙлоҡто юғалтыу.

Эллинлыҡ осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эллинлыҡ (б.э.т. IV—I бб.). Александр Македонскийҙың ҡыҫҡа ваҡытлы донъя державаһы урынлашыуы. Эллинлыҡ грек-көнсығыш дәүләтселегенең яралыуы, үҫеүе һәм сәскә атыуы.

Беренсе эллинлыҡ осоро (б.э.т. 334—281 йй.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Македонскийҙың грек-македон ғәскәрҙәре походтары, уның ҡыҫҡа ғүмерле донъя державаһының күп һанлы эллин дәүләттәренә тарҡалыуы.

Юғары эллинизм ҡан ҡойғос пуник һуғыштар ваҡытына тура килә (улар Римдың иғтибарын Урта диңгеҙ буйының көнсығыш төбәктәренән ситкә йүнәлтә) һәм 168 йылда римлыларҙың Македонияны яулап алып, Коринфты ҡыйратҡанына тиклем йәшәй. Был йылдарҙа Родос сәскә ата, Аттал I (241—197 йй.) һәм Евмен II (197—152 йй.) ваҡытында бай Пергам батшалығы ҙәр әһәмиәт яулай, Птолемей Мысырында мәғрур һәйкәлдәр ижад ителә. Беренсе эллин осоронда батшаны илаһилаштырыу йолаһы башлана.

Икенсе эллин осоро (б.э.т. 281—150 йй.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грек-көнсығыш дәүләтселегенең, иҡтисадтың һәм мәҙәниәттең сәскә атыуы.

Өсөнсө эллин осоро (б.э.т. 150—27 йй.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эллин дәүләтселегенең кризисы һәм тарҡалыуы.

Рим империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим империяһы (б.э.т. 27 й. — б.э. 476 й.)

Принципат (б.э.т. 27 й. — б.э. 284 й.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тетрархия һәм доминат (б.э. 285—324 йй.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим империяһының байыуы (б.э. 395—476 йй.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антиклыҡтың географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балкан Грецияһы борон 88 мең км² самаһы майҙан биләгән. Төньяҡ-көнбайышта — Иллирия, төньяҡ-көнсығышта Македония менән сиктәш булған, көнбайыш сиген — Ион (Сицилия), көньяҡ-көнсығышын — Миртой, көнсығышын Эгей һәм Фракия диңгеҙҙәре йыуған. Өс төбәктән — Төньяҡ Грециянан, Урта Грециянан һәм Пелопоннестан — торған. Төньяҡ Грецияны Пинд тау теҙмәһе көнбайыш (Эпир) һәм көнсығыш (Фессалия) өлөштәргә булгән. Урта Грецияны Төньяҡ Грециянан Тимфрест һәм Эта тауҙары айырып торған, ул ун өлкәне эсенә алған (көнбайыштан көнсығышҡа): Акарнания, Этолия, Озоль Локридаһы, Дорида, Фокида, Эпикнемид Локридаһы, Опунт Локридаһы, Беотия, Мегарида һәм Аттика. Пелопоннес ҡалған Греция менән тар ғына (6 км самаһы) Коринф муйыны аша тоташа.

Аркадия Пелопоннестың үҙәк өлкәһе була, ул көнбайышта Элида, көньяҡта Мессения һәм Лакония, төньяҡта Ахайя, көнсығышта Арголида, Флиунтия һәм Сикиония менән сиктәш була; ярымутрауҙың ситке төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Коринфия урынлаша. Утраулы Грецияны бер нисә йөҙ утрау хасил итә (иң ҙурҙары — Крит менән Эвбея), улар өс ҙур архипелагты хасил итә: Эгей диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышында — Киклада, уның көнсығышы һәм төньяғында — Спорада һәм Кесе Азияның көнбайыш ярында — Ион утрауҙары. Балкан Грецияһы — башлыса таулы ил (уны Динар Альпының ике тармағы киҫеп үтә), яр һыҙаты ныҡ йырғысланған, ҡултыҡтар күп (иң ҙурҙары — Амбракия, Коринф, Мессен, Лакон, Арголид, Сарон, Маллия һәм Пагасия).

