Әхтәров Әхрәр Минһаж улы
Рәшит Әхтәри | |
Әхтәров Әхрәр Минһаж улы | |
Исеме: |
Әхрәр |
---|---|
Псевдонимдары: |
Рәшит Әхтәров |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Мәсетле районы Ишәле ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Мәсетле районы Йонос ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шиғриәт, журналистика |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
башҡорт, рус |
Наградалары: |
Ветеран труда, За доблестный труд |
Әхтәров Әхрәр Минһаж улы, Рәшит Әхтәров, Рәшит Әхтәри (6 ғинуар 1931 йыл — 26 март 1996 йыл) — педагог, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхрәр Минһаж улы Әхтәров 1931 йылдың 6 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ишәле ауылында тыуған.
1946 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлай һәм Әбрәхим һигеҙ йыллыҡ мәктәптә физика уҡытыусы булып эш башлай.
1958 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хәбәрсеһе.
1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1963—1982 Мәсетле районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
1995 йылда I-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делагаты итеп һайлана.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беҙ егет затынан. Өфө. 1993.
- Осеннее половодье. Уфа. 1997. (рус.)
- Минең йырҙарым. Өфө.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2001 йылда Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы булдырылған.
Төрлө йылдарҙа премияға лайыҡ булған ижади шәхестәр: Ринат Камалов, Гөлсирә Шафиҡова, Тәскирә Даянова, Ризван Хажиев, Зәлифә Ғилметдинова, Марат Ғафаров, Ғәйникамал Мирхәйева-Абдуллина[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахтари Рашит. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. — с.36. ISBN 978-5-9613-0148-9 (рус.)