Эстәлеккә күсергә

Минотавр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минотавр
бор. грек. Μῑνώταυρος
Рәсем
Зат ир-ат
Км үлтергән Тесей[d][1]
Атаһы Критский бык[d]
Әсәһе Пасифая[d]
Алла ... ҡарай Боронғо грек мифологияһы
Кем хөрмәтенә аталған Минос[d]
 Минотавр Викимилектә

Минотавр (бор. грек. Μῑνώταυρος, Миностың үгеҙе) — Лабиринтта йәшәгән һәм Тесей тарафынан үлтерелгән кеше тәнле һәм үгеҙ башлы Крит ғифриты.

Грек риүәйәте буйынса, Минотавр — кеше тәнле һәм үгеҙ башлы ғифрит[2]. Минос батшаның ҡатыны, ҡояш илаһы Гелиостың ҡыҙы Пасифаяның диңгеҙҙәр илаһы Посейдон (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Зевс) ебәргән ҡорбанлыҡ үгеҙгә тәбиғи булмаған мөхәббәтенән яралған[3]. Һуңынан Геракл тарафынан буйһондорола һәм Тесей тарафынан үлтерелә. Риүәйәт буйынса Пасифая, уның өсөн Афинаның билдәле инженеры Дедал эшләгән ағас һыйырға инеп ятып, үгеҙҙе әүрәтә.

Минос Минотаврҙы Критта Дедал төҙөгән Кнос лабиринтында йәшерә, унда ғифритҡа ашауға енәйәтселәрҙе, шулай уҡ һәр туғыҙ йыл һайын Афинанан ебәрелгән[4] ете ҡыҙ һәм ете егетте (йәки йыл һайын ете баланы[5]) ташлайҙар. Тесей, Диодор буйынса икенсе (Плутарх буйынса өсөнсө) төркөмдә була. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, әсирҙәрҙең күҙҙәрен соҡоп алғандар[6]. Аңлатма буйынса, әсирҙәр үҙҙәре, аҙашып һәм сығыу юлын таба алмайынса, үлгәндәр[7].

Тесей, Критҡа ун дүрт ҡорбан иҫәбендә килеп, йоҙроҡ менән һуғып (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ҡылыс менән) Минотаврҙы үлтерә[8] һәм уға еп йомғағы биргән Ариадна (Минотаврҙың бер туған һеңлеһе — Минос һәм Пасифаяның ҡыҙы) ярҙамында лабиринттан сыға.

Амиклыла тәхеттә Тесей бәйләнгән һәм тере Минотаврҙы алып барыусы итеп һүрәтләнә[9].

Үҙенең хроникаһында Евсевий Филохораға һылтанып Минотавр тураһында икенсе фаразды яҙа. Минотавр Крит батшаһы Миностың Тавр исемле уҡытыусыһы һәм аяуһыҙ кеше була. Минос ярыш ойоштора, Афина малайҙарын бүләк сифатында тәҡдим итә. Тавр ярышта бөтә дәғүәселәрҙе лә еңә, Афинаның унынсы батшаһы Тесейҙан ғына еңелә, шул арҡала, Кносс халҡының һүҙҙәре буйынса, афиналыларҙы малайҙар менән һалым түләүҙән азат иткәндәр. Евсевий Тесейҙың еңеүен беҙҙең эраға тиклем 1230-сы йылдарға ҡуя.

Б. э. тиклем VI быуат уртаһындағы боронғо грек вазаһында Тесейҙың Минотавр менән алышы.

Плутарх Тесейҙың тормошон тасуирлауҙа шул уҡ сығанаҡты, б. э. тиклем III быуат авторы Филохорҙы ҡуллана:

«Әммә, Филохор һүҙҙәре буйынса, критлылар был риүәйәтте кире ҡаға һәм Лабиринт ябай төрмә була, унда тотҡондарға бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәйҙәр, улар ҡасып китмәһен өсөн уларҙы ҡарауыллайҙар, ә Минос Андрогей иҫтәлегенә гимн ярыштары ойоштора, еңеүсегә бүләк итеп Афина үҫмерҙәрен бирә. Тәүге ярыштарҙа, ул саҡта Миностың ҙур ышанысы менән файҙаланған, тупаҫ һәм ҡырағай холоҡло, үҫмерҙәр менән ҡаты мөғәмәлә иткән, Тавр исемле хәрби етәксе еңә. Аристотель «Боттияның дәүләт ҡоролошо»нда шулай уҡ Минос үҫмерҙәрҙең ғүмерен ҡыйған тигән фекергә ышанмауын ап-асыҡ күрһәтә: улар, философ фекеренсә, ҡоллоҡ хеҙмәте алып барып Критта ҡартайғандар.»