Иң ҙур грек утрауы — Пелопоннес менән Эвбейҙан көньяҡ-көнсығышта ятҡан Крит. Эгей диңгеҙендәге күп һанлы утрауҙар ике архипелагты хасил итә — көньяҡ-көнбайышта Киклада һәм көнсығыш менән төньяҡта Спорада. Көнбайышындағы иң әһәмиәтле утрауҙары — Керкира, Левкада, Кефалиния һәм Закинф.

Антиклыҡ мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антиклыҡ һәм хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антиклыҡ ҡалдырған эҙ бөгөнгә тиклем килеп еткән.

Киң мәғлүмәт сараларын һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған темаларҙы анализлау күрһәтеүенсә, XXXXI быуаттар сигендә йәмғиәттә антик мираҫҡа ҡыҙыҡһыныу арта[3]. Бөтә донъяла археологик тикшеренеүҙәр йәнләнә, уларҙың һөҙөмтәләре шунда уҡ йәмәғәтселек иғтибарына еткерелә бара. Мәҫәлән, төрөк археоогтары ете йыл инде хәҙерге Төркиәнең төньяҡ-көнбайышындағы Антадрос тигән антик ҡалала тикшеренеүҙәр алып бара — легендар киммерийҙарҙың тораҡтарын табырға тырыша. Римдағы Француз мәктәбе менән Бордо университеты археологтары 2006 йылдың йәйендә Рим катакомбаларында Боронғо Римда христианлыҡ башы осорона ҡараған ҙур некрополде ҡаҙа башлай[4].

Ваҡыт үткән һайын антиклыҡның әһәмиәте нығына бара. Латин теле бөтә Европа ғалимдарының теленә әйләнә, грек теленә һәм грек фекер эйәләренә иғтибар арта. XIX быуатта «грек мөғжизәһе» теорияһы барлыҡҡа килә — ул классик Греция сәнғәтенең абсолют камиллығын сағылдыра. Пифагор теоремаһы, Евклид геометрияһы, Архимед законы мәктәптә фәндәрҙе уҡытыу нигеҙенә әүерелә. Ерҙең шар рәүешендә булыуынан сығып, уның күләмен иҫәпләп тапҡан антик географтарҙың хеҙмәттәре бөйөк географик асштар өсөн айырым әһәмиәткә эйә була. Антик фекер эйәләренең философик ҡараштар тупланмалары Яңы дәүер фәйләсүфтәрен илһамландыра.

XVIII быуатта, Бөйөк француз инҡилабы башланыр алдынан, материалист философтар Лукрецийға мөрәжәғәт итә. Уның донъяның атомдарҙан яралыуы; тәбиғәттең һәм кеше йәмғиәтенең алла ҡыҫылышынан тыш эволюцияһы; кешеләрҙе дөйөм файҙа өсөн берләштерә торған тәбиғи килешеү; алла түгел, кешеләр сығарған, шул уҡ дөйөм файҙаны күҙҙә тотҡан, файҙа килтереүҙән туҡтаһа, уны үҙҙәре үк юҡҡа сығара торған закон тураһындағы тәғлимәте заман ихтыяждарына яуап бирә. Шулай уҡ халыҡ власы, тиңлек, азатлыҡ, ғәҙеллек идеяларына ла ауаздаш була. Әлбиттә, 18 быуат лозунгыларына әүерелеп, был төшөнсәләр антиклыҡ осорондағыға ҡарағанда күпкә киңерәк мәғәнәне ала.

Европа театры һәм әҙәбиәте антиклыҡҡа даими мөрәжәғәт итә. Антик сюжеттарҙы эшкәртеү һөҙөмтәһендә Шекспирҙың «Антоний һәм Клеопатра», «Юлий Цезарь», Расиндың «Андромаха», «Федра», «Британик», Корнелдең «Медея», «Гораций», «Помпей» әҫәрҙәре барлыҡҡа килә. Тотош пьесалар тергеҙелә. Мәҫәлән, Шекспирҙың «Хаталар комедияһы» — Плавттың «Менехмалар» әҫәрен, ә Мольерҙың «Һаран»ы — Плавттың «Ҡумта»һын ҡабатлай.

