Ганцева Лидия Ивановна
Ганцева Лидия Ивановна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1938 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө районы, Чесноковка |
Вафат булған көнө | 3 июль 2000 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө районы, Михайловка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ганцева Лидия Ивановна (6 ғинуар 1938 йыл, Красивая Поляна ауылы, Нуриман районы (БАССР‑ҙың Өфө районы Чесноковка ауылында тыуған тигән мәғлүмәт тә осрай[1]) — 3 июль 2000 йыл) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1955 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Өфө районы хужалыҡтарында эшләй, 1960 йылдан райондың «Дмитриевка» совхозында, шунан «Өфө» совхозы бүлексәләренең береһендә һауынсы була. Һауынсы булып эш башлағанының икенсе йылында уҡ һәр һыйырҙан 3944 килограмм һөт һауып ала. 1957 йылда Ганцева Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә ебәрелә. 1960 йылда уға коммунистик хеҙмәт ударнигы тигән исем бирелә һәм Совет Хөкүмәте уны «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләй. 1959—65 йылдарҙа иң юғары һауымға өлгәшә — һәр һыйырҙан йылына 5000 килограмға тиклем һөт ала. 1966 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ленин ордены менән бүләкләнә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герои труда. / Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана. / Сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа, Китап, 2011. — ISBN 978-5-295-05228-6. — Стр. 100.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сергей Каргапольцев Ганцева Лидия Ивановна. «Герои страны» сайты. 9 июль 2016 тикшерелгән.