Эстәлеккә күсергә

Мәмлиев Айрат Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәмлиев Айрат Хәбиб улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 6 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге

Мәмлиев Айрат Хәбиб улы (6 ғинуар 1940 йыл) — ғалим-физик. Физика‑математика фәндәре докторы (2004). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы эйәһе (2011)[1].

Мәмлиев Айрат Хәбиб улы 1940 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған[1]. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ҡулына диплом алғандан һуң Органик химия институтында хеҙмәт юлын башлай. 1978 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы физика һәм математика бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1980 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1994 йылдан Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1999—2013 йылдарҙа лаборатория мөдире булып эшләй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмлиев Айрат Хәбиб улы молекулаларҙың төҙөлөшөн, физик һәм динамик үҙенсәлектәрен тикшерә, был маҡсатта микротулҡынлы спектроскопия ысулын ҡуллана. Ул күп органик берләшмәләрҙең геометрик параметрҙарын, диполь моменттарын, квадруполь тәьҫир итешеү һәм үҙәктән ситкә ҡыуылған боҙолоу константаларын билдәләй; йомшаҡ молекулаларҙы төҙөгән өлөшсәләрҙең динамикаһын өйрәнә, биш быуындан торған циклдарҙағы псевдоәйләнеү хәрәкәтенә тап килгән моделде таба. Ул йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2011).