Мольер, Лопе де Вега, Гольдони комедияларындағы хеҙмәтселәр Плавт әҫәрҙәрендәгесә хужаларына мөхәббәт мажараларын йәшерергә ярҙам иткән аҡыллы, тапҡыр ҡолдарға оҡшаш. Антик романдар тәржемә ителә, уларға оҡшаш яңылар ижад ителә. Бик күп антик образдар, сюжеттар — аллалар, алиһәләр, батырҙар, алыштар һәм мәжлестәр — рәссамдар һәм скульпторҙарҙы ижадҡа илһамландыра.

Рим хоҡуҡиәте башҡа көнбайыш илдәренең хоҡуҡиәте нигеҙенә ята.

Антик донъя әле лә рухи һәм интеллектуаль эшмәкәрлектең төрлө өлкәләре өсөн әһәмиәтен юғалтмаған. Тарихсылар, социологтар, культурологтар уға мөрәжәғәт итә. Антик донъя, яралғанынан алып юҡҡа сыҡҡанына тиклем билдәле бер йомоҡ ҡулса кеүек, культурологтар өсөн эталон булып хеҙмәт итеүҙән туҡтамай.

Рәсәйҙә антик мәҙәниәттең йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Руста Византиянан һәм көньяҡ славян илдәренән христианлыҡ менән бергә килгән православие әҙәбиәте тәүге антик йоғонто сығанағы була. Антик мифология Боронғо Руста мәҙәни йөкмәткеһен юғалта һәм христианлыҡҡа ҡаршы торған мәжүси дин кәүҙәләнешенә әйләнә<ref>Живов В. М., Успенский Б. А. Метаморфозы античного язычества в истории русской культуры XVII—XVIII вв. // Античность и культура в искусстве последующих веков. М., 1984. С. 204—285.</ref>. Антик философтарҙың дөйөм текстан өҙөп алынған цитаталары христиан идеяларының дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн ҡулланыла, антик илаһтар мәжүсилекте фашлағанда иблис тип, йә булмаһа тарихи шәхес булараҡ телгә алына. Антик тарих сиркәү ҡараштары аша ҡабул ителә[5].

Антик авторҙарҙың, мәҫәлән, Платондың, ҡайһы бер философик концепциялары, православие яҙыусылары тарафынан асылы менән христианса тип ҡарала һәм шунлыҡтан һаҡлауға лайыҡ тип табыла. Улар боронғо урыҫ китаптарына инә (авторын күрһәтеп йә исемһеҙ)[6].

XI быуатта Руста боронғо донъя тарихын һүрәтләгән византий хроникалары билдәле була. Һуңынаныраҡ урыҫ уҡыусыһына Александр Македонский тураһындағы романдар һәм Троя һуғышы тураһындағы әҫәрҙәр килеп етә[7]. XVII быуатта хәл үҙгәрә, ә Петр I осоронан дәүләт антик мәҙәниәт тураһындағы белемдәрҙе махсус рәүештә киң таратырға тотона. Антиклыҡ урыҫ мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әйләнә. XVIII быуатта антик авторҙар тәржемә ителә, Державин, Горацийҙың «Һәйкәл»енә оҡшатып, үҙенең «Һәйкәл»ен ижад итә. Рим әҙәбиәтен А. С. Пушкин яҡшы белә. Төп нөсхәгә бик яҡын тороу йәһәтенән уның тәржемәләренә тиңдәр юҡ. Д. С. Мережковский, Л. Андреев антик сюжеттарға мөрәжәғәт итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1. Античность,(ист. эпоха) 2. античность,(то, что относится к этой эпохе; свойство по прил. античный) Лопатин В. В., Нечаева И. В., Чельцова Л. К. Прописная или строчная? Орфографический словарь. — М.: Эксмо, 2009. — С. 56. — 512 с.
  2. Античность
  3. Историки античности
  4. Найден некрополь первых христиан. Время новостей, 3 июля 2006. — с 6.
  5. Буланин Д. М. Античные традиции в древнерусской литературе XI—XVII вв. (Slavistische Beiträge Bd. 278). München, 1991.
  6. Мильков В. В. Сведения о древнегреческой философии в «Хронике» Георгия Амартола // История российско-греческих отношений и перспективы их развития в XXI веке: Материалы конференции. М., 2010. С. 111—125.
  7. Творогов О. В. Античные мифы в древнерусской литературе XI—XVI вв. // ТОДРЛ. Л., 1979. Т. 33. С. 3—31.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]