Тарихсы һәм мифограф Демон (б.. э. тиклем IV һәм III быуаттар рубежы) яҙыуынса, полководец Тавр гаванда Тесейға ҡаршы һуғыш аса һәм үлтерелә[10]. Плутарх (төрлө тарихсыларҙан) килтергән мәғлүмәттәрҙән, Минос батшаһының афиналылар менән һуғышта һәләк булған хәрби начальнигы Тавр булыуы тураһында һығымта яһарға мөмкин, ә башҡа деталдәр — күрәһең, һуңғы антик осоро ғалимдары иҫәпләүенсә, мифтар ижад итеү продукты булып тора.

Павсаний әйтеүенсә, уның ысын исеме Астерий («йондоҙло») — Миностың Тесейҙан еңелгән улы була[11].

Вазаларҙа уның кәүҙәһе йондоҙҙар менән ҡапланған йәки күҙҙәр менән сыбарланып бөткән; Кносс тәңкәһендә үгеҙ битлегендә һүрәтләнгән[12].

Микен текстарында алиһә da-pu-ri-to-jo po-ti-ni-ja (Laburinthoio Potnia «Лабиринт хужаһы») телгә алына[13].

Дж. Ф. Уоттс. Минотавр. 1885

Бер фараз буйынса, Минотавр тураһындағы миф Финикиянан үҙләштерелгән, унда Молох шулай уҡ үгеҙ башы менән һүрәтләнгән һәм кеше ҡорбандарын талап иткән. Минотаврҙың үлтерелеүе уның культы юҡҡа сығыуын белдерә.

Ҡайһы бер Хәҙерге заман тарихсылар фекеренсә[14] Минотавр тарихы һинд-европа мәҙәниәтенең «диңгеҙ халыҡтары» (үгеҙгә табыныусы) мәҙәниәте менән бәрелешеүе тураһында шифрлы хикәйәләү булып тора, унда һинд-европалылар еңеүсе булып сыға.

Профессор В. Г. Борухович уның тышҡы ҡиәфәте «йыш ҡына хайуандарҙың башы менән һүрәтләнгән Мысыр илаһтарын иҫкә төшөрөргә мәжбүр итә» тип билдәләй[15].

Мэри Реноның «Тесей» романында Минотаврға ҡорбан килтереү реалистик ҡараштан сығып аңлатыла. Уның ҡарашы буйынса, ҡорбандарҙы ҡорбан килтереүҙә — «үгеҙ бейеүендә» (протокорриде) ҡатнашырға мәжбүр иткәндәр, һүрәттәрҙе Крит фрескаларында күрергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта Минотавр, Лабиринт һәм Минос батша тураһындағы миф Балкан халҡының утрауҙағы Миной цивилизацияһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрендәге реаль ваҡиғаларын сағылдыра тип иҫәпләнә. Миной дәүләте (беҙҙең эраға тиклем XII быуатҡа тиклем) боронғо грек ҡәбиләләренә ҡарағанда күпкә юғары үҫеш кимәлендә була, һуңғылары буйһонған хәлдә була. Шул иҫәптән ул яһаҡ түләүҙә һәм ырыу башлыҡтары балаларынан аманат ебәреүҙә сағылыуы мөмкин.

Миной цивилизацияһының һарай комплекстарындағы ҡаҙыныуҙар күрһәтеүенсә, мифик Лабиринттың ысынбарлыҡ нигеҙе бар, мәҫәлән, Кносстағы киң билдәле һарай, йөҙәрләгән метрға һуҙылған йөҙҙәрсә бинанан торған киң, күп кимәлле ҡоролма.

  • Таврокатапсия
  • Генрих Штолль «Мифы классической древности» Том 1 — Издатель «Aegitas» — 2014 г. — 408 с.
  1. https://redhistoria.com/mitologia-griega-teseo-y-el-minotauro/
  2. Проперций. Элегии IV 4, 41
  3. Гесиод. Перечень женщин, фр.145 М.-У.; Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 77, 3; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека III 1, 4
  4. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 61, 3
  5. Гигин. Мифы 41
  6. Орозий. История против язычников I 13, 2
  7. Плутарх. Тесей 16
  8. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека Э I 7.9; Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 61, 4
  9. Павсаний. Описание Эллады III 18, 11
  10. Плутарх. Тесей 19
  11. Павсаний. Описание Эллады II 31, 1
  12. Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. — М., 1996. — С. 238.
  13. Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. — Л., 1986. — С. 141; см. также об этимологии: Немировский А. И. Этруски: От мифа к истории. — М., 1982. — С. 114—115.
  14. см. Дэвис Норман. История Европы. — М.: АСТ, 2007.
  15. Борухович В. Г. Зевс Минойский: Следы культа верховного критского божества в греческих мифах и религиозных обрядах). Дата обращения: 4 август 2015. Архивировано 16 март 2015 года.